Башҡортостан Ҡыҙы

Йән урлаусылар

Йән урлаусылар– Һеҙ башҡортса уҡыйһығыҙмы? – Иртәнге автобуста уйҙарыма уйылып китеп барғанда егерме биш йәштәр тирәһендәге бер һылыу руссалап миңә шулай тип өндәште.
– Әлбиттә.
– Улай булғас, һеҙгә ошо китапсыҡтарҙы бүләк итәм. – Шулай тине лә туҡталышта төшөп тә ҡалды. Фәрештә ҡиәфәтле ҡыҙ тоттороп киткән әсбаптар билдәле сектаныҡы булып сыҡты.

Китапсыҡта бәхетле ғаиләнең һил тормошон сағылдырған һүрәттәр хас әкиәттән, тиерһең. Йәшәү мәғәнәһе, әҙәм балаһының был донъяла тәғәйенләнеше, мәңгелек ҡиммәттәр асылы хаҡында ғәжәйеп матур фекерҙәр һис битараф ҡалдырырлыҡ түгел. Таң иткәне шул булды: руссанан башҡортсаға телебеҙҙең татын нескә тойған, һүҙ көсөн белеп эш иткән юғары кимәлдәге тәржемәсе әйләндергән. Халыҡты үрмәксе ауына йәлеп итеү өсөн махсус нәшергә бер ниндәй аҡса ла йәлләмәйҙәр, тимәк.

...Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа төрлө диндәр битлеген кейеп емерткес эш алып барыусы ойошмалар уғата әүҙемләште. Мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә һикһәндән ашыу ҙур секта эшләһә, Башҡортостаныбыҙҙа ла уларҙың күбеһе үҙ эшмәкәрлеген йәйелдергән. Һәр сектаның төп маҡсаты бизнес, уның башында тороусылар өсөн хакимлыҡ булыуын иҫәпкә алғанда, иҡтисади яҡтан үҫешкән күп милләтле төбәгебеҙ улар өсөн – майлы ҡалъя..
...Теге йәки был динде тотоусыларҙың рухи асылға ынтылыуы менән аҡса туплау, социаль өлкәлә йоғонтоға эйә булыу һәм зомбиға әйләндереү маҡсатында кешеләрҙе йәлеп итеү араһында сикте нисек билдәләргә? Хаҡ дин менән сектаны нисек айырырға?..
Альмира КИРӘЕВА әҙерләне.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook