Башҡортостан Ҡыҙы

Сәхнәбеҙ биҙәктәре

Сәхнәбеҙ биҙәктәреСтәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры быйылғы миҙгелде Туфан Миңнуллиндың «Ай булмаһа, йондоҙ бар» драмаһы менән асты. Дөрөҫөрәге, уның премьераһын Өфөгә гастролгә килгән саҡта уйнап, һуңынан үҙҙәрендә лә күрһәтеп, был спектакль менән дә сираттағы тапҡыр халыҡ күңелен яулауға өлгәште. Бигерәк тә төп ролде башҡарыусы Резеда Әмәкәсованың ихлас, геройын яратып уйнауын, образдың үҙенә килешеп тороуын күптәр һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Мәҙинәгә мин драманы уҡып сыҡҡас та ғашиҡ булдым һәм был ролде миңә тапшырыуҙарын яҙмыш бүләгеләй ҡабул иттем», – тип шатлығы менән уртаҡлашты тамашасыға шулай уҡ «Гәлсәр һандуғас» телепроекты аша йырсы булараҡ та таныш һөйкөмлө һәм һәләтле актриса. [/code]Дуҫтары Резеданы, театрҙан ҡайтып инмәйһең, тип шаяртһа ла, матур-матур образдар ҙа ижад итеп, труппа мөдире эшен дә алып барырға өлгөргән һылыу яҡындарына ла йөрәк йылыһын йәлләмәй. Ҡыҙҙар һымаҡ ҡына күренгән актрисаның инде үҫмер ҡорона ингән, үҙе һымаҡ сәнғәткә ғашиҡ Нәркәс исемле ҡыҙы үҫеп килә. «Ай булмаһа, йондоҙ бар» спектаклендә әсәле-ҡыҙлы ролдәрҙе, Мәҙинә менән Талияны икәүләп уйнауҙары үҙҙәренә лә бик оҡшай икән. «Ижад һәм ғаиләм – минең ике ҡанатым», – тине Резеда һылыу, эше һәм ғаиләһе хаҡында һөйләүҙе үтенгәс.

Сәхнәбеҙ биҙәктәреБилдәле йырсы, Мәсетле һылыуҡайы Гөлназ Ҡәҙербирҙина быйыл көҙ тамашасыларын «Йырлап йәшәйек бергә» тип аталған өр-яңы концерт программаһы менән һө­йөндөрҙө. Асҡар исемле баһадирҙай ул үҫтереп декрет ялында ултырған йырсыны бер аҙ юғалтып торған халыҡ, ниһайәт, яратҡан башҡарыусыһының йыр­ҙарын туйғансы тыңлап кинәнде. Әйткәндәй, бәләкәс бәпес тә әсәһенең йыр­ҙарын бик ярата икән, яҙмалар араһынан уның тауышын айыра, хатта «Йәшәгеҙ һеҙ парлашып» тигән йырының һүҙҙәрен отоп, үҙ теленә әйләндереп йырлап, ата-әсәһен аптыратҡан.

Сәхнәбеҙ биҙәктәреТөрлө халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеләрендә яңынан-яңы еңеүҙәр яулап, һылыуҙарыбыҙ баш­ҡорт ҡыҙҙарының иң-иңдә­ре икәнлеген иҫбатлап тора. Ҡытайҙа үткән халыҡ-ара «Азия супермоделе – 2014» конкурсынан да яңыраҡ «Һылыуҡай» студияһы тәр­биєләнеүсеһе Гөлназ Ҡотлозаманова 4-се урын алып ҡайтты. Тәүге өсәү исемлегенә инергә уға бер генә мә­рәй етмәгән. Быға тиклем дә бер нисә тапҡыр халыҡ-ара сибәрлек бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар ал­ған ул. Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһында тыуып үҫкән Гөл­наз хәҙер Өфөлә йәшәй. Әлеге ваҡытта Баш­ҡорт дәүләт университетында белем ала. «Еңеүгә өмөт­ләндем, тип әй­тә алмаһам да, ныҡлы әҙерлә­неп барҙым. Ҡытайҙарҙың һәр бәйгесегә булған хөрмәт­ле, кеселекле мөнәсәбәте оҡшаны» – ти һылыу. Гөлназды ойоштороусылар ҡиммәт­ле биҙә­үестәр менән бүләклә­гән. Тағы ла бер яңылыҡ: «Һылыуҡай» берләшмәһе етәксеһе Линара Рауил ҡыҙы Таһирова ла быйыл абруйлы бәйгенең баһалама ағзалары составында булған, был донъя кимәлендәге матурлыҡ конкурстарын ойоштороусыларҙың башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын ғына түгел, баш­ҡорт моделдәр мәктәбен дә юғары баһалауы хаҡында һөйләй.

Сәхнәбеҙ биҙәктәре«Ҡош юлы» гитарала уйнап йырлаусылар фестивале йондоҙо, моңло тауышлы Миңзәлә Яхинаны иһә йыш ҡына ҡыҙы Наҙгөл менән апалы-һеңлеле тип уйлап яңылышалар икән. Һуңғы ваҡыт улар сәхнәлә лә йыш ҡына бергә күренә башланы шул. Башҡортос­тан телевидениеһында эш­ләп йөрөгән Миңзәләнең быйыл, рок төркөмө төҙөргә ине, тигән күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан. «Нектория» төркөмө «Дала рухы» фестивалендә уңышлы сы­ғыш яһап та өлгөргән, яңы­раҡ улар шағир Азамат Юлдашбаевтың ижад кисәһен­дә, иркә Өфө тамашасы­һы алдында ла лайыҡлы сығыш яһаны. Төркөмгә тағы ла ике Учалы таланты: Альбина Шәмсетдинова һәм Тимур Ямалов, йәнә лә етәксе ролен үҙ өҫтөнә алған Әбйә­лил егете Ришат Сөләймәнов инә. Рухлы, дәртле йәштәргә ба­ры тик уңыштар ғына теләй­беҙ! Тынғыһыҙ Миңзәлә­нән тағы ла бер яңылыҡ – быйыл ул барабанда уйнау серҙәрен дә үҙләштергән. Үҙе яҙған йыр­ҙарҙы башҡа­рыусы оҫта йырсы, тамашалар алып барыусы, режиссер булараҡ танылған һылыуҙың барабан­сылар ярышына ла сығып китеүе бар, былай булғас. Хәйер, ниңә аптырарға ти, һәләтле кеше һәр яҡлап та камиллыҡ­ҡа ынтыла инде ул, яңынан-яңы үрҙәрҙән арбала.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА
әҙерләне.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook