Башҡортостан Ҡыҙы

Нисә йәштә бала табырға?

Нисә йәштә  бала табырға?Бала табырға ҡарар иткәндә ҡатын-ҡыҙ ғаиләһендәге хәл-тороштоң, ниндәйҙер кимәлдә илдәге тормоштоң ниндәй булыуына ла ҡарай. Шуға күрә сабый тыуыуы – иң беренсе сиратта со­циаль күренеш, сөнки ғаиләләге был ваҡиға матди хәлгә, йәшәү рәүешенә, эш шарттарына, киләсәк пландарға бәйле. Әммә, илдә түлһеҙ парҙар һаны артыуы сәбәпле, был мәсьәлә бөгөн киҫкен төҫ ала бара.

Ҡатын-ҡыҙға нисә йәш булғанда бала табыу яҡшы? Әлбиттә, был һорауға бер яҡлы ғына яуап биреү мөмкин түгел. Революцияға тиклем беренсе бәпесте 16 – 18 йәштә табыу ғәҙәти һаналған. Ләкин заман үҙгәрҙе, хәҙер байтаҡ йәштәр ғаилә ҡороп, бала үҫтереүҙе түгел, белем алып, матди яҡтан нығыныуҙы, карьера эшләүҙе алға ҡуя. Статис­тика буйынса, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 30 проценты 25 –29 йәштә тәүге тапҡыр әсә булһа, 20 проценты был шатлыҡты 30-ҙан һуң кисерә.

Ни өсөн йәш саҡта?
Беренсенән, ҡатын-ҡыҙҙың организмы ул осорға өлгөрөп еткән була. Икенсенән, буласаҡ әсә әле сирҙәр менән ҡаҡшамаған. Өсөнсөнән, төн йоҡоларҙы ҡалдырып сабыйҙы үҫтереү, тормош рәүеше үҙгәреүе был йәштә ауыр ҡабул ителмәй. Оса һөйәктәре быуындары, мускулдар һығылмалы булғанлыҡтан, гүзәл зат баланы еңел донъяға килтерә. Бәпесләгәндән һуң уға тиҙ хәл инә. Бала төшөү, уның ҡарында дөрөҫ үҫешмәү ҡурҡынысы аҙ.
Оҙаҡ йылдар эшләү тәжрибәмдән сығып, шәхсән шундай кәңәш бирер инем: әгәр ҡатын-ҡыҙ өс балаға ғүмер бирергә хыяллана икән, тәүгеһен 23 йәштән дә ҡалмай табырға тейеш. Ике сабый әсәһе булырға теләүселәр беренсе бәпестәрен 27 йәштән һуңламайынса ҡулға алһа яҡшы. «Бер бала үҫтерһәм дә етә», – тиеүселәр 32 йәштән дә ҡалмайынса әсә булыуҙы хәстәрләһен.
Һәр ҡыҙ бала билдәле бер һандағы түл күҙәнәктәре менән тыуа: берәүҙәрҙә улар – 350, икенселәрҙә – 200 йәки 150. Организмдың бүтән күҙәнәктәре яңырыу һәләтенә эйә булһа, түл күҙәнәктәре иһә һәр күрем һайын кәмей, иң элек көслөләре ҡан менән бергә бүленеп сыға. 30 йәштән һуң түл күҙәнәктәренең өлгөрөү һәм аталаныу мөмкинлеге аҙая. Быға күп осраҡта насар экология, ауырыуҙар, тәмәке тартыу, алкоголь сәбәпсе. 27 йәшкә тиклем ҡатын-ҡыҙ бик еңел ауырға ҡалһа, 27-нән һуң йөклөлөк ихтималлығы кәмей башлай, 37-нән һуң балаға уҙыу – Хоҙай бүләге.
Бала табыу өсөн ниндәй йәш ҡулай булыуы хаҡында бер төрлө генә яуап юҡ. Ләкин бөтә табиптар ҙа: «35-тән һуң ауырлы булыу әсә өсөн дә, ул йөрәк аҫтында йөрөткән сабый өсөн дә билдәле бер хәүеф тыуҙыра», – тигән фекерҙә.

Икенсе йәки өсөнсө бәпесте нисә йәштә алып ҡайтыу яҡшы?
Күп осраҡта балалар һаны ғаиләнең финанс хәленән, ир менән ҡатындың теләгенән, уларҙың һаулығынан, дини тәрбиәнән тора.
Балаларҙың йәш айырмаһын, әлбиттә, ата-әсә билдәләй. Ләкин медицина күҙлегенән ҡарағанда, улар араһындағы иң һәйбәт айырма – 2-3 йәш. Сөнки, беренсенән, ҡатын-ҡыҙ организмы был ваҡытта көс йыйып өлгөрә. Икенсенән, яңы тыуған сабыйҙы нисек ҡарарға кәрәклеге әле онотолмаған.
Ләкин икенсе бәпес алып ҡайтыуҙы 5 – 10 йылға һуҙырға түгел. Ни өсөн тигәндә, ҡатын-ҡыҙҙа булған сирҙәр уның һаулығын ҡаҡшатыуы бар.

Нисә йәшкә тиклем бала табырға?
Был һорауға белгестәр бер тауыштан: «37 йәшкә тиклем!» – тип яуап бирә. 37-нән һуң ауырға ҡалыу мөмкинлеге кәмерәк, бала төшөү, уның ҡарында үлеү хәүефе ҙур. Шулай уҡ әсәлә диабет үҫешеүе, токсикоз башланыуы, баланың ваҡытынан алда йә тайпылыштар менән донъяға килеүе, йәки үле тыуыуы мөмкин.
35 йәштән һуң генетик ауырыуға дусар бала тыуҙырыу ҡурҡынысы ныҡ арта. Мәҫәлән, 25 йәштә Даун синдромлы бәпес табыу ихтималлығы 1/1250 нисбәттә булһа, йәғни 1250 сабыйҙың береһе генә ошо сир менән тыуһа, 49 йәшлек әсәләр ғүмер биргән һәр унынсы балаға был хәүеф янай.
Шуға күрә 35-тән өлкән йөклө ҡатындарға генетикта ҡаралып, тыуасаҡ сабыйҙа төрлө сирҙәр булыу-булмауын тикшертергә кәрәк.
Әлбиттә, бәпесте 40 йәштә, унан һуң да алып ҡайтырға мөмкин. Ләкин әсәлек бурысын үтәүҙе улай оҙаҡҡа һуҙырға кәңәш ителмәй, карьера һәм байлыҡты сәләмәт сабый табыу менән бер үлсәмгә һалып булмай. 40 йәштәге ҡатында йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокрин, гинекология ауырыуҙары барлыҡҡа килеп, йөклөлөктө ҡатмарлаштыра. Әлбиттә, ул йәштә әсә һау бала тыуҙырырға теләһә, сәләмәтлеген алдан уҡ ныҡ ҡайғыртырға тейеш. Сигарет һәм алкоголде онотоу хаҡында һөйләү ҙә артыҡ. Тейешле вакцинация (ҡыҙылсанан) үтеү, дөрөҫ туҡланыу зарур.

45 – 55-тәге «йәш» әсә
Һуң бала табыу йәшәртә, тиҙәр. Уның файҙаһы һәм зыяны ниндәй икән?
Йөклөлөк – йәш организм өсөн дә стресс. Ә олпат ханымдарҙың ауырға ҡалыуы уларҙа булған сирҙәрҙе аҙҙырып ебәрергә, яңыларын барлыҡҡа килтерергә мөмкин. Ҡатынды гоманлы йөрөү түгел, йөрәгенең парәһе булған йән эйәһен донъяға килтереү шатлығы йәшәртә. Уның шифаһы шикһеҙ. Мәҫәлән, имеҙеү бала өсөн генә түгел, әсә өсөн дә файҙалы (түш биҙҙәре ауырыуҙарынан һаҡлай). Тик, нисек кенә булмаһын, өләсәй йәшендәге ханымдар өсөн йөклөлөк – бер нисә тапҡыр артҡан көсөргәнеш, сирҙәргә «тәҙрә» асҡан торош. Әммә табиптар әсә булырға ниәтләгән ҡатын-ҡыҙға, йәшенә ҡарамаҫтан, ярҙам итергә әҙер.

Түлде туңдырып, ЭКА ярҙамында бала табыу
Йәшлектәрен һөнәри үҫеп, аяҡҡа баҫыуға арнаған ҡатындар экстракорпораль аталандырыу (ЭКА) процедураһы хаҡында уйланырға мөмкин. ЭКА-ны планлаштырыуҙы 38 йәштән дә кисектерергә түгел. Был осорҙа ҡатын-ҡыҙ үҙен яҡшы тоя, төҫ-ҡиәфәте лә бына тигән. Ләкин тикшереүҙәр түл биҙенең ярлы­ланыуын, башлыса генетик көсһөҙ күҙәнәктәр ҡалыуын күрһәтә.
Әммә организм үҙенсәлеген дә оноторға ярамай. Ҡайһы берҙә паспорттағы йәш менән биологик йәш тап килмәүе лә мөмкин. 50-лә лә еңел ауырға ҡалыусылар бар, ә уларҙан байтаҡҡа йәш ҡайһы бер ҡатындар ЭКА процедураһы үтергә мәжбүр. Енси гормондар кимәлен анализ ярҙамында тикшертеп, ультра­тауыш менән түл биҙенең мөмкинлеген билдәләп, шулай уҡ организмда репродуктив ағзаларҙың артыҡ үҫешен сикләүсе гормондарҙың торошон ҡан анализы буйынса асыҡлап, гүзәл зат үҙенең репродуктив сиге ниндәй икәнен белә ала.

Табиптар ҡатын-ҡыҙҙың ырыу ҡалдырырға һәләтле осорон оҙайта аламы?
Бөгөн гүзәл зат теләһә ниндәй йәштә бала табырға мөмкин. ЭКА һөҙөмтәлелеге 30-35 процент тәшкил итә (тәбиғи рәүештә ауырға ҡалыу ихтималлылығы ла шулай) һәм йылдан-йыл ул юғарыраҡ була бара. Бынан тыш, яҡын йылдарҙа әсә булырға ниәтләмәгән һәр ҡатын-ҡыҙ криоконсервациялау алымын ҡулланып – түл күҙәнәген, туҡымаһын йәки яралғыны туңдырып, киләсәктә файҙалана ала. Был процедура яман шешкә дусар булып, дауаланырға әҙерләнгән ҡатындарға, шулай уҡ ниндәйҙер сәбәптәр буйынса әле бәпес алып ҡайтыуҙы кисектереп тороусыларға кәңәш ителә.
Бала тыуыуы һәр ғаилә өсөн ауырлыҡ түгел, шатлыҡлы ваҡиға булырға тейеш. Ғаиләне планлаш­тырыу хаҡында акушер-гинеколог менән кәңәшләшеү был мөһим мәсьәләлә яңылышмаҫҡа ярҙам итер.
Рәүфә ЙӘНТИЛИНА,
юғары категориялы акушер-гинеколог, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.


Теги: Ғаилә Ҡатын-ҡыҙ Бала





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook