Башҡортостан Ҡыҙы

ЕБӘК ЯУЛЫҠ ҺАЛАМ ИҢЕҢӘ...

ЕБӘК ЯУЛЫҠ ҺАЛАМ ИҢЕҢӘ... Яулыҡ, шарф, палантин... Ҡарап торғанда ябай ғына, бәләкәс кенә аксессуарҙар беҙҙең кейемгә яңы һулыш өрөргә, көтөлмәгәнсә үҙгәртергә, ҡабатланмаҫ матурлыҡ бирергә, кәйефте сағылдырырға һәләтле.
Яулыҡ һәр дәүерҙә лә заманса күренә. Бөгөн бигерәк тә шаҡмаҡ рәүешендәгеһе модала, көнбайышта уны «карэ» тип йөрөтәләр. Йөҙҙө асҡан ебәк яулыҡ һәр ҡатын-ҡыҙҙа булырға тейеш, тигән фекерҙә дизайнерҙар. Образға үҙенсәлек, серлелек, нәзәкәтлек өҫтәгән был әйбер – көндәлек кейемде байытыуҙың иң еңел ысулы ла. Бары йәтеш итеп яурынға һалыу серҙәрен генә белеү кәрәк.
Стилист-имиджмейкер Зилә Сәфиуллина бөгөн уҡыусыларыбыҙға яулыҡты бәйләүҙең бер нисә алымын күрһәтә. Модель – Гөлгөнә Баһауетдинова.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook