Башҡортостан Ҡыҙы

Ләйсән Үтәшеваның өләсәһе менән олатаһының гәүһәр туйы

Ләйсән Үтәшеваның өләсәһе менән олатаһының гәүһәр туйыРәсәй спортында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған гимнастка, хәҙер шоу-бизнеста танылыу яулаған Башҡортостан ҡыҙы Ләйсән Үтәшеваны бөтә донъяла беләләр. Журналыбыҙ Ләйсән ҙур спортҡа килгән мәлдән бирле уңыштары менән ҡыҙыҡһынып, үҙе һәм уның ҡәҙерле кешеләренең яҙмышы хаҡында уҡыусыларыбыҙға даими һөйләп килә.

Данлыҡлы спортсының өләсәһе менән олатаһы Зөбәржәт Сәһәрйәр ҡыҙы һәм Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы Кираевтар Әлшәй районының Раевка ауылында йәшәй. Күптән түгел Солтангәрәй ағай менән Зөбәржәт апай гөрләтеп гәүһәр туйҙарын уҙғарҙы. Уларҙың яҙмышы – мөхәббәт һәм бәхет кенә түгел, тиңһеҙ сабырлыҡ, алтын аҡыл һәм тәрән выждан, сикһеҙ фиҙакәрлек һәм оло ҡаһарманлыҡ та. Икеһе лә юғары вазифаларҙа эшләгән Солтангәрәй ағай менән Зөбәржәт апай бер ҡасан да донъя малы артынан ҡыумаған, халыҡ өсөн хеҙмәт иткән, ил һоҡланыр ҡыҙ һәм аҫыл ул үҫтергән, матурлығына, батырлығына бөтә донъя таң ҡалырлыҡ Ләйсәнгә илһам ҡанаттары биргән. Ап-аҡ туй күлдәге кейеп, бәхеттән балҡып ултырған Зөбәржәт апайға, егеттәрсә дәртле баҫып бейегән Солтангәрәй ағайға ҡарап, йөрәктең гел йәш ҡалыуына, мәңгелек мөхәббәт барлығына ышанаһың.

Юбилярҙарҙы ҡотларға туғандары, оҙаҡ йылдар дауамында шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлашып йәшәгән яҡын кешеләре килгәйне. Ҡунаҡтар араһында ғаилә дуҫтары – Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева һәм уның тормош юлдашы, филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаев та бар ине. Ярты быуат “Башҡортостан ҡыҙы”нан айырылмаған Зөбәржәт апай менән Солтангәрәй ағайҙы ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, ҡояш нурына мансылған яҡты көндәр теләйбеҙ!
Альмира КИРӘЕВА.

Ләйсән Үтәшеваның өләсәһе менән олатаһының гәүһәр туйы
Ләйсән Үтәшеваның өләсәһе менән олатаһының гәүһәр туйы
Ләйсән Үтәшеваның өләсәһе менән олатаһының гәүһәр туйы
Ләйсән Үтәшеваның өләсәһе менән олатаһының гәүһәр туйы
Ләйсән Үтәшеваның өләсәһе менән олатаһының гәүһәр туйы
Ләйсән Үтәшеваның өләсәһе менән олатаһының гәүһәр туйы
Ләйсән Үтәшеваның өләсәһе менән олатаһының гәүһәр туйы


Теги: Ләйсән Үтәшева Ғаилә





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook