Башҡортостан Ҡыҙы

Ут һүрелмәҫ шундай ҡыҙҙар барҙа!

Ут һүрелмәҫ шундай ҡыҙҙар барҙа!
Халҡыбыҙҙың данын, бәҫен арттырыусы Бәндәбикә, көрәштә бил бирмәгән Маянһылыу, ире менән француздарға ҡаршы яуға юлланған Аҫылбикә ише аҫыл ҡатындар хәтергә килде, уның ил намыҫын яҡлап, Ҡырғыҙстандың Солпан-ата ҡалаһына Икенсе Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына – уҡтан атыусылар ярышына юлланыуын ишеткәс. Гөлгөнә Баймырҙинаны, Башҡорт­остан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрен, Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесен, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә белмәгән кеше һирәктер. Тиҫтә йылдар дауамында гөрләп үткән «Салауат йыйыны», «Ашҡаҙар таңдары», «Шәжәрә байрамы», «Аҡмулла нәсихәттәре», «Йор үҙән», «Ауаз», «Дим буйы моңдары», «Башҡорт халыҡ уйындары» кеүек күпме бәйгеләр, фестивалдәр уның булышлығында бойомға ашырыла, күпме проекттар уның авторлығында донъя күрә! Йоҡоһоҙ төндәр, туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, егәрлелек һөҙөмтәһе был. Иренә – терәк, улы менән ҡыҙына һөйөклө әсәй ҙә ул. Донъя йөгөн тигеҙ тартҡан ханым ҡул эштәренә маһир, башлыса селтәр яһау менән шөғөлләнгән ҡала ҡатындары өсөн «Хазина» студияһын асып ебәрҙе! Ихлас, моң һөйөүсән милләттәштәребеҙ шунда йыйылып, ҡул эштәре менән булып, сәй эсеп, халыҡ йырҙарын өйрәнеп таралыша.

«Һауаларға уҡ сойорғоттом...»
«Ҡырғыҙстан Республикаһы. «Ҡырсын» йәйләүе. Икенсе Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйыны фестивален асыу тантанаһы. Иҫ китмәле тамаша булды. Ошо солғаныш эсендә йөрөү ғәҙәти кеүек. Нисек бар – шулай. Каскадерҙар ҡолап китһә лә, халыҡ юғалып ҡалмай, тиҙ генә ысынбарлыҡтағылай уйнап ҡуя... Ғөмүмән, сценарий, режиссура, көй, бейеү, тарих бер бөтөн кеүек ҡабул ителә. Тамашаны юғары кимәлгә күтәреү өсөн матди сығымдар – Хөкүмәт иҫәбенән. Затлы кейемдәр, реквизиттар шаҡы-шоҡо түгел, тәбиғи материалдан, боронғо әйберҙәргә оҡшатып тектерелгән, реконструкцияланған! Ҡырғыҙҙарҙың ете өлкәһенән йыйылған ҡатнашыусы, «Ҡырсын» йәйләүендә үҙ халҡының эпостарын, тарихын, тормош-көнкүрешен, йәшәйешен, мәҙәниәтен, шәхестәрен данланы! Ҡырғыҙҙар йола һаҡлай белә! Аҡһаҡалдар, сәсән (аҡын, ҡайчи, сказитель) әйткәндәре халҡы менән, ил яҙмышы менән бергә алға атлай», – тип һоҡланып яҙған сәләмендә һыҙланыу ҙа һиҙелеп ҡала кеүек. Гөлгөнәнең үҙәк телевидение аша сығышын да ғорурланып ҡараныҡ. Ярышта Башҡортостан командаһының яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеүен, беҙҙекеләрҙең дөйөм миҙалдар һаны буйынса 60-тан ашыу ил араһында туғыҙынсы баҫҡысҡа күтәрелеүен ҡыуанып күҙәттек. Республика бер алтын, өс көмөш һәм алты бронза миҙал яулап, Рәсәй йыйылма командаһының 4-се урынға сығыуында егәрле башҡорт һылыуының да өлөшө барлығына һөйөндөк.
Ут һүрелмәҫ шундай ҡыҙҙар барҙа!
«Ҡырғыҙ ҡыҙҙары менән яҡындан аралашырға форсат тыуҙы. Беҙҙекеләр һымаҡ атта ла сабалар, бәйгегә лә сығалар, сәсәнлектә ярышҡандарын ғына аңғарманым. Уҡ атыуҙа ла, ҡыҙ ҡыуыуҙа ла хәтәр мәргәндәр, йылғырҙар. Беҙҙе «туғаным» тип кенә торалар. Беҙҙең һымаҡ ҡапыл ғына асылып бармайҙар, асылһалар, ихластар», – тип тәьҫораттары менән бүлешә Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы.

Ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәрен дә ентекле өйрәнә халыҡ ижады белгесе. Салма тышынан сикәлек кейеүҙәрен, уның төймә менән биҙәлеүен, елкәлектең башҡорт ҡашмауына тартыуын күҙәтә. Һырылып тегелгән яулыҡтың Ҡоншаҡ яғындағы сигеүҙәргә оҡшауын да аңғара. Ҡурған, Силәбе башҡорттарына хас традицион кейемдәрҙә мәрйен менән суҡтарҙа оҡшашлыҡтар булыуын билдәләй. Һөйләшеүҙәренә иғтибар итә. Юлда барғанда-ҡайтҡанда олораҡтарҙың «Манас»ты телдән төшөрмәүен, ер-һыу атамаларынан тарихи ваҡиғаларҙы иҫләүҙәрен дә һыҙыҡ өҫтөнә ала. «Аҡ кейеҙ өй, беҙҙеңсә тирмә, ғәҙәти. Йәй шунда күсәләр. Әрмәнстанда ер тетрәү булғанда, ҡырғыҙҙар байтаҡ тирмә ебәргән, ҡора белмәгәс, яндырғандар. Һатыуҙа презентацион тирмәләр барлыҡҡа килеүе лә шунандыр. Балалар ҙа хатта, миҙгеленә, айына ҡарап, төнлөгөн нисек ҡорорға тәжрибә туплай. Ашарға иң тәүҙә ололарға тараталар, шул йоланы йәштәре белә, боҙмай», – ти ул.

Ярышҡа юлланыр алдынан Рафаэль Амантаев, Юлай Ғәлиуллиндар менән уҡ атыу буйынса өс тапҡыр семинар үткәреп йөрөүсе етәкселәрҙең береһе була Гөлгөнә. Ғафури районы Имәндәш ауылында «Мәргән уҡсы» асыҡ республика фестивале ошо оло бәйгегә әҙерлек булып тора. Сая ҡатын үҙе лә уҡ атырға оҫтарып ала. «Бәләкәй саҡта уҡ атып, ҡылыс айырышып уйнай инек. Шуғалырмы, бик еңел тойолдо. Еңеүселәрҙән команда төҙөнөк, әммә, аҡса бүленмәү сәбәпле, үҙ иҫәбенә бара алғандар ғына фестивалгә юл тотто, республиканан дүрт кеше сығып киттек. Унан алда ун көн тирәһе уҡ атыу буйынса ныҡ ҡына шөғөлләнеп алдыҡ. Төрлөбөҙ төрлөсә маһир. Уҡтың сәпкә тейеүен билдәләүсе егермеләгән фактор бар: кәйеф тә, ел дә, ҡул да тигәндәй... Үҙем һулаҡай менән тоҫмаллайым. Көн дә иртән сығып китәбеҙ, кис ҡайтып инәбеҙ. Тәңре тау итәгендәге ихлас мөхит бөтә ауырлыҡты, арыуҙы оноттора. Рухи күтәрелеш тояһың, көс эркелә... Ҡырғыҙ ҡыҙҙарын күҙәтәм. Нимәләр уйлайҙар икән? Ғаиләләре нисек? Утыҙлап ҡыҙ урындарҙа һайлау турҙары үтеп килгән. Тиҫтерем Асель тигән ҡатын һөйләй: «Ирем мәрхүм булды, ике балам бар. Үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндә, уҡ атырға ылыҡтым». Жазаим – журналист, минән ике йәшкә кесе, ике балаһы бар. Береһе йәш ҡыҙ ине. Әҙерлектәре һәйбәт. Йыл буйына көн һайын унышар сәғәт атҡандар! Бешкәктә һәйбәт тренерҙар улар менән шөғөлләнгән. Уҡ атыу ҡанда булғанғалыр, һынатманым, ныҡ итеп әҙерләнеп, иң алдынғы унау араһына индем. Ҡыҙҙарға биш метрға яҡыныраҡ тороп атырға рөхсәт ителә. Атыусылар йәйәүле, һыбайлыларға бүленде. Һуңғыларынан венгрҙар алдынғылыҡты бирмәне. Улар үҙҙәре үткәргән ҡоролтайҙа 1600 йәйәүле, 600 һыбай уҡ атыусы булыуын ғорурланып һөйләй. Чемпиондары күп. Татарстан командаһындағы бер ағай тамырҙары Башҡортостанға килеп тоташыуын әйтте. Үзбәкстанда оҙаҡ йылдар эшләп, күсеп ҡайтҡан. Уҡ атыу буйынса 25 тапҡыр чемпион булған!» – тип тәьҫораттары менән бүлешә Гөлгөнә ханым.
Үҫмер сағында йүгереү буйынса рекорд ҡуйған кешегә ярыш ҡомары таныш.

«Селтәр элдем ситәнгә...»
Селтәр, түшелдерек эшләргә йыр-моңға ғашиҡ кешеләр йөрөй. Табиптар, уҡытыусылар бар. Көҙгө эштәр тамамланыуға түңәрәк эше яңынан тергеҙеләсәк. Нажиә Аллаярова, Рәшиҙә Туйсина, Ишембайҙан Мәрйәм Солтанова, билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашевтың әсәһе килеп, оҫталыҡҡа өйрәнеүселәрҙе дәртләндереп китә. Өфөлә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үҙе бер ваҡиға була ошо матур түңәрәктең барлыҡҡа килеүе. Белгәндәр бүлешә, белмәгәндәр өйрәнә. Гөлгөнә Өфө менән генә сикләнеп ҡалмай, район, ҡалаларҙа, республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең саҡырыуы буйынса барып, бихисап оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Боронғо төр менән бер рәттән замансалаштырып та яһауҙы күҙ уңынан ысҡындырмайҙар. Сит илгә сыҡҡанда үҙебеҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары аҫылташтар менән биҙәлгән иҙеү, селтәрҙәр тағып күҙҙе ҡамаштыра. Көндәлек кейемдәребеҙгә тура килһен өсөн төрлө затлы таштарҙан эшләнә икән заманса иҙеү: фирүзә, яҡут, мәрүәт (перламутр), аҡыҡ, ҡортбаш – ниндәй таштар бар, барыһы ла ҡулланыла. Аҡыҡтың әллә нисә төрө барлығын иҫкә төшөрә Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы. Альбина Исхаҡова, Гөлгөнә Рыҫҡолова, Факиһа Ишҡыуатова, Рима Абакова, Әлфиә Әхтәриева кеүек оҫталар булғанда, түңәрәк эше гөрләп бара. Ҡурсаҡтарҙы башҡортса кейендереп, күргәҙмәлә лә ҡатнашып өлгөргән егәрле апайҙар.

Ҡандан күскән оҫталыҡ
«Биш йәшлек сағымда ғына яҡты донъянан киткән атайым оҫта булған. Ул эшләгән бысаҡ, ҡумталар һаман да иҫемдә. Мине бәләкәйҙән тәрбиәләгән Хәфизә өләсәйем кейеҙҙәр, балаҫтар һуҡты. Иң өлкән ҡыҙының ҡыҙына – тәүге ейәнсәренә – бөтә төр эштәренең өлгөһөн бүләк иткән. Йәйге ялында Үтәгәндәге олатайыма Өфөнән ҡустыһы Әхмәт Лотфуллин килә ине. Иртәнән кискә тиклем һүрәттәр төшөргәнен ҡарап, янында уралып йөрөй торғайныҡ. Кистәрен олатайым, өләсәйем, Әхмәт апа оҙон-оҙаҡ һөйләшер ине, ҡайһы саҡ йыр һуҙалар... Шулай бер көн иртән сәй эскән мәлдәрендә минең турала һүҙ алып барғандарын ишетәм, Әхмәт апа өләсәйемдәргә мине Өфөләге музыка мәктәп-интернатына бирергә тәҡдим итә. Өләсәйем: «Ҡуй, балаҡайымды еҫкәп кенә, ҡосаҡлап ҡына ятам бит, әле беренсе класҡа ғына бара», – тип йәлләп ебәрмәне...» Мәшһүр рәссамдың эшен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәткән ҡыҙыҡайға, әйтерһең, уның төҫтәрҙе тойоуы күсә. Халыҡ ижады үҙәгендә эшләгәндә милли кейемде белеү зарур. «Урал» галереяһы етәксеһе, хеҙмәттәше Кәримә Кайдалованың проекттарын күҙ яҙҙырмай күҙәтеп барыуы ла һөҙөмтә бирә. Яйлап милли кейемдең ҡайһы төбәктеке, ниндәй үҙенсәлектәре булыуын таный, күрә башлай. Башҡорт кейемдәрендә башлыса ике-өс төҫ – йәшел йә ҡыҙыл, ҡыҙыл йә ҡара – өҫтөнлөк итеүе, тәбиғи булмағандары ҡулланылмауын әйт әле һин! Буй балаҫтарҙы, биҙәктәрҙе күҙ алдына килтер. Зауыҡ, иплелек борондан килә халҡыбыҙҙа.

Сәсәнгә тиң кем икән?
Өләсәһенең әйткәне мәҡәл дә таҡмаҡ. Шул мөхиттә үҫеү йор һүҙле кешеләргә ихтирам тәрбиәләгән. Хәнифә Әбүбәкерова, Вәсилә Садиҡова, Мәфтуха Мусина кеүек тел оҫталарын үҫтергән Үтәгәндән бит ул! Әбйәлил районынан сыҡҡан сәсәндәр тураһында хеҙмәт яҙып, уның «Ватандаш» журналы биттәрендә донъя күреүе лә был ҡыҙыҡһыныуы етди ғилми эшкә әйләнеүе хаҡында һөйләй. Ә инде 2003 йылда Баймаҡ районында Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге I Халыҡ-ара сәсәндәр бәйгеһен дә Гөлгөнә Баймырҙина ойоштороуын хәтергә төшөрөү ошо һүҙҙәргә ҡеүәт кенә.
«Өләсәйем яғынан Ғәлиәхмәт Зарипов олатайым им-томсо булған. Ишкилде ауылына уны указлы мулла итеп ебәргәндәр. Халыҡ уға ағылып килгән. Кешенең эргәһендә ултырып торһа ла шифаһы тейгән. «Халыҡ дошманы» тип һөргөнгә ебәрелеп ғәйеп булған. Өләсәйемә уның һәләте күскән. Сәлмән олатайымдың әсәһе ныҡ ауырып киткән була. Хәфизә өләсәйемдең атаһына өшкөртөргә алып баралар. Име килешкәс, ҡыҙҙары бар икәнен белгәс, затты ҡотлатабыҙ, яҡшыртабыҙ, тип килен иткәндәр. Электән кәләште затына ҡарап алғандар бит инде. Атаһы данлы кеше булғас, тоҡом ҡото йоҡһон, тигәндәрҙер инде. Ете ҡыҙ, бер малай үҫтерҙеләр. Балалары уҡытыусы йә табип һөнәрен һайланы. Совет осоронда тыйылғас, улар дингә илтифат бирмәне. Өләсәйем ауырып киткәс, гел эргәһендә ултырҙым. Тәнәфес ваҡытында ғына дәрес әҙерләйем. Мал ҡарайым, һуң ятам. Өләсәй шаян булды. Түшәктә ятҡанда ла таҡмаҡтарын әйтер ине. Елене боҙолоп ҡайтҡан, тиһәм, һыйырҙы өшкөрөү доғаһын өйрәтте. Һөлөк һалды, кешеләрҙе дауаланы. «Ҡулы килешә», – тип һөйөнөрҙәр ине. Ошо һәләттәре хәҙер беҙҙең тоҡомда Нәзирә апайға күсте.

Әсәйем Ҡаҙмаш май заводында директор, Асҡарҙағы май заводында мөдир булып эшләне, йыр-бейеүгә шәп булды. Өләсәйҙәрҙә үҫкәс, бала ғына булһам да, юҡ-юҡта һүҙ ишетә инем. Шул ваҡытта гел олатайымдың ниндәй ауырлыҡтар аша үткәнен иҫләнем: эш, бесәнлек бирмәй ыҙалаталар, бик ҡыйынға тура килде уға. Шуларҙы уйлайым да, был ғына нишауа, тип үҙемде дәртләндерәм. Һынау ҙа бирә, көс тә бирә Аллаһы Тәғәлә. Уларҙы үтмәһәң, нығынмайһың. Әсәйем яңы ғаиләһе менән Хабаровск өлкәһенә күсеп китте. Апайҙарым, инәйҙәрем минән күҙ яҙҙырмай – бер туғандары кеүек күрҙеләр. Сибайға уҡырға ингәйнем, ауырып түшәккә йығылған олатайымды йәлләп ҡайтып төштөм.
Өләсәйем бер ҡасан да кешегә ҡаршы һүҙ әйттермәне. «Хоҙай бар бит, донъя – ҡуласа, әйләндерә лә баҫа», – тиер ине. Минең холҡомдағы сабырлыҡ – өләсәйҙән. Гел сабыр бул, сеү, тип тыйыр ине илаған, рәнйегән ваҡыттарымда», – тип хәтирәләргә бирелә Гөлгөнә ханым. Сәсәндәр мөхите, тормош ауырлыҡтары уны сыныҡтыра, ҙурыраҡ һынауҙар биреп, олораҡ еңеүҙәргә әҙерләй.

«Балдан татлы балам...»
«Гөлгөнә училищела йырсы сифатында ла бик иртә асылды: тәүге концертта уҡ ул үҙенең «Етеле шәм»е менән тотош залды илатып ҡуйҙы. Ошонан башлап бер концерт та уның йырынан тыш үтмәне. Гөлгөнәнең тауышы... Уны моңло тиеү аҙ. Унда – һағыш, йылылыҡ, наҙ, тағы аһәң. Быуаттар, батырҙар, сәсәндәр, йырауҙар йәшәгән төпкөлдән килгән аһәң. Шул аһәңде ул көсәнмәй-нитмәй, тәбиғи бер таһыл менән тыңлаусының күңеленә түгә, йөрәген яулай. Әммә йыр, тауышы ниндәй генә булмаһын, Гөлгөнә Баймырҙинаның төп эшенә, кәсебенә әйләнмәне», – тип яҙғайны шәкерте хаҡында Таңсулпан Ғарипова. Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡығанда Гөлгөнә «Икәүләшеп» йыры менән «Йәшлек-шоу» лауреаты булды. Барыһы ла уға йырсы карьераһы юрағанда, ул кейәүгә сыҡты, Бейеш улын тапты. Сәхнәгә үҙенә үҙе юлды япты, тине таныштары үкенес белдереп. Әммә ул ғалимәлек юлын, ғаилә бәхетен һайланы.

«Яҙмышымды үҙем яҙам, тип әйтә алмайым. Юғары көскә ышанам, барыһы ла – Хоҙай ҡулында. Тырышыуың кәрәк, әлбиттә. Йырсы булыу бала саҡ хыялым ине. Студент саҡта йырлап йөрөнөм. Аҙаҡ йырлай алмауыма үкендем. Ҡыҙым Гөлйемеш тыуғас, ошо тойғо баҫылды. Ике ай ярымдан таҡмаҡ әйтеп һикерткәнгә моңдо тоя, тиҙ генә ятлап ала. Ике йәшендә «Әйһәйлүк» халыҡ йырын, «Уралтау» ҡобайырын өйрәнде. Хәҙер, үҫә төшкәс, ояла. Ҡыҙым менән күп нәмәгә өйрәнәм, ул мине уҡыта. Уҫалыраҡ булып киткәндә, «Әсәй, һин мине яратаһыңмы ул?» – тип һорап ала. Иң мөһиме – балалар иҫән-һау булһын. Ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә йылы, асыҡ мөнәсәбәт булғанда сәскә ата. Иҫ киткес матур ҡатындар бар. Бөтөнләй үҙҙәренә ҡул һелтәп ҡуйғандары ла осрай. Гүзәл зат тышҡы матурлығын да хәстәрләргә тейеш. Сөнки беҙҙән матурлыҡ эҙләйҙәр», – тигәнендә уның рухи көсө лә, тормоштағы йөгө лә, киләсәге лә асыҡ сағыла. Рухиәтебеҙгә ҡот биреүсе, үҙенең йөрәген тыңлап йәшәүсе гүзәл ханыма тик бәхеттәр теләйек.
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook