Башҡортостан Ҡыҙы

Ниңә көйә үҙәгем?

Ниңә көйә үҙәгем?
Үҙәк көйөү һәр кемгә таныштыр. Әгәр ашағандан һуң онотҡанда бер үҙәк көйә икән, әллә ни ҡурҡыныс юҡ. Ләкин бының йыш ҡабатланыуы яҡшыға түгел.
Үҙәк башлыса ашҡаҙандан бүленгән әсе һут ҡыҙыл үңәскә күтәрелеүе (медицина телендә был гастроэзофагеаль рефлюкс ауырыуы тип атала) арҡаһында көйә. Ашҡаҙан һуты үңәстең лайлалы тиресәһен «ашай», һөҙөмтәлә ул елһенә, эрозия, яралар барлыҡҡа килә, үңәс тарая. Дауаламай йөрөгәндә бының хатта яйлап яман сиргә әүерелеүе ихтимал.

Ҡыҙыл үңәстә бүҫер (диафрагма һәм ашҡаҙандың бер өлөшө күкрәк ситлегенә сығып тороуы) булһа ла, үҙәк көйөүе мөмкин. Был осраҡта ашҡаҙан эсендәге ҡатнашма, һуты менән бергә, үңәскә сығарыла.

Ҡайһы берҙә ашҡаҙандағы ныҡ әсе һут аш һеңдереү юлының өҫкө өлөшөнә «ташланыуы» һөҙөмтәһендә йөрәк тәңгәлендә ауыртыу тыуа. Кеше, «йөрәгем яна» тип, кардиологка бара, ләкин ул тәғәйенләгән дауа ла йөрәк «утын» баҫмауына зарлана. Бындай ауырыуҙарға гастроэнтерологка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ваҡытында дөрөҫ итеп ашап йөрөгәндә, тейешле дауа алғанда йөрәк «яныуы» тиҙ бөтөргә тейеш.

Унан нисек ҡотолорға һуң?
Беренсе сиратта ниндәй ризыҡтан үҙәк көйгәнлеген асыҡлау шарт. Ҡағиҙә булараҡ, быға тоҙло, әсе, маринадланған, ҡыҙҙырылған аҙыҡ сәбәпсе. Газлы һыу, ҡәһүә, шоколад, араҡы-шарап, тәмәке лә «ғәйепле» булыуы ихтимал.

Эстән һыҙылып, янып-көйөү арҡаһында ла ашҡаҙан һутының әселеге юғары булып китә, аш һеңдереү юлына баҫым арта. Үҙегеҙҙе ҡулға алып, тынысланһағыҙ, үтә торған.

Һәр ваҡыт өҫтәл артында сама белергә кәрәк. Бер тапҡыр ашаған ризыҡ ҡуш усҡа һыйырлыҡ булһын. Эстең ныҡ тулып, ҡабарып китеүе һәйбәт түгел. Әлбиттә, бындай ваҡытта үҙәк көйә, ашҡаҙан ауырта.

Ашағандан һуң һуҙылып ятырға ашыҡмағыҙ, аш һеңдереү өсөн йөрөп алығыҙ. Төнгө табындар үҙәк көйөү менән тамамланыусан, шуға күрә кискелекте йоҡларға ятыр алдынан ике сәғәттән дә һуңламай ашағыҙ.

Ут йотҡандай йөрөмәҫ өсөн, аҙыҡты дөрөҫ ашарға кәрәк. Мәҫәлән, ас ҡорһаҡҡа әсе һут эсмәгеҙ, майонезлы ризыҡ ҡапмағыҙ. Йыш һәм аҙ-аҙлап туҡланыу файҙалы. Артығын ашағанда һут һәм үт ҡатыш аҙыҡ ҡыҙыл үңәскә «ырғытылып», үҙәкте көйҙөрөр. Шул уҡ ваҡытта ас йөрөргә лә ярамай, аш һеңдереү өсөн бүленгән ашҡаҙан һуты менән үт файҙаланылырға тейеш.

Үҙәк көйгәндә ҡайһы берәүҙәр боронғо ысулды ҡуллана: бер стакан һыуға сәй ҡалағы аш содаһы һалып эсә. Ысынлап та, ул алым эстә янған «утты» ваҡытлыса һүндерә. Ләкин был «ашығыс ярҙам»дан аш һеңдереү юлының лайлалы тышсаһы ныҡ итеп «ашалыуын» иҫегеҙгә төшөрәм.
Йыш үҙәк көйөү – хәүефле билдә һәм кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итеүҙе һәм дауаланыуҙы талап итә.
Эльмира ҠАҺАРМАНОВА,
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш
гастроэнтерологы.


Ошо кәңәштәрҙе тотоғоҙ:
*Тәмәке тартһағыҙ, был ғәҙәтте ташлағыҙ – никотин ашҡаҙан менән үңәс араһындағы клапан мускул­дарын йомшарта.

*Ашҡаҙан, үңәс тиресәһен ҡуҙғытыусы спиртлы эсемлектәрҙән, газлы һыуҙан баш тартығыҙ. Алкоголь ашҡаҙан һуты бүленеүен ныҡ арттыра, газлы һыуҙағы углекислый газ эсте ҡабартып, кикертеп, үңәс клапаны эшен ҡатмарлаштыра.

*Маргарин, май ҡушып бешерелгән ҡамыр аштарын, шоколад, туңдырма, ҡәһүәне, тәмләткестәрҙе (һарымһаҡ, һуған, борос, соус) онотоп тороғоҙ.

*Кәүҙәгеҙҙең ауырлығы артыҡ икән, ябығыу мөһим. Эстәге май ҡатламы ашҡаҙанға баҫымды арттыра.

*Эс ҡыҫылып тормаһын өсөн тығыҙ кейем кеймәгеҙ, бил ҡайышын ныҡ тарттырмағыҙ, даими корсетта йөрөмәгеҙ. Ауыр йөк күтәрмәгеҙ, эйелеп-бөгөлөп эшләмәгеҙ. Фитнес менән шөғөлләнгәндә эскә баҫым төшөүҙән һаҡланырға кәрәк.

*Аш ауыҙҙы бешерерлек эҫе лә, ныҡ һыуыҡ та булмаһын.

*Эс ҡатыуҙан арынығыҙ.

*Ашағанда һауа йотмаҫ өсөн табын артында һөйләшмәгеҙ. Һағыҙ сәйнәгәндә, ауыҙға ҡабып көнбағыш сирткәндә лә кеше һауа йота, шул арҡала ашҡаҙандағы газ ҡыуығы ҙурайып, үңәс клапаны эшмәкәрлеге насарайыуҙан ашҡаҙан һуты үңәскә урғыла.

*Карауаттың башығыҙҙы ҡуя торған яғы икенсе яғынан 15 градусҡа юғарыраҡ булһын. Бының өсөн унда ағас бурса киҫәге һалырға мөмкин. Үҙәк көйөүҙән яфаланған ҡайһы берәүҙәр баш аҫтына бейек мендәр ҡуя, ләкин унан елкә тамырҙары ҡыҫылып, ҡан йөрөшө насарайыуы бар.


Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook