Башҡортостан Ҡыҙы

Балаларға арналған ғүмер

Балаларға арналған ғүмерБер-беребеҙгә бер ҡасан да битәр менән өндәшмәнек, пар ҡанаттар булып йәшәнек, тиҙәр улар йылмайышып. Ғаилә ҡороп, бәхетле ғүмер кисереүҙәренә тиҙҙән 57 йыл тула. Балалары ла уңышлы. Республикала Таңһылыу һәм Миҙхәт Байрамғоловтарҙы белмәгәндәр һирәк. Фиҙакәр шәхес, хөрмәтле уҡытыусы, тынғыһыҙ йәмәғәтсе улар икеһе лә.

Һуғыш йылы балалары

Баймаҡ районы Темәс ауылында Бөрйән ырыуы тубырҙаҡтар араһы Ғүмәр Мәхмүтйән улы Әүәлбаев ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән Таңһылыуҙың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Биш баланы әсәһенә ҡалдырып, яуға киткән атаһы Ленинград блокадаһына эләгеп һәләк була. «Ғаилә усағын, сабыйҙарын һаҡлаусы һылыу ғына әсәйем арыҫланға әйләнде лә ҡуйҙы!» – тип һоҡлана ул барлыҡ донъя хәстәрен үҙ иңдәренә ауҙарған һөйөклөһөнә.
Балаларға арналған ғүмер
Таңһылыу моңло бала була. Атаһы ла фронттан, ҡыҙымды йырлатмай ҡуймағыҙ, тип борсолоп хаттар яҙа. Моң – ул шундай аманат, һәр ваҡыт үҙенә юл таба. Ауырлыҡтар моңло кешене сыныҡтыра ғына.

Иң ҡыйыны – Темәс педучилищеһын тамамлап, уҡытыусы булып сыҡһам, бөтәгеҙҙе лә уҡытырмын, тип яҡты хыялдар ҡорған Салауат ағаһының мәрхүм булыуы. Һеңлеһенең 1-се класты тамамлау уңайынан үткәрелгән йыйылышына барған ағаһы уның «бишле»ләргә генә өлгәшеүенә һөйөнөп: «Таңһылыуың мөғәллимә һөнәрен һайлар, аяҡ атлағандан уҡытыусы булып уйнаны бит!» – тип юрағаны юш килә. Ҡыҙыҡай ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Темәс педучилищеһына уҡырға инә. Әммә, ике йылдан ул ябылғас, уҡыуын Белореттағы педагогия училищеһында бөтөрөп ҡуйырға тура килә.

Ас ҡапҡаңды, яңы тормош!

Бына Таңһылыу Әүәлбаева, ҡулына Баймаҡ мәғариф бүлегенән алған йүнәлтмә тотоп, Әхмәр ауылына юллана. Директор ул барырға тейешле Атанғол ауылын өйрәтеп ебәрә.

Мәктәп тигәндәре кәртәләп тә алынмаған бәләкәй генә йорт икән, баҡтиһәң. Электр уты ла үтмәгән бер урамлыҡ ауылда өй беренсә йөрөп, ата-әсәләр менән танышып, яңы уҡыу йылына балаларҙы беренсе класҡа йыя йәш мөғәллимә. Ағастар күсереп ултыртып, уйнау майҙансыҡлы, сәскәле ихата булдырып, белем усағын эстән дә, тыштан да ялтыратып, ун ике уҡыусы менән уҡыу йылын башлай. Ай һайын тырыш уҡытыусыға тикшереү менән директор килә лә етә. Аҙаҡ асыҡлана: бер тигән егет һылыу Таңһылыуға күҙ һалып йөрөгән икән! Миҙхәт йөрәк серен аса, ҡыҙға тәҡдим яһай. Юғары белем алыу хаҡында хыялланам, Белореттан ары бер ҡаланы ла күргәнем юҡ, донъя гиҙеү ниәтем дә бар, тигәс, егет уға, бергәләп уҡырбыҙ, бергәләп күрербеҙ, тигән вәғәҙәһен бирә.

Ҡыҙҙы әйттерергә, мәктәп атын егеп, Миҙхәт үҙе генә бара. Туғанһыҙ кешеме ни һин, тип бер аҙ ыҙалатып алғас, никах уҡыла. Ҡәйнә кеше, законлы яҙылышмай тороп, ҡыҙымды бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, тигәс, ул шарт та үтәлә. Шулай итеп, йәштәр Әхмәр ауылында донъя көтөп алып китә. Мөхәббәт емеше булып тәүге балалары Фирғәт донъяға килә.

«Ул заманда эшләгән кешеләр менән партия етәкселек итте, һорап торманылар, Ишмырҙа-Йүкәләр ауылына эшкә барырға бойороҡ алдыҡ. Өс айлыҡ йәш бала, ҡәйнәм менән бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған бәләкәс кенә өйгә күсеп барҙыҡ, Ишмырҙа мәктәбендә һигеҙ йыл эшләнек», – тип хәтирәләргә бирелә Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙы.

Был осор ҙа аҙаҡ бөтә республикаға билдәле булып киткән бейеүселәр Әсғәт Йәнбәков, Радик Тотманов, режиссер Сәлихйән Әфләтүнов кеүек дан уҡыусыларға белем, тәрбиә биреү менән әһәмиәтле.

«Йәмәғәт башланғысында мәктәптә пионервожатыймын, балаларҙы бейергә, йырларға өйрәтәм, үҙем нәфис һүҙ оҫтаһы булып танылдым, ауылда радио селтәре бар ине, аҙна һайын сығарылған радиотапшырыу минең өҫтә, үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөгәндәргә костюм тегеү, улар өсөн сценарий яҙыу ҙа минең ҡарамаҡта. Уның ҡарауы, беҙҙекеләр райондан Гран-при алып ҡайта ине! Үҙебеҙ кисен драма түңәрәгенә йөрөйбөҙ. «Егеттәр» пьесаһын сәхнәләштерәбеҙ», – тип хәтерләүенән уның төрлө яҡлап һәләтле шәхес, ысын мөғәллимә булыуын күҙаллайһың.

Ишмырҙа ауылында, Фирғәткә иш булып, Булат тыуа. Малайҙар бер-береһенә терәк, иптәш булып үҫә.

1968 йылда Байрамғоловтар йәнә лә күсенә. Был юлы – Баймаҡ районы Төркмән ауылына, яңы төҙөлгән «Ирәндек» совхозына. Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙына унда балалар баҡсаһы ойоштороп ебәрергә тура килә. Ылыҡтырыу өсөн, ҡушарлап өс ат ектереп, ауыл буйлатып йөрөтөп, шыршы байрамына индертә. Ата-әсәләр ҙә, тәрбиәләнеүселәр ҙә ҡәнәғәт ҡала. Өфөнән Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙы алып ҡайтҡан проект буйынса ике йыл эсендә балалар баҡсаһын өлгөртәләр.

Ире Силәбе институтының химия-биология факультетын тамамлап, ҡулына диплом алғас, Таңһылыуға ла уҡырға форсат тейә. БДУ-ның филология факультетында ситтән тороп белем ала егәрле ҡатын.

Йәмәғәтселек эштәрен бында ла күңел һалып башҡара ул. Фермала – агитатор, радио селтәрендә – диктор, мөхәррир, халыҡ тормошондағы етешһеҙлектәрҙе, ғаилә мөнәсәбәттәрен асыҡлаусы, тәртипкә һалыусы иптәштәр суды сәркәтибе, рәйесе, шулай уҡ концерт ҡуйғанда ла башлап йөрөүсе була ул. Йырлап та ебәрә, тамашаларҙа ролдәр башҡара.

Иң иҫтәлеклеһе, моғайын да, «Ҡарға бутҡаһы» йолаһы менән телевидениеға төшөүҙер. Милли кейемдәрҙе тергеҙеп, үткәреү тәртибен өйрәнеп, иҫ киткес бер рухи күтәренкелектә йәшәй улар был дәүерҙә. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, «Туғажман» фольклор ансамбле төҙөп, халыҡ йырҙарын башҡарып, сәнскеле-төртмәле таҡмаҡтар әйтеп, йолаларҙы сәхнәләштереп, һәр ауылда ошондай ансамбль төҙөргә дәртләндереп йөрөйҙәр.
Шулай итеп, Төркмән урта мәктәбендә 30 йыл эшләй, шул дәүерҙә класс етәксеһе булараҡ бер нисә быуын уҡытып сығара.

Ул арала балалары ла буй еткерә. Оло улдары – табип-реаниматолог, кесеһе инженер-механик һөнәренә уҡый. Артабан Фирғәт медицина буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, Булаттары өҫтәп юридик белем ала.

Улдары, олоғайҙығыҙ, инде тыныс ҡына йәшәгеҙ, тип кәңәш биргәс, Байрамғоловтар, күкрәп торған баҡсаларын, матур өйҙәрен ҡалдырып, Баймаҡ ҡалаһына күсенә. Әммә янып өйрәнгән йөрәк өйҙә боҫоп ҡына ята буламы һуң? Ҡала китапханаһы эргәһендә эшләп килгән «Атайсал» клубына, «Ағинәйҙәр» төркөмөнә ҡушылып, үҙҙәренә яңы тормош асалар. Мәүжидә Айытҡолова етәкләгән «Ҡомартҡы» ансамбле ағзаһы булыуын айырыуса бер ғорурлыҡ менән иҫкә ала Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙы. Салауат районына барып, Салауат йыйынынан, Йылайырҙа Ишмулла Дилмөхәмәтов көндәренән лауреат булып ҡайтыуҙарын һағынып һөйләй. Үҙе «Туған моңдар», «Оҙон көй» бәйгеләрендә ҡатнашып, халҡыбыҙҙың һирәк йырланылған боронғо йырҙарын башҡарып, призлы урындар яулап ҡайта.

2010 йылда Хаж ғәмәлен үтәүенән дә ҡәнәғәт ул. Ире менән бергәләп барырға әҙерләнгән ерҙән, Миҙхәт Әсфәндиәр улы ауырып киткәс, алыҫ сәфәргә яңғыҙына юлланырға тура килә. Кипр, Греция, Төркиәгә улар икәүләп тә, балалары менән дә барып ҡайта. Шулай итеп, Миҙхәт Әсфәндиәр улы вәғәҙәһен үтәй.

Рәссам

Түргә уҙғас та, тәҙрә янындағы яҡтыға ҡуйылған акварель менән төшөрөлгән һүрәткә арбалам. Бәләкәй инеш аша һалынған баҫма, гүйә, үҙенә тарта, саҡыра, бүрәнәләргә баҫып, алдағы һуҡмаҡтан урманға йүгереп кенә инеп китерҙәй булаһың. Был – Миҙхәт Байрамғоловтың әлеге мәлдә яҙған картинаһы. Һәүәҫкәр рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баймаҡ районы Төркмән ауылында ҡурайға ҡуйылған тәүге һәйкәлдең авторы көслө рухлы уҙаман булып күҙ алдына баҫа. «Совет дәүерендә минең өсөн ижадҡа юл асылманы. Уның ҡарауы, яҙған лозунгыларымды һуҙһаң, Айға етер ине», – тип йылмая ул. Үҙнәшер менән өс китабын сығарған. «Дүртенсеһе – яҙылыу өҫтөндә», – ти ул. Байтаҡ шиғырҙары юғалыуын да әсенеп иҫкә ала. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында тәүге күргәҙмәһе Баймаҡта ойошторола, Мәскәү университетында рәссамлыҡҡа ситтән тороп уҡып ҡайтҡас яҙған «Һауынсы» картинаһы Мәскәү күргәҙмәһен биҙәй, тап ошо эше арҡаһында Советтар Союзының баш ҡалаһында һүрәт төшөрөү оҫталығына өйрәтеү өсөн бушлай уҡырға саҡырыла.

Өфөлә лә үтә уның күргәҙмәләре. «Урал» галереяһында һүрәттәре эленеп торғандан һуң, матбуғат-телевидениела сағылыш тапмағас, бер аҙ күңеле лә һүрелеп ала. Шәкәр диабеты арҡаһында бер аяғын ҡырҡтырғас, ижад эштәрен онотоп тора. Ни ғәжәп, ярты йылдан һуң, 86 йәше менән барған Миҙхәт ағай ҡулына ҡылҡәләмен ҡайтанан ала һәм... ошо һоҡланғыс картина тыуа! Янында «ыһ» тиһә лә йүгереп килеп еткән Таңһылыуы бар, атай тип өҙөлгән улдары, ейән-ейәнсәрҙәре. Картиналарымды ихлас күңелдән туғандарыма, дуҫтарыма бүләк итәм, ти Миҙхәт Әсфәндиәр улы. Фирғәт улының айырым бүлмәлә уның картиналары музейын булдырырға йыйыныуын да ғорурлыҡ менән әйтә атай кеше.

Ғаилә ныҡлығы – тәрбиә

Республика перинаталь үҙәгенең баш табибы Фирғәт Миҙхәт улы Байрамғолов бала сағында кино актеры булырға хыяллана. Атаһы алып ҡайтҡан «Совет киноһы» китабы сәбәпсе буламы быға, әллә Төркмән ауылында йорттарының яртыһында участка дауаханаһында эшләгән табиптар йәшәүеме? Ауылдан бер нисә өйҙән ата-әсәләр Урта Азияға сәйәхәткә киткәнендә балалар ғына тороп ҡалып, мейесте иртәрәк томалап йоҡлап киткәс, Фирғәт ҡапыл уянып китә. Балаларҙың ҡоҫошоп, бик сәйер йоҡоға талыуы хафаға һала малайҙы. Өй елләнһен тип, ишектәрҙе асып, күршеләренә йүгерә. Шулай итеп, тиҫтерҙәре үлемдән йолоноп ҡала. Был да аҡ халатлыларға ихтирам уята.
Балаларға арналған ғүмер
Ул ваҡытта Ҡыш бабай янында Яңы йылды ла саҡырып йөрөтөр булалар. Ошо роль тап бәләкәй Фирғәткә йөкмәтелә: ул Ҡыш бабай менән етәкләшеп, бер ҡулына бенгаль уты тотоп, байрамға килеп сығырға тейеш була. Шығырым тулы залға ингәс, малайҙы яҡыныраҡ килеп күрәйем тип тағы ҡыҫалар, шул арала мамыҡтан эшләнгән башлыҡҡа уттың ҡыҙған тимеренән ялҡын тоҡана. Кешеләр аптырашып ҡаса башлай. Шул мәлдә әллә ҡайҙан боронғоса балитәктәрен елпелдәтеп, ауыр сәсәк шәлен бөркәнгән Шәрифә өләсәһе пәйҙә була. Бүрке янған малайҙы шәле менән ҡаплап, утты һүндергәс, бите янған баланы алып ҡайтып дауалай. Бешкән ерҙә йөй ҙә ҡалмауына әле һаман ғәжәпләнә ул. Ҡәҙерлеһенең халыҡ дауалау ысулдарын белеүе һоҡландыра.
Атаһы самолеттарҙың моделен эшләргә өйрәтһә, әсәһе мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй. Фирғәт Миҙхәт улының йыр-моңға битараф булмауы ла шунан. Моңло ғаиләнән булған баш табиптың дауахана гимнын үҙе башҡарыуы бер ҙә ғәжәп түгел.

Медицина училищеһын тамамлап, бер аҙ эшләгәндән һуң, хәрби бурысын үтәй. Ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Ун һигеҙ йыл 21-се дауаханала эшләгәндән һуң, 2-cе Республика клиник дауаханаһында табип, бүлек мөдире, баш табип вазифаларын башҡара. Ғаиләне һаҡлау үҙәген сафҡа индергәс, Республика перинаталь үҙәгенә баш табип итеп ҡуйыла. Әлеге заманса хәленә еткергәнсе бик күп көс һалырға тура килә уға.

«Күҙ төбәп килгән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың да өмөтөн аҡлайбыҙ, тип әйтә алмайым. Түлһеҙлек проблемаһын хәл итеү ғаиләнән, тәрбиәнән башланырға тейеш. Айырылышыуҙар күп. Енси бәйһеҙлек йыш ҡына ошо бәхетһеҙлеккә килтерә. Балаларыбыҙҙы йәштән һаҡларға бурыслыбыҙ. Бар эштең дә ваҡытында атҡарылыуы мөһим. Карьера, дәрәжә артынан ҡыуып, күптәр ваҡытын үткәреп ебәрә. Ҡатын-ҡыҙ Аллаһы Тәғәлә тарафынан иң тәүҙә әсә булырға яратылған, шуны онотмаҫҡа тейеш», – тигәнендә лә дөрөҫлөк бар.

Оло ҡыҙы Ғәлиә атаһы юлынан киткән. Табип булып эшләй. Тиҙҙән әсәй булырға йыйына. Морат менән Алһыу – әлегә мәктәп уҡыусылары. «Ҡатыным Гөлнара Фәнәүи ҡыҙы – табип-анестезиолог. Уңғанлығы, балаларҙы тәрбиәле, өйҙө тәртиптә тотоуы менән әсәйемә оҡшаған. Ул яҡтан күңелем тыныс», – ти Фирғәт Миҙхәт улы.

Ирҙе һанлау, балаға тәрбиә биреү, белемгә ынтылыш, маҡсаттарҙы бойомға ашырыу, кешелеккә хеҙмәт итеүҙе алға ҡуйған ғаилә татыу, бәхетле булыуы менән айырыла. Байрамғоловтарҙа был сылбырҙы Шәрифә, Таңһылыу, Гөлнара тигән тынғыһыҙ, сабыр, фиҙакәр заттар тотоп тора. Халҡыбыҙға арымай-талмай хеҙмәт иткән ир-егеттәребеҙгә улар терәк тә, таяныс та.
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook