Башҡортостан Ҡыҙы

«Бауыр итем»

«Бауыр итем»
«Бауырым өҙөлә», «эс-бауырыңа инер», «сит бауыр», «бауыр итем» – телебеҙҙәге ошо һәм башҡа тотороҡло һүҙбәйләнештәрҙән күренеүенсә, халҡыбыҙ борондан был ағзаның ни тиклем әһәмиәтле икәнен белеп, хатта йәнләндереп үк һөйләгән.
Бауыр – кеше организмында мөһим йәшәү функцияларын үтәүсе иң ҙур биҙ. Ул аш һеңдереү, майҙарҙы тарҡатыу өсөн кәрәкле үтте етештереүсе, аҙыҡ менән бергә ингән зыянлы матдәләрҙе «һөҙөүсе», аҡһым синтезын башҡарыусы, ҡан яңыртыусы ҡеүәтле биохимик лаборатория кеүек эшләй. Матдәләр алмашыныуҙа, күҙәнәктәрҙе витаминдар менән тәьмин итеүҙә, гормондарҙың дөрөҫ эшләүендә, ғөмүмән, иммун системаһын нығытыуҙа әйтеп бөткөһөҙ роль уйнай.
«Бына ни өсөн ул ағзаны һаҡлау зарур!» – ти Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы Эльмира Мәрүән ҡыҙы ҠАҺАРМАНОВА һәм бауыр ауырыуҙарына килтергән сәбәптәр, был сирҙәрҙең төп билдәләре хаҡында бәйән итә.


Бауыр зыянлы йоғонтоға оҙаҡ ваҡыт көслө ҡаршылыҡ күрһәтеү ҡөҙрәтенә эйә. Ул – тейешле дауа булғанда үҙ аллы яңырыуға һәләтле берҙән-бер ағза (хатта етмеш процент күләме юҡҡа сыҡҡан саҡта ла яңырып тергеҙелгән осраҡтар бар). Арымай-талмай хеҙмәт итеүсе аҡыллы, көслө ағзаны сирле итер өсөн әҙәм балаһы ни тиклем уйһыҙ булырға тейеш икән?! Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илебеҙҙә бауыр сирҙәренән интегеүселәр, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы ауырыуҙары менән яфаланыусыларҙан ҡала, өсөнсө урынды биләй. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары араһында бауыр сирҙәре беренсе булып тора.

Бауыр – бик «сабыр» ағза, ул ауырыу хаҡында «ҡысҡырмай». Уң ҡабырға аҫтында ара-тирә сәнскеләп ҡуйыуын, хәлһеҙлекте иҫәпкә алмаһаң, башланғыс мәлендә уның сирҙәренең билдәләре беленмәй тиерлек. Күп осраҡта шулай була: ун-ун биш йыл дауамында ауырыу аҙып, бауыр эшмәкәрлеге ныҡлап боҙолоуҙан йонсоғас ҡына кеше табипҡа бара һәм диагнозын ишетеп: «Бер ҙә ауыртҡаны юҡ ине бит!» – тип аптырашҡа ҡала.

Бауырҙы ҡаҡшатыусы төп сәбәптәр ниндәй?
*Даими рәүештә көслө дарыуҙар ҡабул итеү. Улар менән тик табип күҙәтеүендә дауаланыу зарур.
*Вируслы инфекциялар. Гепатиттың В, С төрҙәре.
*Йоғошло һәм паразитар сирҙәр (эхинококкоз, описторхоз, трихинеллез, лямблиоз һ.б.).
*Хәмер менән мауығыу.
*Дөрөҫ ашамау.

Һуңғы ваҡытта киң таралған бауыр сирҙәрен атап үтәйек. Иң күп осрай торғаны – бауырҙы май үреү (жировая болезнь печени). Айырыуса тулы кәүҙәлеләр араһында ул йыш күҙәтелә. Эшкә бирелеп, яҡшылап ашарға әҙерләргә форсат тапмаған кешеләр урыҡ-һурыҡ ҡапҡылап тамаҡ туйҙыра, үтә аҙ хәрәкәтләнә. Артыҡ ауырлыҡ йыйған организмда аҙыҡ менән ингән токсиндарҙы юҡҡа сығарырға тырышыусы бауыр иң тәүҙә зыян күрә.
Биологик әүҙем өҫтәмәләр, үҙ белдеге буйынса дарыу, үлән төнәтмәләре эсеүҙән бауырҙарын май үргән ҡатындар ҙа байтаҡ. Биологик өҫтәмәләрҙең тулы лаборатор тикшереүҙәр үтмәүен, файҙаһына ҡарағанда зыяны күп икәнен иҫегеҙгә төшөрөп, һаҡ булырға саҡырам. Табип күҙәтеүенән башҡа үләндәр менән мауығыу ҙа яҡшы түгел – улар ҙа, дарыу һымаҡ, химик матдәләрҙән тора.
Бауыр эшмәкәрлеге туранан-тура үт ҡыуығы, үт юлдары торошо менән бәйле. Үт тотҡарланыу, холецистит, үт ҡыуығына таш ултырыу бауыр итенә кире йоғонто яһаған кеүек, бауырҙың насар эшләүе лә үт ҡыуығында сағыла.
Гепатит хаҡында айырым туҡталырға теләйем. В, С вирустары тыуҙырған гепатит бик ҡурҡыныс. Сирле табип-инфекционистың ҡәтғи күҙәтеүе аҫтында дауаланырға тейеш.
Оҙайлы ваҡыт дауамында самаһыҙ хәмер эсеүҙән барлыҡҡа килгән алкоголь гепатиты эҙемтәләре лә бик аяныслы.
Бауыр сирҙәрен дауаламаған осраҡта күҙәнәктәр төҙөлөшөн үҙгәртә, яйлап туҡымалары тарҡала, цирроз барлыҡҡа килә, был хәл йыш ҡына яман шешкә килтерә.

Әйтеп үтеүемсә, бауыр өнһөҙ сирләй. Бәүел һәм оло ярау төҫө үҙгәреүе, тән шешмәкләнеү, тиренең, күҙ ағының һарғайыуы, ныҡ тирләү, капиллярҙарҙың шартлауы арҡаһында күгәреп торған ерҙәр барлыҡҡа килеү, иртәнсәк ауыҙҙа әсе тәм, насар еҫ тойоу, ҡапыл ябығыу, баш ауыртыуы, гормондар һәм нервы эшмәкәрлеге боҙолоуы – был билдәләр һуңғы стадияларҙа барлыҡҡа килә. Тән ҡысыу, тире төләү, сабыртып сығыу, тимгелдәр ҡалҡыу ҙа һағайтырға тейеш – сырхау бауыр таҙарта алмаған зарарлы матдәләрҙе организм тире күҙәнәктәре аша сығарырға тырыша.
Бауыр ауырыуҙары һаулыҡ өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Уларҙы булдырмау өсөн табипта даими тикшерелеп торорға, диспансеризация үтеүҙән ситләшмәҫкә, дөрөҫ ашауҙы яйға һалырға һәм хәрәкәттә бәрәкәт икәнен онотмаҫҡа кәрәк.


Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook