Башҡортостан Ҡыҙы

Быуаттың «татлы» сире

Быуаттың «татлы» сире
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1985 йылда ер йөҙөндә шәкәр ауырыуы менән 30 миллион кеше сирләһә, 2017 йылдың башына был һан 500 миллиондан артҡан. Бөгөн беҙҙең илдә шәкәр сирле алты миллиондан ашыу кеше йәшәй. Иҫәпкә алынмаған ауырыуҙарҙы ла күҙ уңында тотһаң, ғәмәлдә улар өс-дүрт тапҡырға артығыраҡ. Өҙлөгөүҙәргә илтеүе һәм ғүмерҙе өҙөүе буйынса диабет, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм яман шеш ауырыуҙарынан ҡала, өсөнсө урынды биләй. Медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип-эндокринолог Гөлзифа Әбделхәй ҡыҙы ӘБҮШАХМАНОВА менән әсе эҙемтәләргә килтергән «татлы» сир хаҡында һөйләшәбеҙ.

– Диабет йоғошһоҙ эпидемия рәүешен алған, тиҙәр...

– Ул эпидемия сиген үтеп, пандемияға әйләнеп килә. Был ҡаты ауырыу кисә генә тыуған бәпестә лә, йөҙҙө ҡыуған аҡһаҡалда ла табылыуы ихтимал. Шәкәр сире – медицина проблемаһы ғына түгел, социаль мәсьәлә лә. Сөнки ул ҡатмарлы төҫ алғанда әүҙем тормош алып барыу мөмкинлеге сикләнә, күптәр инвалид булып ҡала.
Диабет – эндокрин системаһы ауырыуы. Ашҡаҙан аҫты биҙе аҡһым, майҙар, бигерәк тә углеводтар алмашыныуында ҙур роль уйнаусы инсулин гормонын бүлеп сығара. Инсулин етештереү юҡҡа сыҡҡанда йәки етештерелеп тә, уны үҙләштереү боҙолғанда диабет барлыҡҡа килә. Сөнки күҙәнәктәрҙе көс менән һуғараһы шәкәр, инсулин булмағанлыҡтан йә үҙләштерелмәгәнлектән, файҙаланылмайынса ҡанда ҡала һәм уның кимәле ныҡ артып китә.
Сирҙең үҙенсәлеге шунда: уны ваҡытында асыҡлау ауыр, һәр икенсе-өсөнсө ауырыуҙа ғына ул иртә беленә. Ә диагноз ҡуйғанда инде йыш ҡына төрлө өҙлөгөүҙәр менән ҡатмарлашҡан була.

Быуаттың «татлы» сире

– Уның сәбәптәрен әйтеп үтһәгеҙ ине?

– Диабеттың беренсе төрө инсулин бөтөнләй етештерелмәүҙән йәки ныҡ аҙ етештерелеүҙән барлыҡҡа килә. Быға организмдағы аутоиммун үҙгәреш (иммун системаһының боҙолоп, ашҡаҙан аҫты биҙе күҙәнәктәрен ҡыйратыуы) «ғәйепле». Сирҙең ҡуҙғалыуына яуаплы гендар ата-әсәһенән күскән кешеләр өсөн киҙеү, коксаки, ҡыҙамыҡ кеүек йоғошло сирҙәр, ауыр туҡланыу (мәҫәлән, сабый саҡта ҡуйы һыйыр һөтө эсеү) иммун системаһының организмға ҡаршы эшләүенә этәргес биреүе ихтимал. Ләкин сиргә әүәҫ хәлдә лә кеше сәләмәт тормош алып барһа, сама менән ашаһа, спорт менән шөғөлләнһә, диабеттың ни икәнен белмәйенсә йәшәргә мөмкин.
Ҡайһы берҙә нәҫелдәрендә шәкәр сирлеләр булмағандар ҙа диабеттың беренсе төрө менән ауырып китә. Баҡһаң, ғүмер буйы насар экология шарттарында йәшәү йә тетрәнеүҙәр кисереү йылдар дауамында уларҙың гендарын боҙоп, ҡаты ауырыуҙы тыуҙырған.
Диабеттың икенсе төрө инсулин үҙләштерелмәү арҡаһында шәкәрҙең күҙәнәктәргә барып етмәүенән хасил була.
50 – 70 процент осраҡта сирҙең был төрөнә артыҡ ашау, һимереү килтерә. Ашҡаҙан аҫты биҙен һәм бауырҙы май үргәнлектән, күҙәнәктәр инсулинға һиҙгерлеген юғалта. Кәүҙәләре артыҡ ауыр кешеләрҙең 80 процентында иртәме-һуңмы диабет асыҡлана.
Дөрөҫ туҡланмау – өҫтәлебеҙҙә аҡһым һәм эре күҙәнәкле ризыҡ аҙ булыуы, зыянлы аҙыҡ, күп шәрбәт ашау, шулай уҡ аҙ хәрәкәтләнеү һимереүгә илтә.
Көсөргәнешле тормошта йәшәү ҙә – диабеттың икенсе төрөн тыуҙырған төп сәбәптәрҙең береһе. Сөнки стресс гормондары ҡанда шәкәр кимәлен ҡырҡа арттыра.
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән интегеүселәрҙең күбеһе шәкәр сиренән дә яфалана. Мәҫәлән, ҡан баҫымы юғары кешеләрҙең яртыһында диабет бар.
Сирҙең ҡалҡыуына бигерәк тә ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙары –панкреатит, ашҡаҙан аҫты биҙе рагы, был биҙгә операция яһатыу ныҡ йоғонто яһай. Шулай уҡ хәүеф төркөмөнә 60 йәште үткән кешеләр ҡарай. Насар экология һәм күп дарыу эсеү ҙә диабетҡа килтерергә мөмкин.
Бөгөн диабет менән сирләүселәрҙең 90 проценты уның икенсе төрөнә дусар, 10 проценты беренсе төрөнән дауалана.

– Шәкәр ауырыуы менән сирләмәҫ өсөн шәкәрҙе аҙ аша, тиеүҙәре дөрөҫмө?

– 40 йәштән өлкән бөтә кешегә еңел үҙләштерелеүсе углеводтар – торт, кәнфит, туңдырма, шәрбәтле һут, шоколад, балды ныҡ сикләргә йә уларҙан баш тартырға кәңәш итер инем. Бөгөн бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау эксперттары ла: «Шәкәр, он, картуф – диабеттың киң үҫешенә йоғонто яһаусы өс таған!» – тип саң ҡаға.
Сирҙең беренсе төрөн иҫкәртеү өсөн йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡланырға, уларҙы йоҡторған осраҡта ла өҙлөкмәҫкә тырышырға кәрәк. Сабыйҙарға һыйыр һөтө эсермәгеҙ, тиер инем. Сөнки диабетҡа әүәҫлек булғанда һыйыр һөтөнөң аҡһымы сирҙе ҡуҙғытып ебәреүе бар.
Сәләмәт туҡланыу, артыҡ ауырлыҡтан, эсеү, тартыу кеүек ғәҙәттәрҙән ҡотолоу, көсөргәнешле хәлдәрҙән мөмкин тиклем бөтөн сыға белеү, физик әүҙемлек – шәкәр сиренең ике төрөнән дә һаҡланыуҙа былар бик мөһим.

– Шәкәр юғарылығы һәр ваҡытта ла диабет тураһында һөйләйме?

– Сәләмәт кешелә бармаҡтан алынған ҡан анализында шәкәр кимәле 5,5 миллимолгә тиклем булырға тейеш, ашағандан һуң 7,8 миллимолгә етеүе бар, әммә ике-өс сәғәттән элекке хәленә төшә. Күрһәткес 5,5 миллимолдән артһа, мотлаҡ шәкәр сире барлығын-юҡлығын тикшерергә кәрәк. Күп осраҡта диагноз раҫлана торған.

– Ауырыу ниндәй өҙлөгөүҙәргә килтереүе менән яман?

– Диабет йөрәк ишемияһы сире, йөрәккә ҡан һауыу ҡурҡынысын –икеләтә, гипертония хәүефен – өсләтә, аяҡтарҙың сереүе арҡаһында уларҙы киҫеү ихтималлығын 20 тапҡырға арттыра. Һуҡырайыуҙың төп сәбәптәренең береһе булып ошо ауырыу тора. Шәкәр сире арҡаһында бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоу ҡурҡынысы 17 тапҡырға ҙур. Шуға күрә диабеттан дауаланыуға үтә етди ҡарарға кәрәк.

– Был ауырыуҙан тулыһынса һауығып буламы?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Сирҙең беренсе төрөнә тарыусылар көн һайын инсулин ҡаҙарға тейеш, ә икенсе төрөнән шәкәрҙе кәметеүсе дарыуҙар ярҙамында дауаланалар. Ләкин шәкәр кимәлен тикшереп, һаулыҡтарын гел ҡайғыртып, табип кәңәшенән сыҡмай йәшәүселәрҙең көнитмеше сәләмәт кешеләрҙекенән айырылмай тиерлек. Улар бары тик үҙенсәлекле төҙәтмә индереп, тулы ҡанлы тормош менән ғүмер итә.
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.


Шәкәр сиренең билдәләре
*Ауыҙ кибеү, ныҡ сарсау.
*Кесе йомош менән бәҙрәфкә йыш йөрөү.
*Ҡапыл ябығыу йә, киреһенсә, кинәт һимереү.
*Тиҙ арыу, хәлһеҙлек.
*Аяҡ-ҡулдар ойоуы, сәнсеүе. Балтырҙы көҙән йыйырыуы.
*Насар күрә башлау.
*Тән ҡысыу.
*Ҡан баҫымы күтәрелеү.
*Киҙеү эләкһә, оҙаҡ бөтмәүе.
*Яраларҙың оҙаҡ уңалыуы.
*Енси әүҙемлек кәмеү.

Гөлзифа Әбүшахманованан кәңәштәр
*Фасоль ҡуҙағы һәм тышы, ҡара көртмәле, тут ағасы япрағы, әстрхан сәтләүеге япрағы һәм ярыһы, лавр япрағы төнәтмәләрен эсһәгеҙ, углеводтар алмашыныуы яҡшырыр.
*Һарымһаҡ һәм һуған менән дуҫ булығыҙ, улар ҡанда шәкәр кимәлен төшөрә.
*Йылына өс-дүрт тапҡыр Ессентуки, Боржоми минераль һыуҙары менән дауаланыу курсы үтегеҙ. Был углевод алмашыныуын һәйбәтләр, күҙәнәктәрҙе зарарлы ҡалдыҡтарҙан таҙартыр.


Теги: Диабет





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook