Башҡортостан Ҡыҙы

Бер йәнен меңдәргә өләшеп

Бер йәнен меңдәргә өләшепБашҡорт халҡының арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе ул. Сәлиә Мырҙабаеваны республикала белмәгән кеше һирәктер. Медицина фәндәре докторы, V – VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, ниндәй генә вазифалар биләмәһен, ул һәр ваҡыт кешеләргә эскерһеҙ ярҙамға килергә әҙер, ғәҙел, егәрле, ихлас, әйткән һүҙендә тороусан. Шул уҡ ваҡытта нәзәкәтле, зауыҡлы ла булып ҡала белә. Ҡайҙан килә унда был юғары сифаттар? Кем тәрбиәләгән уны, ниндәй мөхиттә үҫкән?

Биш йәшенән табип булырға хыяллана
Күгәрсен районы Түкәт ауылында тыуған ул. Ата-әсәһе тирә-яҡта абруйлы уҡытыусы була. Күп тә тормай улар Мәҡсүт ауылына күсенә. Ситтән бала алам тигәс, атаһы, беҙҙең бишәү, теләгән береһен алып тәрбиәләгеҙ, тип әйтеүе генә етә, ҡыҙ бала күрше йортҡа күсерелә. Атаһының бер туған ағаһы менән еңгәһенең өйөндә Сәлиә үҙ сабыйҙары кеүек ҡабул ителә. Шулай итеп, ул ике өй араһында ҡәҙерле бала булып буй еткерә. Уны тәрбиәләүгә, рухи үҫешенә, һәләтен арттырыуға бик күп кеше көс һала. Сәлиә атаһының йоҡлар алдынан әҙәби китаптар уҡыуын, иң ҡыҙыҡлы урында ғына өҙөп, икенсе көнөндә, ҡайһы ерҙә туҡтаныҡ әле, тип башта һөйләтеп алыуын һағынып хәтерләй.
Бер йәнен меңдәргә өләшеп
«Эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең – үҙеңә», – ти торған була Хәкимйән олатаһы. Сәлиә эшләп үҫә. Яҙыуы ғына бер ҙә ҡәнәғәтләндермәй, олатаһы бер дәфтәрен, матурыраҡ яҙһын, тип, кире күсертә. Яңы йылға ҡыҙға костюмдар әҙерләү ике-өс ай алдан башлана.
«Участка педиатры килгән ине, шуға ҡарап, биш йәшемдән үк, Венера апай һымаҡ табип булам, – тигәнмен. – Шуға ла бәләкәй кластарҙа маскарадта гел доктор булып кейендем, 7-се класта Ҡар Королеваһы костюмын тектеләр», – тип хәтирәләргә бирелә Сәлиә ханым.
Мәҡсүт мәктәбе белеме менән генә медицина институтына инеп булмаҫын аңлаған атаһы ҡыҙын Өфөгә, 1-cе интернат-мәктәпкә, имтихан бирергә илтә. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, ҡыҙыҡай 8-се класҡа баш ҡалаға уҡырға килә. «Хөсәйен Хәсән улы Яубаҫаров күрһәтмәһе буйынса аҙнаһына ике тапҡыр медицина институтындағы Кесе Павлов мәктәбенә факультатив дәрестәргә йөрөнөм. Тәүҙә 40 кеше инек. Тиҫтәләгән генә ҡалдыҡ. Танытма тоттороп сығарҙылар. Физика, химия фәндәренән имтиханды «биш»кә биреп, юғары уҡыу йортона йырлап инеп киттем», – ти ул. Лидерлыҡ сифаттары, яуаплылыҡ тойғоһо – бала сағынан, йәшлек йылдарынан. Студент ваҡытта уҡ фәнгә ылыға, төплө белем алыуға етди ҡарай буласаҡ йәмәғәт эшмәкәре.

Ғүмерлек мөхәббәт
Ғүмерлек мөхәббәтен, тормош юлдашын Сәлиә студент ваҡытта уҡ осрата. «5-се курста Минһажев урамындағы ятаҡта тора инем. Күрше бүлмәгә клиник ординатурала уҡыған студенттарҙы урынлаштырҙылар. Хәсән – Ейәнсура районының Ибрай ауылынан. Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Үҙенә үҙе юл ярған, ағаһы ла медицина институтын тамамлағанға күрәлер, ошо юлды һайлаған. Ленин стипендиаты. Танышып, дуҫлашып китеп, алтынсы курсты бөткәс өйләнештек. Уҙған быуаттың 80-се йылында, үҙебеҙ ҙә аңғармаҫтан, Олимпиадаға тура килтереп, туй яһаныҡ. Интернатураны Республика балалар клиник дауаханаһында үттем. Хеҙмәт юлымды етем балалар йортонда балалар табибы булараҡ башланым. Бер айҙан өс йәшкә тиклемге етем йә ташланған сабыйҙар менән өс йыл эшләнем. Шарттар насар. Бер хеҙмәткәргә 20-30 бала тура килә ине. Бәләкәстәрҙе йәлләп, үҙем ҡалып йыуындыра торғайным. Ординатураға уҡырға ингәс, балаларҙы һағынам, төшөмә лә илап инәләр. Хеҙмәттәштәремдән, ниңә Володя менән Илья мине саҡыра ул, тип һорайым. Баҡтиһәң, уларҙы шарттары тағы ла хөртөрәк етемдәр йортона күсергәндәр икән», – тип хәтерләй Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. Клиник ординатура үткәс, Республика клиник дауаханаһында педиатр-генетик булараҡ консультациялар бирә.
Бер йәнен меңдәргә өләшеп
Мөдир, профессор Рим Вәли улы Мәғжәнов уға Башҡорт дәүләт медицина институтының неврология кафедраһында генетика курсын алып барырға тәҡдим итә. 1990 йылда ассистент дәрәжәһендә фән тауҙарын яулай башлаған тырыш ханым 1997 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Ярты йылдан һуң уны Һаулыҡ һаҡлау министрлығына эшкә саҡыралар. Ун йыл ғүмере тынғыһыҙ ҙа, һөҙөмтәле лә хеҙмәт менән үтә. Балалар йортон, шифаханаларын яңыса үҙгәртеп ҡороп төҙөү, Республика перинаталь үҙәген сафҡа индереү – әйтеүе генә анһат, ә күпме көс түгелгән, эҙмә-эҙлекле эш алып барылған! Бюджет иҫәбенә ЭКА (ЭКО) ысулын индереү тап шул осорҙа, уның тырышлығы менән яйға һалына. Тәүҙә ошо маҡсаттан тотоноу өсөн бер миллион бүленһә, аҙаҡ ун миллионға тиклем арттырыла. Яуаплылыҡ, йөкләмәләр арҡаһында күп осраҡта ҡатын-ҡыҙ үҙен, шәхси тормошон икенсе планға күсерә. Бер-береһен фән юлында үҫтереп, башҡаларға ла ярҙам итеп йәшәүсе пар үҙ ҡошсоҡтарын булдырыу ваҡытын үткәреп ебәрә. Бер ғаиләлә – ике фән докторы, ике ғалим, береһе – сәйәсмән, халыҡтың сикһеҙ мөхәббәтен яулаған, кешеләр өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер йәмәғәт эшмәкәре. Икеһе лә ихтирамға лайыҡ. Береһе шундай дәрәжәгә өлгәшә алғаны, икенсеһе – уны шул бейеклеккә күтәрелергә ынтылғанда ҡанаттарын киҫмәгәне өсөн.

Кеше бәхете
Беҙ, башҡорттар,
аттарыбыҙ һымаҡ,
Үтә сабыр, үтә түҙемле.
Әммә, бер ярһыһаҡ, тотоп
Тыйып булмай,
Тартһаң да ныҡ теҙгенде...

Рәми Ғарипов,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

«Бәйләнештә» селтәрендә булдырылған «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмөнөң мөрәжәғәте буйынса армияла имгәнеп, онкология менән ауырып киткән Белорет егетенә Мәскәүҙә дауалау ваҡытын оҙайтырға ярҙам иткәс, уның әсәһе Ғәлиә Богодерованың (Фәтҡуллина) рәхмәт һүҙҙәре: «Ул егет – минең улым Дим. Үҙемдең шундай ҙур ҡайғымдан шаңҡып йөрөүем һаман да иҫемдә... Гүзәл апай (Ситдиҡова – ред.), Һеҙгә ҙур рәхмәт! Сәлиә апай менән хәбәрләшеп, минең улымды әжәл тырнағынан йолоп алдығыҙ! Ярҙамығыҙ әйткеһеҙ ҙур! Сәлиә апай ваҡытын йәлләмәй мине телефон аша тынысландырҙы, Бурденко госпиталенең табиптары менән һөйләште. Шундай ҙур ярҙамығыҙ өсөн үҙегеҙ ҙә Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәттәрендә булһағыҙ ине!» Быныһы инде депутаттың көндәлек алып барылған бихисап эштәренең тамсыһы ғына. Ул нисәмә йылдар мөмкинлеге булмаған өлкәндәргә, күп балалы ғаиләләргә, шулай уҡ мәктәптәргә, дауаханаларға, ветерандарға ваҡытлы матбуғат бүләк итә. Рәхмәттән башҡа ни әйтәһең?

«Парламент эшмәкәрлеге йылдарым Һаулыҡ һаҡлау комитеты составында һаулыҡ һаҡлау, социаль мөхит, социаль йөкләмәне үтәү өлкәләрен үҫтереү, камиллаштырыу менән бәйле булды. 56 федераль ҡанунды әҙерләүҙә туранан-тура ҡатнаштым, уларҙың 29-ы ҡабул ителде. Хеҙмәттәштәрем менән уртаҡ тырышлыҡ һөҙөмтәһе булараҡ, республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылған байтаҡ проекттарҙы һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашырҙыҡ. Мәҫәлән, 2015 йылда федераль ҡаҙнанан бүленгән субвенциялар иҫәбенән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы яйға һалдыҡ. Башҡортостан абитуриенттары өсөн федераль медицина вуздарына өҫтәлмә маҡсатлы урындар бүлеү буйынса әүҙем эш алып барылды. Үткән йылда бындай урындар һаны 92-гә етте (унан алдағы йыл 29 ине). Иң ҡыуаныслыһы – был урындарҙың күбеһе ауылдан сыҡҡан ҡыҙҙар һәм егеттәргә тейҙе.
Дүрт йыл эсендә 2000-дән ашыу кеше төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Мохтаждарҙың һәр береһенә медицина ярҙамы күрһәтелде. Төп эшмәкәрлегем һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йүнәлтелһә лә, мәҙәниәт-рухиәт донъяһын урап үтмәҫкә тырыштым. Мин ойошторған «Мираҫ» хәйриә фонды эшмәкәрлеге сиктәрендә ҙур эш атҡарылды. Уларҙың иң билдәлеләрен атап үтәйек: Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Башҡорт телен өйрәнәм» проекты, «Алмағас төҫө» документаль фильмы. Шулай уҡ «Ағинәйҙәр ҡоро» клубына, «Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттарының ойошмаһы»на төрлө дәүмәлдә ярҙам күрһәтелде. 2012 йылдан алып, алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина менән берлектә шашка спортын үҫтереү буйынса программаны тормошҡа ашырабыҙ. Был эштең һөҙөмтәһе ҡыуаныслы: ошо йылдар эсендә 2000-дән ашыу бала шашка спортын үҙ итте, 30 тренер йәлеп ителде, 1000-дән ашыу сара үткәрелде», – ти ул депутат эшмәкәрлегенә һығымта яһап.

Ҡатын-ҡыҙ һәм сәйәсәт
Нимә өсөн йәшәй ерҙә кеше,
Йөҙмәҫ балыҡ,
Осмаҫ ҡош булһа?
Һинең бәхетең һуң кемгә кәрәк,
Үҙ ояңды ғына ҡайғыртһаң?

Рәми Ғарипов,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Ысын мәғәнәһендә халыҡ депутаты ниндәй булырға тейеш, шуны күрһәтәм, тигән маҡсат ҡуя сәмле, тәүәккәл ханым. Башта республика буйынса һайланған 14 депутаттан бер генә ҡатын була ул. Закондар сығарыу бер, халыҡ менән эшләү икенсе, йәнә сит илдә лә парламент-ара эшмәкәрлекте алып барырға кәрәк. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы халыҡ-ара кәңәшмәләрҙә Рәсәй исеменән халыҡ һаны артыуы һәм үҫеше буйынса ҡыҙыҡлы һәм төплө сығыштар яһай. 2010 йылдың аҙағында «БР халҡына медицина-генетик ярҙамы күрһәтеү» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

«Билдәлелеккә махсус рәүештә ынтылманым, әммә бәләкәйҙән, Түкәттә торғанда ла, Мәҡсүттә лә, ишек-ҡапҡа ябылмай торғайны. Атайым әүҙем кеше ине. Берәйһенә ярҙам итергә кәрәк булһа, йә ғариза, йә дәғүә яҙыша. Ул ваҡыттарҙа адвокат яллау юҡ ине. Һәр ваҡыт халыҡ араһында булды. Шуға мин дә аралашып, һөйләшеп өйрәнгәнмендер. Ҡайһы бер кеше, тик ултыр, өндәшмә, тығылма, тип тәрбиәләнгәндән, йомоғораҡ була бит. Ә беҙҙә, киреһенсә, хупланылды. Һеҙҙе уҡытыусы балалары тип күрәләр, өҫтөгөҙҙө ҡарап йөрөгөҙ, өлгөлө булығыҙ, тип өйрәтә торғайнылар. Икенсе яҡтан, 1-се интернат-мәктәпкә барып эләгеүем мөмкинлектәремде асты. Генетика өлкәһенә йәлеп ителеүем дә ошо сифаттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итте. Һөнәрем буйынса йыш ҡына матбуғат, телевидение-радио аша сығыш яһарға тура килде. Йәштәргә әйтәм: үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы булығыҙ, шул ваҡытта инде дәрәжәләр ҙә, вазифа буйынса үрләү ҙә үҙенән-үҙе килер. Билдәле булыуҙың икенсе яғы ла бар: тәнҡит уҡтары, ҡырын һүҙҙәрҙән дә азат була алмайһың. Уларҙы ла «йота» белеү мөһим. Дуҫ булмағандар һәр төрлө ырғаҡты файҙаланырға тора. Үкенескә ҡаршы, булмаған нәмәне бар тип инандырырға тырышҡандар ҙа осрай. Ошондай һынауҙарҙы үтергә лә ныҡлыҡ кәрәгәсәк», – тип фекер йөрөтә ул.

Матурлыҡ
Сәлиә ханым матурлыҡты сәләмәт булыуҙа күрә. Үҙе лә күберәк хәрәкәт итеүҙе, саф һауала йөрөүҙе, һыуҙа йөҙөүҙе, дөрөҫ туҡланыуҙы йәшәү рәүеше итеп алған. Ҡанды тикшертеп, табип менән кәңәшләшкәс, биологик әүҙем өҫтәмәләрҙе, бигерәк тә оло йәштәгеләргә, ҡулланыу файҙалы булыуы хаҡында ла әйтә. Бит йыйырсыҡтарын бөтөрөр өсөн бысаҡ аҫтына ятыуҙы, уколдар ҡаҙауҙы хуп күрмәй – битлектәр, массаж ярҙамында ла бынамын тигән һөҙөмтәгә өлгәшеп була, тип һанай. Матурлыҡ – ул күңел сафлығы, бәхет – ул кешеләргә кәрәк булыуыңды тойоу, маҡсаттарға өлгәшеү, тыуған илең, ерең, телең, тигәнде Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы үҙенең берәгәйле эштәре, йәшәү рәүеше менән иҫбатлай. Был ихласлыҡты халыҡ та тоя: исеменә есеме тап килгән арҙаҡлы ҡыҙына («Сәлиә» – ғәрәпсәнән «йыуатыусы») сикһеҙ мөхәббәтен, ышанысын белдерә.
Әлеге көндә Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева, депутатлыҡ йөгөн һалып, Мәскәүҙән ҡайтып төшкәс, күптәр уның ҡайҙа, кем булып эшкә барыуы менән ҡыҙыҡһына. Тартҡан атҡа йөк табылыр, иң мөһиме – ул беҙҙең менән, тыуған республикаһында. Яңы асылып торған ғүмер бите һөйөнөстәргә, уңыштарға бай булһын, Сәлиә ханым!
Гөлназ ҠОТОЕВА.

Александр ДАНИЛОВ
һәм ғаилә архивы фотолары.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ Сәлиә Мырҙабаева





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook