Башҡортостан Ҡыҙы

Мәңге йәш булыу әкиәт түгел

Мәңге йәш булыу әкиәт түгел
«Хәрәкәттә – бәрәкәт» тигән мәҡәлдә ниндәй ҙур мәғәнә ятыуына тап физик күнекмәләр ярҙамында яңынан тулы ҡанлы тормошҡа ҡайта алған кешеләрҙең һөйөнөстәрен уртаҡлашып, шатлыҡ йәштәрен һөртөүен күргәс, тағы бер инанаһың. Заманса тренажерҙарҙа күнегеүҙәр яһауға нигеҙләнгән модалы йүнәлеште – фитнесты үҙ иткән алтмыш-етмеш-һикһән йәшлек ҡатындарҙың (әбей тип әйтергә тел бармай): «Яңынан йәшәй башланым, ниһайәт, үҙемде гүзәл зат итеп тоям, ә бит ғүмер буйы үҙемә иғтибарым етмәне, эш аты булдым», – тип сәхнәнән бар халыҡҡа ҡыйыу һөйләүе тәрән уйға һалды. Кешегә бәхетле булыр һәм башҡаларға йылылыҡ өләшер өсөн иң беренсе үҙеңде яратыу, ҡәҙерләү фарыз тигәндәре хаҡ икән.


Мәңге йәш булыу әкиәт түгел
... «FitCurves» клубы хужабикәһе Ирина Хәлил ҡыҙы Просвирова һөйләүенсә, байтаҡ бәләләргә тәнебеҙ үҙенсәлектәрен белмәүебеҙ, уны яратмауыбыҙ арҡаһында юлығабыҙ. Мәҫәлән, утыҙ йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙа кәүҙә ауырлығы үҙгәрмәгән хәлдә лә, мускулдар яйлап ҡына май менән алмашына башлай. Май нисбәте артҡан һайын тән тығыҙлығын, һығылмалылығын юғалтып, ҡартайыуға табан бара. Әммә был күңелһеҙ күренештән ҡотолоу ысулы бар, ул – тәндең һәр өлөшөн әйләнгән һайын хәрәкәтләндереп, мускулдарға тейешенсә көс төшөрөп тороу. Даими физик күнекмәләр ҡан баҫымын яйға һала, остеохондроз, шәкәр диабеты кеүек зәһәр ауырыуҙарҙы булдырмауға булышлыҡ итә. Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ. Ошо ҡиммәттең ҡәҙерен ололар ғына түгел, йәштәр ҙә йылдан-йыл нығыраҡ аңлай.

Баш ҡалабыҙҙа төрлө фитнес-үҙәктәр күп. Һәр кем зауығына, кеҫәһенә ҡарап, үҙенә уңайлыһын һайлай ала. Донъя көткән ҡатын-ҡыҙ былай ҙа тик ултырмай, эйелеп-һығылып иҙәнен дә йыуа, магазиндан ауыр сумка ла ташый, балаһын да күтәрә – мускулдарға былай ҙа көсөргәнеш төшә, тиерһегеҙ. Хаҡлыһығыҙ, әммә көндәлек эш ваҡытында бөтә мускулдар ҙа ҡатнашмай икән шул, ҡайһыныһына көс төшә, икенселәре бөтөнләй эшһеҙ бирешә, һулый. «Һәр мускулды сыныҡтырыуҙың, тәнеңде тойоуҙың нимә икәнен бында йөрөй башлағас ҡына аңланым. Күнекмәләрҙә ҡанды йүгертеп алғандан һуң тән шундай еңеллек тоя, хәҙер бер ҙә бәлйерәп ултырмайым. Элек хәлдән килмәгән эштәрҙе лә ҙур ҡыуаныс менән башҡарам», – ти клубтың иң оло ағзаларының береһе һикһән йәшлек Нәсимә инәй. Ә Римма Ноғоманова аҙнаһына өс тапҡыр көнөнә ярты сәғәт кенә шөғөлләнеп, мөғәллимдәренең туҡланыу буйынса кәңәштәрен тотоп, егерме килонан артыҡҡа ябығыуына һөйөнә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һығылмалылығы менән айырылған, тайбо кеүек көс талап иткән күнекмәләрҙән дә ҡалмаған Рәйсә Арыҫланова үҙе лә сәләмәт тормош алып бара, байтаҡ ҡатын-ҡыҙҙы ла ошо матур юлға баҫтырған, уны яратып «абруйлы кеше» тип йөрөтәләр.

Күҙҙәрендә һәр ваҡыт нур уйнаған, тормоштан йәм табып йәшәгән гүзәл заттар ойошторған байрамдан илһам алып, дәртле, матур, сәләмәт булыу йәшкә ҡарамай, барыһы ла кешенең үҙенән тора икәненә инанып ҡайттыҡ.
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: «FitCurves»





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook