Башҡортостан Ҡыҙы

Аҙғас ҡына беленеүсе сир

Аҙғас ҡына беленеүсе сирАналыҡ муйынтығы яман шеше – был сирҙең исеме үк ҡатын-ҡыҙҙы ҡурҡыуға һала. Репродуктив система ағзаларының яман шеше араһында, түш һәм аналыҡ тышсаһы шешенән ҡала, ул – өсөнсө урында. 40 процент осраҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙғас ҡына билдәле була. Бына ни өсөн ҡатын-ҡыҙға ауырыуҙы тыуҙырыусы сәбәптәр, уның билдәләре, унан һаҡланыу хаҡында белеү бик мөһим.

Аналыҡ муйынтығы яман шешен күпселек осраҡта кеше папилломаһы вирусы тыуҙыра. Шеш асыҡланған ҡатын-ҡыҙҙың яҡынса 90 процентында тап ошо вирус табыла. Уның 16-сы, 18-се төрҙәре айырыуса мәкерле. Әлбиттә, вирустың үҙенән-үҙе юҡҡа сығыуы йәки дауаланыуҙан бөтөүе лә ихтимал. Ләкин күҙәнәктәрҙең күпләп үҫеүенә сәбәпсе булып, ҡаты сиргә дусар иткән осраҡтары ла бихисап.

Ҡатын-ҡыҙ организмында тамыр йәйгән яман шеш тәүҙә бер нисек тә һиҙелмәй. Беренсе билдәләре тойола икән, тимәк, сир башланғыс осорҙан уҙып, артабанғы кимәлгә күскән. Ләкин тап башланған мәлендә тотоп ҡалып дауалағанда, тулыһынса һауығыуға ышаныс арта.

Аналыҡ муйынтығы рагы лимфа, ҡан аша күсеп, бик тиҙ башҡа ағзаларҙы эштән сығарыуы менән яман. Икенсе стадиялағы ауырыуҙарҙың 30 процентында яҡындағы лимфа төйөрҙәре зыян күргән була. Һөйәктәр, үпкә, бауыр зарарланған ауырыуҙар күп. Шеш иртә асыҡланғанда, гүзәл заттың бала табыу мөмкинлеген һаҡлап ҡалырға мөмкин. Ул һуң беленгән саҡта ҡатын-ҡыҙ әсә булыу бәхетенән яҙа, ләкин был ғүмер оҙонлоғона, йәшәү сифатына тәьҫир итмәй.

Ауырыуҙың билдәләре
Беренсе сиратта ҡатын-ҡыҙҙы күрем менән бәйле булмаған бүлендек һағайтырға тейеш. Аҡһыл, һарғылт, ҡан ҡатыш бүлендектәр ауырыуҙың тәүге билдәһе булырға мөмкин. Енси бәйләнештән, оҙаҡ атлағандан һәм физик көсөргәнештән һуң, көсәнеп оло ярау иткәндән һуң ҡан килеүе ихтимал. Һуңғы мәлдә – шеш тарҡала башлағас, насар еҫ сығыуы бар.

Аналыҡ яман шеше башланғанда оҙайлы ваҡыт тән температураһы 37-38 градус тирәһе тора.

Ҡәҙимгесә ашап, йоҡлап, ял итеп йөрөгән, йәғни йәшәү рәүешен үҙгәртмәгән ҡатындың тиҙ арыуына, сәбәпһеҙ йөрәге йыш ҡағыуына аҙ ҡанлылыҡ сәбәпсе булыуы ихтимал. Аҙ ҡанлылыҡ – аналыҡ муйынтығында шеш тамыр йәйеүе хаҡында һөйләүсе тәүге билдәләрҙең береһе. Әлбиттә, ул күп сирҙәр ваҡытында күҙәтелә, шул иҫәптән аналыҡ муйынтығында шеш үҫешә башлауын да белдерергә мөмкин.

Арҡа йәки аяҡтар һыҙлауын да иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Был осраҡта беҙ умыртҡа һөйәге йәки быуын сиренә һылтанабыҙ. Ләкин аналыҡ муйынтығында шеш булыу-булмауҙы тикшереү ҡамасауламаҫ. Сөнки шеш эске ағзаларҙы, тамырҙарҙы ҡыҫа, шунлыҡтан ҡан аяҡ, кесе оса һөйәге тамырҙары буйлап иркен йөрөй алмай. Һөҙөмтәлә аяҡ, бәкәл шешенә.

Ҡапыл ябығыу ҙа – хәүефле билдә. Ғөмүмән, рактың күп төрҙәрендә кеше аш тәмен юғалта, тиҙ ябыға. Аналыҡ муйынтығындағы шеш эске ағзаларҙы ҡыҫыу арҡаһында ауырыу элеккесә рәхәтләнеп ашай алмай, күҙ алдында шиңә. Ашығыс рәүештә уға бөтә тейешле анализдарҙы биреп, тикшереү үтергә кәрәк.
Ауырыу көсәйеп аҙған саҡта һейҙек ҡыуышлығы эшмәкәрлеге боҙола. Шеш һейҙек ҡыуышлығын ҡыҫыу, уға күсеү һөҙөмтәһендә бәҙрәфкә йөрөү йышая, бәүел тулыһынса бушатылмай. Бәүел тотҡарланыуы иһә бөйөрҙө сафтан сығара.
Сирҙең һуңғы мәлендә эсәктәр насар эшләй башлай. Эсәкте тишеп үткән шеш бөтәү яралар барлыҡҡа килтерә, ауырыу оло йомошон башҡара алмай интегә.

Шештең барлыҡҡа килеүенә нимәләр йоғонто яһай?
*Енси тормошто иртә башлау, йыш түшәк алмаштырыу арҡаһында күскән йоғошло сирҙәр аналыҡ муйынтығында шеш үҫеүгә килтереүе ихтимал. Быны хәтерҙә тотоу һәм бигерәк тә папиллома вирусынан дауаланыу мөһим. Хламидиоз, гениталь герпес йоҡторған кешегә папиллома вирусы ла күсә икән, аналыҡ муйынтығында яман шеш тыуыу ҡурҡынысы бермә-бер арта.

*Ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлыҡты ҡырҡа кәметеүсе ВИЧ-инфекция ла емергес йоғонто яһай – хәлһеҙләнгән организм вирусҡа ҡаршы көрәшә алмай.

*Аналыҡ муйынтығындағы үҙгәрештәр, дауа алмаһаң, дисплазия, лейкоплакия кеүек рак алды ауырыуҙарына сәбәпсе була. Рак алды ауырыуҙары яман шешкә әйләнгәнсе яҡынса 10 – 15 йыл үтә. Шуға күрә ваҡытында уларҙан арыныу хәтәр сирҙән һаҡланырға ярҙам итер.


Журналды уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы: «Йылына кәмендә бер тапҡыр, хәүеф төркөмөндә торһағыҙ – ике тапҡыр гинекологҡа күренегеҙ, кольпоскопия, кесе оса һөйәге ағзаларына ультратауыш тикшереүе үтегеҙ, рак күҙәнәктәре булыу-булмауын асыҡлау өсөн анализ бирегеҙ!» – тип саҡырам. Һаулыҡ хаҡында һүҙ барғанда битараф булырға ярамай.

Аналыҡ яман шешенән һаҡланыуҙың яңы алымы – папиллома вирусының дүрт төрөнән вакцинациялау хаҡында ла әйтеп үтергә теләйем. Уны енси тормош башлағансы 26 йәшкә тиклем эшләтәләр. Тик күпме ваҡыт йоғонто яһауы аҙаҡҡаса өйрәнелмәгән, яҡынса биш-һигеҙ йыл тип билдәләнә. Вакцина алған ҡатын-ҡыҙ ҙа гинекологҡа күренеп торорға тейеш. Сөнки сирҙе вирустың башҡа төрҙәре лә тыуҙырырға мөмкин.
Ләкин үҙеңде ҡурҡыныс ауырыуҙан ҡурсалауҙың иң ышаныслы һәм һөҙөмтәле юлы – осраҡлы енси бәйләнештәрҙән һаҡ булыу.
Рәүфә ЙӘНТИЛИНА,
Республика перинаталь үҙәге бүлексәһе мөдире,
БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы.



Теги: Профилактика Вирус





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook