Башҡортостан Ҡыҙы

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ФИРҘӘҮЕС!

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ФИРҘӘҮЕС! Бөтә донъяға билдәле ғалимә, РФ-тың һәм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми етәксеһе Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинованың ғүмере республикабыҙ, милләтебеҙ өсөн фиҙакәр хеҙмәткә арналған. Үҙенә генә хас саялығы, аҡылы, зиһене, ихтыяр көсө менән ул заманы һалған йөктө үтә яуаплы атҡарып, һәр һынауҙы йөрәк ғәййәрлеге, эске тойомлау менән лайыҡлы үтеп, арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ кимәленә күтәрелгән, халҡыбыҙҙың бөткөһөҙ ихтирамын яулап, уның һөйөклө ҡыҙы, ағинәһе дәрәжәһен алған.

Дәрәжәләр түгел мәңгелек
Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын булдырыусы, 1994 – 1999 йылдарҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, 1995 – 1998 йылдар арауығында Башҡортостан Мәғариф министрлығында министр йөгөн тартҡан эшлекле ханымдың данға, дәрәжәгә ҡарашы үҙенсәлекле. «Министрлыҡтан алғанда Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе инем. Мәж килеп конференция үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Вазифанан бушатылғас, ауырып дауаханаға ятыр, бик борсолор, тип фаразлайҙар. Ҡайтҡас, инәйем менән сәй эсергә ултырҙыҡ та уға хәбәр иттем. «Ярай, атайың ҡалдырып киткән урын түгел бит, ана китаптарыңды яҙып тик ултыр», – ти. Ысынлап та, министрлыҡҡа килгәнсе үк филология фәндәре докторы инем, бихисап хеҙмәт яҙғайным. Институтҡа барҙым да эшкә сумдым. Тәүҙә урынбаҫар, аҙаҡ директор итеп һайланылар. Ҡайҙа, кем генә булып эшләмәйем, бурысымды бөтә күңелемде һалып башҡарҙым. Шуның менән бәхетлемен», – тип йылмая ул.

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ФИРҘӘҮЕС!

...«Ҡатын-ҡыҙҙар ырыуҙы һаҡлау тигән бурысты алған. Ирҙәргә мәжбүри, ә ҡатын-ҡыҙға Хоҙай Тәғәлә һалған вазифа ул. Йола тураһында хәҙерге заман әсәйҙәренең күбеһе һөйләй, мәғлүмәт бирә алмай. Донъяуи кимәлдә әсәлек инстинкты кәмей, тип саң һуғалар. Сәбәбе – традицион тәрбиәнән алыҫлашыу. Ҡыҙҙарға әсә тәрбиәһе етмәй. Беҙҙең заманда әле бер ҡатын өлкән балаһын ташлап, бәләкәсен алып, икенсе иргә китте лә барҙы. Халыҡ шаҡ ҡатҡайны. Хәҙер хатта ике балаһын да ҡалдырып киткәндәр бар. Замана тәьҫирендә менталь үҙенсәлектәр үҙгәрә. Беҙҙең халыҡҡа хас булмаған ҡылыҡтар ҡылына. Ғаилә төшөнсәһе юғала икән, бала ҡалдырып китеү, ата-әсәһен ҡарттар йортона тапшырыу бер нәмә түгел. Нәҫелдәр, быуындар бәйләнеше юҡҡа сыҡҡас, Өфө халҡына әйләндек. Был үҙ сиратында телде онотоуға алып килә. Рухи байлыҡты тапшырыу – ҙур проблема. Китап уҡыу кәмене. Рухи байлыҡты Интернетҡа индереүҙе әүҙемләштереү мөһим. Быуындар бәйләнешен нисектер юғалтмаҫҡа тейешбеҙ. Шул сылбыр һаҡланғанда, тел дә юғалмаҫ, рух та һаҡланыр», – тиеүендә лә ағинәйҙең халҡыбыҙ, уның киләсәге өсөн борсолоуы ярылып ята...
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook