Башҡортостан Ҡыҙы

Ҡан баҫымы юғарымы?

Ҡан баҫымы юғарымы?Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда һәр икенсе үлемгә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары сәбәпсе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ал-ялһыҙ тибеп, йәшәүебеҙҙе тәьмин иткән йөрәктең ҡәҙерен белмәйбеҙ, һис йәлләүһеҙ туҙҙырабыҙ. Үҙеңде, яҡындарыңды йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан нисек һаҡларға? Республика кардиология үҙәгенең баш табибы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты Ирина Евгеньевна Николаеваның журналыбыҙҙа донъя күрәсәк яҙмалары шул хаҡта. Был һанда ул йөрәкте ҡаҡшатыусы юғары ҡан баҫымы тураһында бәйән итә.

«Шым үлтереүсе» – хәҙерге замандың иң таралған ауырыуҙарының береһе булған юғары ҡан баҫымын шулай тип атайҙар. Рәсәйҙә һәр өсөнсө кеше был сиргә дусар, әммә күптәр үҙҙәре был хаҡта белмәй. Алтмышты үткән һәр икенсенең ҡан баҫымы күтәренке. Шуларҙың өстән бере дауалана, ә һөҙөмтәле дауа алыусылар 8 – 10 процент ҡына.
Гипертония йөрәккә, мейегә ҡан һауыуға, йөрәк, бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуға килтереүе менән ҡурҡыныс.

Ауырыу билдәләре ниндәй?
Баш ауыртыуы, эске көсөргәнеш, эшкә һәләтлелек кәмеүе, йөрәк тулауы, уның тәңгәлендә ауыртыу, ҡолаҡ шаулауы, хәтер насарайыуы – юғары ҡан баҫымының ошо һәм башҡа билдәләре ғәҙәти арыуҙы хәтерләтә һәм ял иткәндән һуң үтә торған. Әммә быға шатланырға түгел. Юғары ҡан баҫымы шуның менән мәкерле лә инде: баштараҡ уны кеше йыш ҡына еңел үткәрә, ләкин сир аҫтыртын ғына бөтә организмды ҡыйрата.
Ҡан баҫымы күтәренке булғанда тамырҙар ҡыҫыла, был ҡан әйләнешен, ағзалар һәм туҡымаларҙың кислород менән туйыныуын ҡыйынлаштыра. Бигерәк тә мейе туҡымалары кислородҡа ҡытлыҡ кисерә.

Дауалау ниҙән ғибәрәт?
Юғары ҡан баҫымынан тулыһынса дауаланып булмай. Әммә даими үлсәп тороп, төшөрөү сараһын күргәндә, өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа мөмкин. Нормалағы күрһәткес: 120/80 – 139/89 мм. Бөгөн тамырҙарға, баш мейеһенә, йөрәккә, бөйөргә ыңғай йоғонто яһаусы дарыуҙар бик күп. Килешкән препарат һәм уның миҡдары, ауырыуҙы ентекле тикшергәндән һуң, шәхсән билдәләнә. Иң мөһиме – дауаланыуҙы өҙмәү.
Юғары ҡан баҫымынан дауаланғанда мотлаҡ йәшәү рәүешен үҙгәртергә кәңәш ителә:
– кәүҙәгеҙ ауыр икән – ябығыу,
– ризыҡҡа һалған тоҙҙо кәметеү,
– алкоголь менән мауыҡмау,
– даими рәүештә физик күнекмәләр яһау, йәйәү йөрөү, йөҙөү,
– тәмәкенән баш тартыу мөһим.

Өҫтәлеңә тоҙ ҡуйма!
Ҡан баҫымы нисек ашауыбыҙға бәйле. Көндәлек ашауҙы дөрөҫ яйға һалыу ҡан баҫымын 5–15 берәмеккә төшөрөргә ярҙам итә. Ә ҡан баҫымын 5 берәмеккә кәметеү ҙә инсульт хәүефен 38 процентҡа, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем ҡурҡынысын 21 процентҡа кәметә!
Иң беренсе сиратта тоҙ ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк, сөнки тоҙ организмда һыуҙы туплай. Бер үк ваҡытта шыйыҡлыҡты бер ни тиклем кәметеү фарыз: беренсе аштарҙы ла иҫәпкә алһаң, тәүлегенә 1,5 литрҙан артмаҫҡа тейеш. Тоҙ, беренсе, икенсе аштарға һалынғанын да индереп, көнөнә йәмғеһе 4-5 грамдан (бер сәй ҡалағы) күп булмаһын. Әсе ризыҡ яратаһығыҙ икән, тоҙ урынына күберәк тәмләткестәр ҡулланығыҙ. Тик әҙер ҡушымталар түгел, айырым тәмләткестәр – лавр япрағы, шафран, ҡәнәфер, укроп, кориандр, орегано, мускат сәтләүеге, лимон һуты файҙаланырға тырышығыҙ. Ә бына сей һуған, ҡыҙыл һәм ҡара борос, гәрсис, керәндән ҡан баҫымы һикереүе ихтимал.

Шулай уҡ даими ҡаты сәй (йәшел сәйҙең дә ҡатыһын), ҡәһүә, какао эсеү, ҡаҡланған һәм ыҫланған ризыҡтар ашау, алкоголь эсемлектәр менән мауығыу ҙа ҡан баҫымын күтәрә.

Был сиргә дусар кешенең өҫтәлен төрләндереү мөһим, унда углевод, аҡһым, майҙар етерлек булырға тейеш. Бигерәк тә ҡатмарлы углеводтарҙы арттырырға тырышығыҙ. Ҡатмарлы углеводтарға көрпә ҡушылған икмәк, һоло, арпа, ҡарабойҙай ярмаһы, бойҙай шытымдары, йәшелсә-емеш, яңы һыҡтырылған йәшелсә һәм емеш һуттары бай. Рафинадланған ризыҡтар – аҡ икмәк, макарон, дөгө, манный бутҡаһын, киреһенсә, кәметегеҙ. Крахмалға бай картуфты ла сикләү зарур.

Аҡһымлы аҙыҡтарҙан шыйыҡ һөткә һәм һөт ризыҡтарына, һимеҙ булмаған башмаҡ йәки ҡош итенә, майлы балыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Итте, балыҡты ҡыҙҙырып түгел, һыуҙа бешереп, томалап, парҙа, грилдә әҙерләгеҙ. Атеросклероздан һаҡланыу өсөн мал майҙарынан, «йәшерен май», «йәшерен тоҙ» менән тулы колбаса, консерва, гамбургерҙарҙан баш тартығыҙ. Үҫемлек майҙарын – зәйтүн, көнбағыш майын тотоноғоҙ.
Калийға, магнийға бай ризыҡтар йөрәк мускулын нығыта. Калий бананда, кәбеҫтәлә, күрәгәлә, ҡара емештә, йөҙөмдә мул булһа, магний әстрхан сәтләүегендә, кишер менән сөгөлдөрҙә, ярмаларҙа күп.

Ашаған ризыҡтарҙың туҡлыҡлылығы тәүлегенә 2000 килокалориянан артмаһын.
Диета – юғары ҡан баҫымын көйләргә ярҙам итеүсе алым, ул айы­рыуса сирҙең башланып торған мәлендә бик һөҙөмтәле. Ашау тураһында ошо кәңәштәрҙе тотоу, дөрөҫ һайланған дарыуҙар һәм сәләмәт йәшәү рәүеше оҙаҡ йылдар һеҙгә яҡшы кәйефле, эшкә һәләтле булып ҡалырға ярҙам итер.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook