Башҡортостан Ҡыҙы

«Аҡ тирмә» - рух сығанағы

«Аҡ тирмә» - рух сығанағы
Мәскәүгә барыуым тураһында хәбәр иткәс, күптән күрешмәгән танышым Гөлсинә Алтынтимер ҡыҙы Батыршина Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге эргәһендәге «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор төркөмөндә үтәсәк Башҡортостан менән бәйле мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Төрлө ойошмаларҙа эшләүсе, уҡыу йорттарында белем алыусы рухлы телһөйәрҙәрҙән һәм алдынғы ҡарашлы илһөйәрҙәрҙән йыйылған был коллектив. Үҙҙәренә матур милли кейемдәр тектереп, үҙ ҡулдары менән түшелдерек, ҡашмау һәм башҡа биҙәүестәр булдырып, Рәсәйҙең баш ҡалаһында башҡорт мәҙәниәтен лайыҡлы таратыусы батыр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың һәр ҡайһыһы оло ихтирам уята.


...Сығымдарын үҙҙәре ҡаплап, Санкт-Петербург һабантуйҙарына, Эстониялағы Палдиски ҡалаһына ла барып ҡайтырға тәүәккәллек ҡылған улар. Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында 112-се Башҡорт кавалерия полкының маршруты буйлап Липецк өлкәһенең Тербуны ауылына етеп, яугирҙәребеҙ иҫтәлеген һаман да ҡәҙерләп һаҡлаған кешеләрҙе күреп ҡайтыуҙары – үҙе бер тарих. Өҫтән кемдеңдер бойороғон көтөп ятмай, тик намыҫ ҡушыуы буйынса, рух күтәренкелеге менән ҡылынған был батырлыҡ! Гөлсинә Батыршинаның ошондай сифаттарға эйә шәхес икәне миңә Стәрлетамаҡта йәшәү дәүеренән үк билдәле. Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында уҡ ҡалала алдынғы ҡарашлы милләттәштәребеҙҙең «Аманат» башҡорт халыҡ йәмәғәт ойошмаһы эргәһендә Башҡорт йәштәре иттифағын беренсе булып ойошторҙо ул. Урыҫлашҡан ҡала шарттарында ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотоп, һил йәшәп ятҡан милләттәштәребеҙҙе бөртөкләп йыйып, беренсе «Ҡомартҡы» фольклор төркөмөн дә булдырҙы. Өс йыл эсендә ул яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, «Халыҡ коллективы» исеменә лайыҡ булды. Педагогия институтының худграф факультетын тамамлап, дипломы буйынса рәссам-уҡытыусы һөнәренә эйә ханымдың һәр осраҡта ла зауыҡлы кейенә, биҙәнгестәрҙе оҫта ҡуллана белеүенә лә һоҡлана инем...

Тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмай, баш ҡалаға күсенеп, балаларын аяҡҡа баҫтырыуға, йәшәйешен көйләүгә күп ваҡытын сарыф итһә лә, үҙ идеяһына тоғро ҡалды Гөлсинә Алтынтимер ҡыҙы – 2014 йылда Мәскәүҙең үҙендә башҡорт фольклор төркөмө – «Аҡ тирмә»не ойошторҙо!..
Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Мәскәү.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Аҡ тирмә





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook