Башҡортостан Ҡыҙы

ТҮЛЕ ҺАУҘЫҢ НӘҪЕЛЕ ҺАУ

ТҮЛЕ ҺАУҘЫҢ НӘҪЕЛЕ ҺАУОшо көндәрҙә түллек биҙендә яман шеш үҫкән 64 йәшлек ҡатынға ҡатмарлы операция яһарға тура килде. «Шеш ныҡ аҙғансы ни эшләп һуҙып йөрөнөгөҙ? Һуңғы тапҡыр ҡасан гинекологта булдығыҙ?» – тигән һорауыма апай ябай ғына итеп: «Утыҙ йыл элек төпсөк ҡыҙымды тапҡандан һуң күренгәйнем. Ауылда табипҡа барыу ҡайғыһымы, әле бер, әле икенсе мәшәҡәт сығып ҡына тора», – тип яуап бирҙе. Башҡа һыймаҫ вайымһыҙлыҡтың аяныслы эҙемтәләре хаҡында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Һуңғы йылдарҙа түллек биҙҙәренең яман шешенә дусар ҡатын-ҡыҙҙар ныҡ артыуына башлыса уларҙың ваҡытында табипҡа килмәүе сәбәпсе, тип әйтер инем.

Аналыҡ өҫтәмәләре тирәһендәге бөтә шештәр түллек шештәренә ҡарай. Кисталар (һыулы шештәр), нигеҙҙә, гормональ үҙгәрештәр һәм кесе янбаш ағзаларында даими ялҡынһыныу арҡаһында үҫешә. Ялҡынһыныу сәбәпле барлыҡҡа килгән фолликуляр кисталар, йәғни аталанмаған түл күҙәнәгенең тулышып, эсенә һыу йыйылып шешкән осраҡтар бигерәк тә йыш осрай. Улар – 6 – 8 см ҙурлыҡтағы бер яҡлы шештәр. Икенсе урында – һары есем кисталары. 16 йәштән 40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарҙа була торған был шештәр ҡан һауыуҙан шартлауы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта уларҙың үҙенән-үҙе бөтөүе лә ихтимал. Аналыҡ ҡыры өҫтөндә киң һеңерҙәр араһындағы туҡымала урынлашҡан кисталар ҙа була. Улар түллек биҙендә түгел, ә янында тамыр йәйә. Даими аднексит (түллектең ялҡынһыныуы) ерлегендә барлыҡҡа килеүсән. Ике айҙан шеш ҡайтмаһа, хирургик юл менән алып ташларға тура килә.
Түллектәге кисталар ғүмерҙең теләһә ниндәй осоронда барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡатын-ҡыҙҙың енси ағзалары шештәре араһында улар икенсе урында тора. Гинекология бүлегендәге операцияларҙың 12 проценты түллек биҙҙәренә яһала.

Был ауырыу гүзәл заттың бәпес табыу һәләтен ҡырҡа кәметә. Үҙенсәлекле генә билдәләре булмау сәбәпле, йыш ҡына иртә диагноз ҡуйыу ҙа ауыр. Шуныһы ҡурҡыныс: яман булмаған шеш рак сиренә әйләнергә мөмкин.

Хәүеф төркөмөнә кемдәр ҡарауын барлап үтәйек.
Беренсе сиратта кесе янбаш ағзаларында даими ялҡынһыныуҙан яфаланған ҡатын-ҡыҙҙарҙы атар инем. Уларға был ауырыуҙарҙан арындырыусы дауа менән бер рәттән гормональ контрацептивтар тәҡдим ителә.

Гормондар эшмәкәрлеге боҙолған – күрем циклы үҙгәргән, гормональ түлһеҙлектән ғазапланған, ырыуҙан үтә иртә, йә артыҡ һуң ҡалған гүзәл заттар.

Түллек биҙҙәренә операция яһатыусылар.

Түштәрендә, аналыҡта яман шеш асыҡланған ауырыуҙар.

Йөклөлөктәрен ауыр үткәреүселәр.

Яҡын туғандарының түллек биҙҙәрендә, аналығында яман шеш булған ҡатындар.

Шулай уҡ икенсе төрҙәге папиллома вирусы түллектәге етди шешкә сәбәпсе булыуы ихтимал. Оҙайлы ваҡыт көсөргәнешле тормошта йәшәү ҙә гормональ тигеҙлекте боҙоп, ошо сиргә килтереүе мөмкин. Юғары йышлыҡтағы электр тогы эргәһендә күп булыу, рентген нурын йыш алыу, насар экологик мөхит арҡаһында ла ауырыуҙың тамыр йәйеүе бар.

Түллектәге шеште асыҡлау алымдары ниндәй? Иң яҡшы ҡорамал булғанда ла тәжрибәле табип шеште башта һиҙгер ҡулдары менән тойоп ҡала – ул, ғәҙәттә, ҡытыршы, хәрәкәтһеҙ була. Көҙгөләр ярҙамында тикшереп, аналыҡ тышсаһынан анализ алыу мөһим. Шулай уҡ ультратауыш тикшереүе киң ҡулланыла. Уны үткәргәндә шеш күҙәнәге анализға алына. Компьютер, магнит-резонанс томографиялары бөтә яҡлы, аныҡ мәғлүмәт бирә, лимфа төйөрҙәрендә метастазалар булыу-булмауын билдәләй. Ашҡаҙан-эсәк юлында, түштә, аналыҡ тышсаһында шеш бармы-юҡмы икәнен ҡарау бик мөһим, сөнки шеш күҙәнәктәренең уларға күсеүе мөмкин. Ә иң күп мәғлүмәтте шеште асыҡлаусы маркерҙар «һөйләй».

Шуныһы хафаға һала: түллек биҙендә шеш тәү тапҡыр табылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың 70 процентында сир аҙып өлгөргән – өсөнсө стадияла була. Уның билдәләренә – күрем циклы боҙолоуына, ауыртыныуға, күрше ағзаларҙың эшмәкәрлеге насарайыуына гүзәл зат, «үтер әле» тип, иғтибар итмәҫкә тырыша. Ҡайһы саҡта ауырыу бер ниндәй билдәһеҙ, һыҙланыуһыҙ үҫешә. Сирҙе һуңлап асыҡлау уға ҡаршы көрәште ауырлаштыра, шештең ҙурайыуына, башҡа ағзаларҙы зарарлауына килтерә, һауығыуҙы кисектерә.

Был ауыр сирҙән үҙеңде нисек һаҡларға?

Иң мөһиме – сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу. Дөрөҫ туҡланыу, даими физик күнегеүҙәр яһау ғәҙәткә әйләнергә тейеш.
Ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы препараттар эсеү енси ағзаларҙа шеш барлыҡҡа килеүен 50 процентҡа кәметә. Бала табыу, уны имеҙеү дөйөм һаулыҡ өсөн генә түгел, түллек сәләмәтлеге өсөн дә файҙалы. Бәпес табыуҙы планлаштырыу, гормональ тайпылыштарҙы (түл биҙҙәренең, ҡалҡан биҙенең, бөйөр өҫтө биҙҙәре эше боҙолоуы, шәкәр диабеты) ваҡытында асыҡлау һәм дауалау зарур. Йылына ике тапҡыр гинекологҡа күренеү, кесе янбаш ағзаларын ультратауыш ярҙамында ҡарау, маммография, кольпоскопия үтеү, рак күҙәнәктәре булыу-булмауын асыҡлау өсөн аналыҡ муйынтығынан анализ биреү мотлаҡ. Һаулығыңа, күрем циклындағы үҙгәрештәргә, быға тиклем булмаған билдәләрҙең барлыҡҡа килеүенә иғтибар итегеҙ. Ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ ошо ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға тейеш.
Рәүфә ЙӘНТИЛИНА,
Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире,
юғары категориялы акушер-гинеколог,
БР һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы


Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ Рәүфә Йәнтилина





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook