Башҡортостан Ҡыҙы

Ябай, әммә һоҡландырғыс...

Ябай, әммә һоҡландырғыс...
Заман башҡа – заң башҡа, ти халыҡ аҡылы. Ысынлап, XX–XХI быуаттар йәмғиәт тормошона, шул йәһәттән ҡатын-ҡыҙҙың социаль роленә күп үҙгәрештәр индерҙе. Беҙҙең осорҙоң уңышлы гүзәл заты яҡшы әсә, наҙлы ир ҡатыны, уңған хужабикә генә түгел, ә зауыҡлы кейенгән эшлекле ханым да булырға тейеш.

Күҙгә ташланып бармаған, ябай, әммә килешле һәм таң ҡалдырған күркәм кейем ниндәй була? Бөгөн һүҙебеҙ – классик һәм кежуал йүнәлештәге әйберҙәрҙе уңышлы аралаштырып кейеүҙән ғибәрәт интеллектуаль стиль хаҡында.

Яҡташыбыҙ, билдәле мода белгесе Эвелина Хромченко, Катар дәүләт әмиренең икенсе хәләл ефете Шәйех Моза (Моза бинт Насер аль Миснед), Сәғүд Ғәрәбстанының батша ҡыҙы Динә Абдулазиз, эшлекле ханым Виктория Бекхэм кеүек мода алиһәләре лә ошо стилгә өҫтөнлөк бирә.
Был стилде үҙ итеүселәргә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк.

1. Үҙегеҙҙе һәр ваҡыт уңышлы тойған, төҫ-ҡиәфәтегеҙгә килешле кейемдәрҙе генә һайлағыҙ.
2. Мода артынан ҡыумағыҙ, ләкин артта ла ҡалмағыҙ.
3. Сифатлы туҡымалы әйберҙәргә өҫтөнлөк бирегеҙ.
4. Гардеробта бер-береһе менән аралаштырып булған 2-3 төҫ өҫтөнлөк итһен.
5. Һәр миҙгел һайын туҙған, моданан сыҡҡан, кесерәйгән кейемдәрҙе ташлағыҙ.
6. Түбәндәге әйберҙәрҙән торған төп гардероб булдырығыҙ:
– ҡара төҫтәге трапеция рәүешендәге йәки «ҡәләм»-итәк;
– 2-3 төймәле классик жакет (ҡара, күк, көл төҫөндә);
– бәләкәй ҡара йәки күк күлдәк;
– кизе-мамыҡтан аҡ блуза;
– классик салбарҙар;
– йәйге пальто;
– тренч;
– затлы тун;
– «шанель» стилендә жакет;
– драп пальто;
– оҙон итәк;
– икеһе лә бер төҫтәге кардиган һәм топ.


Ябай, әммә һоҡландырғыс...
Ябай, әммә һоҡландырғыс...


Төрлө төҫтәге ебәк яулыҡтар, палантиндар һәм күн сумкалар образды тағы ла байытасаҡ. Һәр осраҡҡа тап килгән өс сумка тотоу уңайлы: А4 форматындағы ҡара төҫтәгеһен; кейемгә тап килгән аҡһыл көрән, һоро йә ҡара сағылыштағы; яурынға элеп йөрөтөрлөк бәләкәс кенә сумка.
Аяҡ кейемдәренә килгәндә, иң мөһиме – бер ҡара, бер аҡһыл көрән төҫтәге күн йә йомшаҡ күн (замша) кәмә-туфли булыуы мотлаҡ.
Был стилдә ҡара, көлһыу, аҡ, аҡһыл көрән төҫтәргә өҫтөнлөк бирелә. Сағыу төҫтәрҙәге аксессуар, блуза ярҙамында образды йәнләндереп ебәрергә мөмкин.

Шулай уҡ бер төҫтәге, ләкин төрлө фактуралағы кейемдәрҙе аралаштырып кейеү хуплана. Мәҫәлән:
– ебәк, бәрхәт, селтәр;
– джерси, замша, ебәк, күн;
– атлас, органза, затлы тире.
Матурлыҡ һәм аҡыл, икеһе бергә ҡушылып, был стилдә кейенгән гүзәл затты күркәм, ҡупшы итә.
Зилә СӘФИУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ
фотолары.


Редакциянан. Фото төшөрөүҙе ойоштороуҙа ярҙамдары өсөн «Charuel» ҡатын-ҡыҙҙар кейеме магазины хеҙмәткәрҙәренә, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатоваға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.


Теги: Мода Стиль





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook