Башҡортостан Ҡыҙы

Ике донъя араһында – балалар

Ике донъя араһында – балалар
«Хәҙерге бала-саға андроид-телефондар һәм компьютерҙың нисек эшләгәнен белеп тыуа шикелле», – тип тел сарларға ярата бөгөнгө өләсәй-олатайҙар. Ысынлап та, беҙҙең, ололарҙың, тормошона электрон техника бынан ун биш, егерме йылдар элек кенә мөғжизәләй булып килеп инһә, яңы быуын өсөн улар тыумыштан күнегелгән, көндәлектә ҡулланылған ғәҙәти әйберҙәр. Балаларҙың бөтә уйыны, әкиәти донъяһы, ҡайһы саҡта хатта дуҫ-ише лә шул виртуаль майҙанда.

… Электрон техниканың балаларға зарары тураһында һүҙ йөрөткәндә, электромагнит тулҡындарҙы ғына күҙ уңында тотмайҙар. Бында ата-әсәләрҙе икенсе, етдиерәк бәләләр ҙә һағалай. Бала-сағаның күҙенә ҙур көсөргәнеш төшә, оҙаҡ хәрәкәтһеҙ ултырып умыртҡаһы ҡыйшая, эсәктәре насар эшләй башлай, иммунитеты ҡаҡшай, ҡул суҡтарында ҡан әйләнеше боҙола, йоҡоһо насарая, ашағыһы килмәй. Виртуаль донъялағы мауыҡтырғыс йәнһүрәттәргә, уйындарға психик бәйлелек барлыҡҡа килә һәм, баланы күп ултырма тип тыйғанда, ирекһеҙләгән өсөн уларҙа ололарға ҡарата йән көйөү, хатта нәфрәт тә уяныуы бар. Күптән түгел халыҡты Кореяла бер уҡыусының ике тәүлеккә яҡын туҡтамай компьютер уйыны уйнап, хәлһеҙләнеп үлеүе тураһында хәбәр шаңҡытты. Шул уҡ илдә йәш әсәй менән атай көнө буйы икәүләп ярышып уйнап ултырып, йүргәктәге сабыйҙарын имеҙергә онотоп һәләк итте. Бындай фажиғәле осраҡтарҙың үҙебеҙҙең Башҡортостанда ла булғаны бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ике йыл элек өләсәһе ейәненең виртуаль уйындар менән мауығыуы арҡаһында уҡыуы насарайғас, интернетҡа аҡса һалмай тора. Дуҫтары менән селтәр аша уйынға сыға алмаған үҫмер малай үҙ-үҙенә ҡул һала. Был миҫалдар – сама белмәгәндә виртуаль тормоштоң нығынып етмәгән психикаға ни тиклем емергес тәьҫир итеүенә асыҡ дәлил. Әлбиттә, бигерәк тә балаларҙы урамда ла төрлө хәүеф һағалаған ҡала ерендә компьютер менән мауығып, тышҡа уйнарға сыҡмаған, юғалып аптыратмаған үҫмер өсөн атай-әсәй бер яҡлап шат та. Ҡасан ҡайта, ниндәй кешеләр менән дуҫлаша, насар ғәҙәтле төркөмдәргә ылығып китмәһен, тип йөрәкте тотоп көтөп ултырмай, бала һәр саҡ өйҙә, янда. Ләкин был үтә лә бер ҡатлы фекер, кәүҙәһе генә эргәлә уның, ә аңы, иғтибары...

…Ата-әсәгә балаһы бәлиғ булғансы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренең паролдәрен белеп торорға, уның ҡайһы төркөмдәрҙә ултырыуын, ниндәй мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһыныуын күҙәтеп барырға кәңәш ителә. «Компьютер тарихы»на инеп, уның үҙ исеменән генә ултырамы, әллә фейк (икенсе кеше исеме аҫтында) бите лә бармы икәнен дә ҡараштырғылап тороу кәрәк. Сөнки йыш ҡына үҫмерҙәрҙең атай-әсәй өсөн айырым диуары, яҡындарынан йәшереп эшләү өсөн тағы бер нисә аккаунты булыуы берәүгә лә сер түгел. Интернет тигән икһеҙ-сикһеҙ мәғлүмәт яланында әхлаҡһыҙ биттәр, сәхифәләр ҙә бик күп. Телефоны йә компьютеры булған һәр кем өсөн унда юлығып, психиканы ҡаҡшатыусы оятһыҙ һәм әшәке нәмәләр ҡарау бер ни тормай. Виртуаль донъяның балалар һәм үҫмерҙәр аңы өсөн иң ҙур зыяны шул. Эйе, бәләкәстәр шикле сайттарға инмәһен өсөн компьютерға махсус программа – иләк ҡуйҙырып була, әммә ул түләүле һәм күп ата-әсәнең уға аҡса түккеһе килмәй. Тағы ла виртуаль селтәрҙә, ысын тормоштағы кеүек һәр ҡатнашыусы үҙе яҙған һүҙҙәр, ҡылған ҡылыҡтары өсөн яуаплы икәнен дә балаларға ныҡлап аңлатырға кәрәк. Яңылыш, аңлап етмәү арҡаһында беҙ йәшәгән ил хөкүмәтенең сәйәсәтенә ҡаршы мәғлүмәт таратҡан посты диуарына ҡуйған, хатта «оҡшай» тигән лайыҡ билдәһенә баҫҡан өсөн генә лә етди енәйәт эше ҡуҙғатыуҙары, төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал. Бигерәк тә кешеләрҙең енесенә, милләтенә, диненә һәм башҡа шәхси яҡтарына ҡарата мыҫҡыллы йә түбәнһетеүле ҡараш белдереү ҡәтғи тыйыла. Әлбиттә, һәр кем үҙен, үҙ фекерен яҡлай ҙа белергә тейеш, әммә әҙәп һәм әхлаҡ ҡағиҙәләре ҡайҙа ла бер, «Һаҡланғанды һаҡлармын» тигән мәҡәл социаль селтәрҙәр эсендә лә актуаль…
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ғаилә





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook