Башҡортостан Ҡыҙы

Кәйефебеҙҙең бер сере

Кәйефебеҙҙең бер сереБаҫмабыҙҙың үткән һанында беҙ күрем циклының ҡатын-ҡыҙ кәйефенә, эшкә һәләтлелегенә, тотошона ниндәй ҙур йоғонто яһауы хаҡында һөйләшкәйнек. Күрем ҡаны айлыҡ цикл ғына түгел. Ул шулай уҡ гүзәл заттың ҡасан наҙға мохтажлығын, ҡайнар йәки һалҡын, ярһыу булыуын да билдәләй. Һис шикһеҙ, беҙгә ниндәй тәрбиә һалыныуы, шәхесебеҙ үҙенсәлеге, йәшебеҙ, тормош рәүеше ныҡ тәьҫир итә, ләкин шәһүәтлелек сағылышында организмдағы гормондар кимәле ифрат әһәмиәтле. Әлбиттә, һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙ биологик ваҡыты. Кемдеңдер күрем циклы 21 көндән торһа, икенселәрендә ул 28 көн булыуы, хатта 36 – 40 көнгә һуҙылыуы ихтимал. Ләкин һәр гүзәл заттың айлығы шул уҡ «ҡанундар» буйынса үтә.

Күрем циклының 1 – 5-се көндәре – ҡатын-ҡыҙҙың наҙға тулышҡан сағы. Күрем ҡаны килгән ваҡытта эстроген һәм прогестерон гормондары кимәле түбәнәйә. Был осорҙа уның түшәктә һөйөшөүгә түгел, йылылыҡҡа, иркәләнеүгә мохтажлығы, күңеле тулып, иламһырап тороуы шуның менән аңлатыла. Аналыҡтың һиҙгерлеге артыу сәбәпле, яратышыу ҙур ләззәт бирә. Ләкин бының ялҡынһыныу арҡаһында тыуған сирҙәргә, эндометриозға килтереүе мөмкин. Яҡынлыҡ ҡылынған хәлдә лә, ул бик һаҡ, йомшаҡ булырға тейеш.

5 – 13-сө көндәрҙә, күрем циклының икенсе осоронда, шәһүәтлелек өсөн яуаплы эстрадиол гормоны күбәйә, енси дәрт арта. Ҡатын-ҡыҙ күңелендә һил ҡәнәғәтлек хакимлыҡ итә, хис-тойғолар тын диңгеҙҙе хәтерләтә.

14 – 20-се көндәрҙә, йәғни овуляция ваҡытында, гормондар иң юғары кимәлдә. Шул осорҙа гүзәл зат мөхәббәттә иң сағыу хистәр татырға һәләтле. Балаға уҙыу өсөн был көндәр бик ҡулай. Эстроген һәм прогестерон юғары кимәлгә күтәрелә. Был осорҙа ҡатын-ҡыҙҙың зиһене үткерләнә, еҫ тойоуы арта.
Ул ошо көндәрҙә айырыуса ылыҡтырғыс, һөйкөмлө, феромондар составы үҙгәреүҙән ымһындырғыс булып күренә.

21 – 28-се көндәр – күрем алды ваҡыты, гормондар дауыл уйнатҡан саҡ. Прогестерон ҡырҡа артыуҙан ҡатын-ҡыҙ ҡапыл ҡыҙып китергә, илап ебәрергә әҙер. Хәлһеҙлек, иғтибарһыҙлыҡ күҙәтелә, яҡынлыҡ ҡылыу теләге ныҡ кәмергә йә, киреһенсә, дәрт бик артып китергә мөмкин. Ошо мәлдә уны борсомау хәйерле. Күпселек ҡатын-ҡыҙҙың был көндәрҙәге тотошон айыҡ аҡыл менән аңлау ҡыйын, табиптар ул торошто күрем алды синдромы тип атай.

Шуны ла билдәләп үткем килә: ҡатын-ҡыҙҙың дәртлелегенә енси гормондарҙан тыш, ҡалҡан биҙе, бөйөр өҫтө биҙҙәре эшмәкәрлеге лә йоғонто яһай. Был биҙҙәрҙең насар эшләүе, ғөмүмән, һаулыҡта туранан-тура сағылыш таба: күрем циклы боҙолоуы, тән ауырлығы артыуы ихтимал, гүзәл зат түлһеҙлектән яфаланыуы мөмкин. Шуға күрә сәләмәтлеккә һәр ваҡыт иғтибарлы булырға кәрәк.

Беҙҙең эндокрин системабыҙ бик һиҙгер һәм һығылмалы. Ул идара иткән гормондар дәрәжәһе тирә-яҡ мөхит, туҡланыуыбыҙ, кәйефебеҙ, йәш үҙенсәлектәре һәм башҡа шарттар арҡаһында үҙгәреш кисереүе бар. Насар ғәҙәттәрҙән баш тартып, сәләмәт тормош алып барыу, дөрөҫ туҡланыуҙы, эш режимын яйға һалыу, туйғансы йоҡлау, һәйбәтләп ял итеү уның эшмәкәрлегендә, һис шикһеҙ, ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Стрестар, бигерәк тә оҙайлылары, тәрән күңел төшөнкөлөгөнә һалғандары, гормондар кимәлендә лә кире сағылыш таба. Шуға күрә ул халәттән арынырға тырышыу, кәрәк булһа, дауаланыу зарур. Тәнебеҙҙә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек гормондары – эндорфиндар арта икән, тормош сифаты ла үҙгәрә: донъя сағыуыраҡҡа әйләнә.

Әлбиттә, наҙ һәм һөйөүҙе гормондар билдәләгән сиктәргә индерергә тырышыу мөмкин түгел, быға ынтылырға ярамай ҙа. Әммә уларҙың беҙгә ни тиклем ҙур йоғонто яһауы хаҡында иҫтә тотоу һис ҡамасау булмаҫ, асылыбыҙ нескәлеген нығыраҡ аңларға ярҙам итер.
Рәүфә ЙӘНТИЛИНА,
Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире.


Аҙағы. Башы 7-се һанда.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook