Башҡортостан Ҡыҙы

Режиссерҙар йәй ял итмәй

Режиссерҙар йәй ял итмәй
Быйылғы йәйҙең Башҡортостандағы иң ҙур мәҙәни ваҡиғаһы – бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың тормошо һәм ижадына арналған тулы метражлы фильм төшөрөлә башлауы. Был эшкә республика Башлығының грантына «Тере таҫма» кинокомпанияһы етәксеһе, атаҡлы режиссер, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Булат Йосопов тотонған. Проекттың ижади етәксеһе – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева. Картинала етмешкә яҡын образ, бынан тыш халыҡ ҡатнашлығындағы күмәк сәхнәләр ҙә байтаҡ. Төп ролдә – йәш актер, Силәбе өлкәһе Арғаяш районы егете Илгиз Таһиров. Уның шағир ижадын яратыуы, Бабич шиғырҙарын айырыуса бер эске моң менән, йәнен сатната яҙып һөйләй белеүе һоҡландыра. «Үҙем өсөн шағирҙы яңынан астым. Шәйехзада һәм уның фекерҙәштәре заманға талап ҡуйырлыҡ ҡыйыулыҡҡа, башҡаларҙы үҙҙәре артынан әйҙәрлек эске рух көсөнә эйә кешеләр булған», – ти актер.
Тарихи фильмдың премьераһы, оло ваҡиғаларҙың йөҙ йыллығын билдәләгән мәлдәргә, республикабыҙҙың тыуған көнөнә тура килтереп, 2017 йылдың март айына планлаштырылған.

Режиссерҙар йәй ял итмәй
Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда йәшәүсе ҡайһы берәүҙәр быйыл йәйге эҫелә урамда быйма, бүрек кейеп йөрөгән кешегә аптырап бер булған. Ҡайҙан белһен инде улар ауылдарына киносылар десанты төшкәнен – режиссер Таңсулпан Бураҡаеваның «Йүкәгүр» фильмы төшөрөлөүен. Баҡтиһәң, сценарий буйынса ваҡиғалар ҡыш көнө бара икән, шуға ла үҙ ролен уйнаған Үрген ауылының ысын муллаһы Азат Ейәнбирҙин, йорт эсендә тынсыу булып киткәндә, шундай ҡиәфәттә урамға тын алырға сыҡҡылаған. Фильмда тағы ла бына-бына әсәй булырға торған М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Милена Сираева менән «Тамыр» каналының алып барыусыһы Айсулпан Фәйзуллиналар ҡатнашҡан. Сюжетта илатҡыс мәлдәр ҙә, мәрәкә лә етерлек, тулы йөкмәткеһе менән премьерала танышырһығыҙ.

Режиссерҙар йәй ял итмәй
«Ҡырағай» фильмы – республикабыҙ үткәргән «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале сиктәрендә үткән питчинг емештәренең береһе. Уны быйыл йәй йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаева үҙенең сценарийы буйынса «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә төшөрҙө. Фильмдың продюсеры – билдәле режиссер Айнур Асҡар. Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала, тиҙәр, картина нигеҙендә тап ошо проблема ята. Төп ролдәрҙә – СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, легендар сәхнә оҫтаһы Гөлли Мөбәрәкова һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш, һәләтле артисы Артур Кәбиров. Съемкаларҙың төп өлөшө хәрәкәт итеп барған автомобилдә үткәс, актерҙарҙың иғтибарын шәп тиҙлек ситкә йүнәлтмәһен өсөн машинаны йөк тралына урынлаштырырға тура килгән. Актерҙар автомобилдең алғы ултырғыстарында ултырып уйнаһа, режиссер, уның ярҙамсыһы һәм тауыш режиссеры артҡы ултырғыстарға йәшенгән. Ә инде ҡыйыу оператор Тимур Ғәниев ике смена буйы шәп китеп барған тралдың ситендә генә тиҙлектән, елдән ҡурҡмай штативҡа ғына тотоноп тороп эшләгән. Бик ҡатмарлы шарттарҙа төшөрөлгән картинаны быйыл көҙ айҙарында тамашасы хөкөмөнә сығарырға уйлайҙар.


Теги: Кино йылы Бабич Көмөш Аҡбуҙат Гөлли Мөбәрәкова Таңсулпан Бураҡаева Илгиз Таһиров





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook