Башҡортостан Ҡыҙы

«Милли туҡланыу мәҙәниәте – хазина»

«Милли туҡланыу мәҙәниәте – хазина» Иртән ашыҡҡанда ҡабалан-ҡарһалан уртланған ике йотом ҡәһүә, төш мәлендә бер бөйөрөк менән бер сынаяҡ сәй, кисен инде көнө буйы ас йөрөгәндең «үсен ҡайтарып» һыйланыу – эшләп йөрөүсе күптәрҙең туҡланыуы шулай ҡоролған. Иртәнге аштан баш тартыу ниндәй етди сирҙәргә килтерә? Ни өсөн беҙ ата-бабаларыбыҙҙан килгән туҡланыу рәүешен тоторға, балаларыбыҙға ҡәҙерләп тапшырырға тейешбеҙ? Һәр икенсе кешелә булған ябай гастрит ни яҡлап ҡурҡыныс? Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы Ҡаһарманова Эльмира Мәрүән ҡыҙы ошо һәм башҡа мөһим һорауҙарыбыҙға яуап бирә.

– Дөрөҫ ашау көнө буйы етерлек көс-ҡеүәт, яҡшы кәйеф кенә түгел, һаулыҡ нигеҙе икәнен бөтә кеше белә. Ләкин ни өсөн ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән сирләүселәр шул тиклем күп?

– Белеү – бер, ләкин ғәмәлдә шулай эшләү – икенсе нәмә. Дөрөҫ туҡланыуҙы күптәр бөгөн бик ауыр бурысҡа һанай. Ысынлап та, йыш ҡына ике-өс урында эшләп йөрөгән кешенең иркенләп иртәнге аш әҙерләргә, төшөн тыныс ҡына ул­тырып ашарға ваҡыты юҡ. Киске табын артында ул үҙенә ирек бирә: майлы аш артынан шәкәрләп, баллап, бисквит йәки ҡоймаҡ ҡушып «йөҙгәнсе» сәй эсә – көнө буйы йыйылған көсөр­гәнешен шулай итеп юя. Ә арыған организм йоҡларға йыйынған, ферменттар, гормондар тейешле кимәлдә эшләмәй. Үҙләштерелмәгән ризыҡ ашҡаҙанға аш түгел, таш булып ята. Дөрөҫ ашамау гастрит, ашҡаҙан йәрәхәте, панкреатит, үт ҡыуығы һәм бауыр ауырыуҙарына ғына түгел, матдәләр алмашыныуы боҙолоуға, шуның менән бәйле күп сирҙәргә килтерә.
Ғаиләнең нисек, нимә менән туҡланыуы өсөн ҡатын-ҡыҙ, әсә яуаплы. Яҡындарыбыҙҙың тамағын ярымфабрикаттар, дөйөм туҡланыу ойошмаларында әҙерләнгән ризыҡтар менән түгел, үҙебеҙ бешергәне менән туйҙырырға бурыслыбыҙ. Ул өҫтәлгә ниндәй һый ҡуя – ире лә, балалары ла шуны ашай. Бөгөн, кибеттәр зыянлы ҡушымталар өҫтәлгән аҙыҡ-түлек менән тулы заманда, гүзәл зат аш-һыу әҙерләү мәсьәләһендә бик мәғлүмәтле, белемле булырға тейеш. Яҡшы хужабикәнең һыуытҡысында һәр ваҡыт ғаиләһе йылытып ашарлыҡ ризыҡ тора. Эшебеҙ тығыҙ булып, өлгөрә алмайбыҙ икән, кемдеңдер ярҙам итеүен һорарға кәрәк.

– Туҡланыу ҡағиҙәләре сабый саҡтан һалына, тибеҙ.

– Тап шулай, туҡланыу мәҙәниәте ғаиләлә һалынып, бәләкәйҙән телдә ҡалған тәм, теге йәки был ризыҡҡа өҫтөнлөк биреү ғәҙәте кешене ғүмер буйы оҙатып килә. Бешереү-төшөрөү, табын ҡороу үҙенсәлектәрен беҙ әсәй-өләсәйҙәребеҙҙән алған кеүек, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа беҙҙән күреп өйрәнә.
Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйы һыналған, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарыбыҙға яраҡлаштырылған туҡланыу традицияларын күҙәтергә генә түгел, һаҡларға, балаларыбыҙға һалырға тейешбеҙ, тип иҫәпләйем. Итле һурпа, һыйыр, йылҡы ите, ҡаҙылыҡ, тултырма, ҡорот – һалҡын Урал ҡыштары өсөн ошоларҙан да ҡулайыраҡ ниндәй тәғәмебеҙ бар? Һөт ризыҡтарыбыҙ – май, ҡаймаҡ, эремсек, ҡыҙыл эремсек, һөҙмә – торғаны бер хазина. Ҡымыҙҙың файҙаһы тураһында һөйләргә лә түгел. Картуф, кишер, сөгөлдөр, ҡабаҡ – һәр ғаилә элек был файҙалы йәшелсәләрҙе ҡыш буйына етерлек итеп әҙерләгән. Биҙрәләп-биҙрәләп ҡара ҡарағат йыйып, шәкәр менән төйөп ҡуйыуҙары, йәй буйы еләк-емештән күп итеп ҡаҡ ҡойоуҙары – ифрат кәрәкле витаминдарҙы һаҡларға тырышыуҙан.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары ла ситтән килтерелгән түгел, үҙ ереңдә етештерелгән аҙыҡ-түлекте файҙаланырға, туҡланыуҙа милли традицияларға таянырға кәңәш итә. Сөнки ашҡаҙан-эсәктәр тап үҙебеҙҙең ризыҡтарҙы эшкәртеүгә көйләнгән. Мәҫәлән, беҙҙә авокадо, кокос, банан кеүек ят емештәрҙе үҙләштереүсе ферменттар юҡ.

– «Баламдың ашауы юҡ. Көсләп ҡаптырып та ҡарайым...» – тип зарланыусы әсәләргә нимә тиер инегеҙ?

– Күп осраҡта бәләкәстең өлкән кеше өсөн әҙерләнгән ашты яратмауы аңлашыла ла – үҫеп килеүсе организм башҡа матдәләр талап итә. Иң тәүҙә уның нимә ашағыһы килеүен һорағыҙ һәм йәне теләгән ризыҡты тәмле итеп әҙерләү өсөн бөтә ижади һәләтегеҙҙе эшкә егегеҙ! Ябай ғына бутҡаны ла матур итеп еләк-емеш менән биҙәп йә бал ҡойоп бирһәң, тәрилкәне ялтыратып ҡуясаҡтар. Аҙ ашаусы сабыйҙың аппетиты боҙолмаһын өсөн урыҡ-һурыҡ ҡапҡыларға рөхсәт итмәгеҙ. Тағы бер кәңәш: балағыҙҙы саф һауала уйнатығыҙ, асығып ҡайтып, тәмле итеп ашар.

– «Иртәнге ашты үҙең аша, төшкөһөн дуҫың менән бүлеш, кискеһен дошманыңа бир», – ти халҡыбыҙ.

– Уны иҫтә тотһалар, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре күптәрҙе урап үтер ине. Тапҡыр әйтемде саҡ ҡына үҙемсә төҙәткем килә: кисен ризыҡтан бөтөнләй баш тартырға түгел, ә еңелсә ашап алырға кәрәк, мәҫәлән, быҡтырылған йәшелсә менән майһыҙ ит йәки балыҡ киҫәге һәйбәт булыр. Ә йоҡлар алдынан бер стакан ҡатыҡ йәки кефир файҙалы. Төшкө аш аппетитты асыусы салаттан, һурпанан, ит (йәки балыҡ) һәм гарнирлы икенсе аштан торһа, яҡшы – ул көнлөк рациондың яртыһын биләй.
Иртәнге аштың әһәмиәте тураһында айырым һөйләп үтәм. Сөнки элек әсәйҙәр иртән балаларын мейестә көршәктә томаланып бешкән бутҡа менән һыйлап оҙатһа, хәҙер ашап китеү ғәҙәте юҡҡа сыға бара. Ә төнө буйы үт ҡыуығында йыйылған үт иртән аш эшкәртеү өсөн тотонолмай икән, ҡуйыра, яйлап ҡомға, унан ташҡа әйләнә.

– Ололарҙа түгел, саҡ йәшәй башлаған балала гастрит бар, тип, быны сиргә һанамауыбыҙ дөрөҫмө?

– Әлбиттә, юҡ. Саҡ башланып торған ялҡынһыныу, иғтибар итмәһәң, шул ике арала ашҡаҙандың лайлалы тышсаһын бөрөштөрөүсе гастритҡа әйләнә, ә боҙолған күҙәнәктәрҙең яман шешкә әүерелеүе тиҙ.

– Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан һаҡланыу өсөн уҡыусыларыбыҙға ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр икән?

• Ауыр үҙләштерелеүсе аҙыҡтарҙы сикләп, дөрөҫ туҡланырға кәңәш итәм. Һеҙ ашаған ризыҡтар сарыф ителгән энергия ҡеүәттәрен тултырырлыҡ булырға тейеш. Һис кенә лә ас йөрөргә, шул уҡ ваҡытта артығын ашарға түгел. Һау кешегә бер үк сәғәттәрҙә көнөнә өс тапҡыр, ауырыуҙарға биш-алты мәртәбә туҡланырға кәрәк.
• Тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр эсеү ғәҙәтенән арынығыҙ, шулай уҡ ныҡ газланған татлы эсемлектәрҙе онотоғоҙ.
• Тормоштағы көсөргәнешле хәлдәрҙе тынысыраҡ ҡабул итергә өйрәнеү мөһим. Бынан башҡа ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарынан ғына түгел, башҡа сирҙәрҙән дә тулыһынса һауығып булмай.
• Ваҡытында йоҡлауҙың, физик күнекмәләрҙең ашҡаҙан һәм эсәктәрҙең, тимәк, бөтә организмдың һаулығы өсөн мөһим булыуы тураһында ла иҫтә тотоғоҙ.
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook