Башҡортостан Ҡыҙы

ЙӨҘӨҢ АЙҘАЙ БАЛҠЫҺЫН

ЙӨҘӨҢ АЙҘАЙ БАЛҠЫҺЫН Гүзәллекте һаҡлауҙың бер ысулы – битлектәр эшләү. Ҡиммәтле салондарға йөрөү мотлаҡ түгел, быны өйҙә лә башҡарырға мөмкин. Яҙын-йәйен йәшелсәләр һәм еләк-емеш беҙгә ярҙамға килергә әҙер. Бындай битлектәр тирене туҡландыра, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, арығанлыҡты бөтөрә, йөҙгә сәләмәт төҫ бирә.

*Алманың ҡабығын әрсеп, ваҡ ҡырғыстан үткәрәләр. Берәр ҡалаҡ зәйтүн майы, ҡаймаҡ ҡушып бутайҙар. Майлы йә ҡатнаш тире өсөн бер йомортҡа ағы өҫтәргә була. 20 минут тотҡандан һуң, битте йылы һыу менән йыуалар.

*Кәбеҫтә менән кишерҙе бер үк миҡдарҙа алып, ҡырғыстан үткәрәләр ҙә һутын һығалар. Һутҡа берәр балғалаҡ бал менән ҡаймаҡ өҫтәйҙәр. Ҡатнашманы 10 минутҡа биткә яғып торалар.

*100 грамм кәбеҫтәне иҙеп, биткә һылайҙар. Ярты сәғәттән һалҡынса һыу менән йыуалар.

*10 грамм майлы кремға бер ҡалаҡ алоэ һутын ҡушып болғаталар ҙа биткә 20 минутҡа һөртәләр.

*Майлы тире өсөн: йомортҡаның ағын туғырға ла ярты балғалаҡ лимон һуты ҡушырға кәрәк. Биткә бер нисә ҡат итеп буяп, 15 – 20 минут тоторға. Ҡаты сәй менән йыуып алырға.

Ҡоро бит тиреһе өсөн: 10 грамм бойҙай онона 2-3 ҡалаҡ һөт ҡушып болғатабыҙ, шунан бер бүҙәнә йомортҡаһы, 30 грамм бал ҡушабыҙ. Ошо ҡатнашманы биткә 15 – 20 һылап минут тотҡандан һуң, йылымыс һыу менән йыуабыҙ.

Һәр төрлө тире өсөн: марля киҫәген ҡурай еләге (таҙарта һәм дымландыра), ҡыҙыл ҡарағат (ағарта), әфлисун (витаминдарға бай), йөҙөм (йыйырсыҡтарҙы булдырмай) һуты менән сылатып, 15 – 20 минутҡа биткә һалып торалар. Йылымыс һыу менән сайҡаталар. Һут урынына еләк-емештең иҙмәһен ҡулланырға ла ярай.

*Бер үк миҡдарҙа алынған эремсек менән балды яҡшылап болғаталар ҙа бит тиреһенә һылайҙар. Уны күҙ, ауыҙ тирәһенә лә һөртөргә ярай. Битлекте һалҡын һөт менән йыуып алыу яҡшы.

*Күҙ төбөндәге йыйырсыҡтарҙан ҡотолоу өсөн, төнгөлөккә һырғанаҡ, (шафталы), баҙам (миндаль) йә өрөк (абрикос) майы һөртөргә кәңәш ителә. Бик яҡшы сифатлы зәйтүн майын ҡулланырға ла мөмкин.

*Шаҡмаҡтарға аҡ сәскә, бөтнөк, мелисса кеүек тынысландырыусы үләндәрҙең төнәтмәһен ҡоябыҙ ҙа туңдырғысҡа ҡуябыҙ. Иртә һайын боҙ киҫәге менән битте һәм күҙ тирәләрен һөртөп сығабыҙ.

*Ошондай уҡ боҙ шаҡмаҡтарын һөттән дә эшләргә була. Бит тиреһе, яҡшы ял иткәндәгеләй, балҡып китә.

*Картуф битлеге: сей картуфты ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һөт өҫтө менән бутайбыҙ. Күҙгә һылап, 15 – 20 минут ятып торабыҙ, шунан йылы һыу менән йыуып төшөрәбеҙ. Был битлек йыйырсыҡтарҙы булдырмауға ла ярҙам итә.

*Бер ҡалаҡ бананды иҙәбеҙ ҙә 1 ҡалаҡ аҡ майҙы иретеп ҡушабыҙ, бутайбыҙ. 20 минутҡа күҙгә ҡуйып торабыҙ, аҙағынан йылы һыу менән йыуып алабыҙ.

*Бер ҡалаҡ өрөк иҙелмәһенә бер балғалаҡ ҡаймаҡ ҡушып болғатабыҙ. Күҙгә һылап, 20 минут көтәбеҙ. Йылы һыу менән йыуабыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook