Башҡортостан Ҡыҙы

Ғүмер – балҡыған нәжәғәй

Ғүмер – балҡыған нәжәғәйХоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте менән һуғарылған тылсымлы таңда бер ҡыҙ бала донъяға килә. Арыш башаҡҡа тулышҡан, мең йондоҙло күктә нәжәғәй уйнаған мәл була был. Сабый иртәнге сәғәт дүрттә күлдәктә тыуа. Ул тәүге ауазын һалғанда ҡапыл күк ҡабағы асылып китә лә бар ғәләм мөғжизәүи аҡ нурға ҡойона. Йөҙөн илаһи йылмайыу балҡытҡан йәш әсәгә бәпесен тотторғанда кендек инәһе: «Ошолай аҡ нурлы, бәхетле, ырыҫлы бала булыр, иншалла!» – ти.
Бәхетле, ырыҫлы ғына түгел, изгелекле ил ҡыҙы итеп беләсәктәр уны киләсәктә. Йылдар үтер һәм күк ҡабағы асылғанда күлдәктә тыуған сабый хәтәр йоғошло сир – туберкулезға ҡаршы хеҙмәтте республикала өр-яңы кимәлгә күтәргән, халҡы сәләмәтлеген һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ тырышлыҡ һалған абруйлы табип булып таныласаҡ. Республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙың баш табибы урынбаҫары, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш фтизиатры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Миңнур Миңлеәхмәт ҡыҙы Азаматованың яҙмышы, кендек инәһе юрағанса, аҡ нурҙан туҡылған.


Ғүмер – балҡыған нәжәғәй
...Һуғыштан һуңғы еңел булмаған йылдар. Стәрлебаш районы Ҡабаҡуш ауылында йәшәүсе Лоҡмановтар ҙа ил күргәнде күреп, ил күтәргәнде күтәреп ғүмер кисерә.

«Олатайым да, атайым да фронтовиктар ине. Батырлыҡтары хаҡында һанап бөткөһөҙ орден-миҙалдарынан белеп үҫтек. Сәләхетдин олатайым менән Ғәрифә өләсәйемдең яҙмышын балаларға һаман матур тарих итеп һөйләйем, – тип хәтирәләргә бирелә Миңнур ханым. – Әсәһе үлгәс, Сәләхетдин олатайымды ун дүрт йәшлек кенә малай килеш үҙенән алты йәшкә оло ҡыҙға өйләндерәләр. Өләсәйем Ғәрифә уйнап йөрөгән кейәүен тәрбиәләп, ир ҡорона индерә. Татыулыҡтары таң ҡалырлыҡ булды. Ола­тайым ҡатын-ҡыҙ эшен башҡарыуҙы һис оят тип һанаманы. Иренән алда олоғайған өләсәйем түрҙә аяғын бөкләп: «Сәләхетдин, шулай итергә, быны эшләргә кәрәк», – тип ултыра торғайны. Олатайым ихтирамын да, һөйөүен дә уға эш тейҙермәҫкә, шул рәүешле һаҡларға тырышып сағылдырғандыр, тим. Әсәйем менән атайымдың бер-береһенә яғымлы мөнәсәбәте лә күңелдә иң яҡты иҫтәлек булып һаҡлана. Атайым Еңеүҙән һуң тағы ике йыл хеҙмәт итеп, 1947 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. Ҡара бөҙрә сәсле, осҡор ҡарашлы, хәрбиҙәрсә төҙ кәүҙәле атайым менән уҡытыусы булып эшләүсе тал сыбығылай әсәйем бер-береһенә тәү ҡараштан ғашиҡ була. Мин дә, минән һуң донъяға килгән Миңлегөл, Илдар, Миңниса туғандарым да атай-әсәй, олатай-өләсәй өсөн ҡәҙерле балалар икәнде тойоп үҫтек. Уларҙың беҙҙе нисек яратыуын, күршеләрҙең матур аралашып йәшәүен хәтерләп, ғүмер буйы йөрәгемде йы­лытам. Тормош ярлы, ә кешеләр күңеле иҫ киткес бай заман ине»…

…Тормоштоң яҡшыра барыуына ҡыуанып ҡына ғүмер иткәндә ғаилә башлығын 41 йәшендә йөрәк сире аяҡтан йыға. Ул мәңгегә күҙҙәрен йомған көндә Мәскәүҙең данлыҡлы дауаханаларының береһенән операцияға саҡырыу хаты килеп төшә. Ун биш йәшлек Миңнур был ваҡытта Салауат медучилищеһында уҡып йөрөй. Атаһының яҡты донъянан йөрәктәрҙе әрнетеп иртә китеүе табип булыу теләген нығыта: «Уҡыуҙы бар нәмәнән өҫтөн ҡуйған әсәйемдең: «Дүрт балам да юғары белем алырға тейеш!» – тиеүе ҡеүәт бирҙе. Училищены ҡыҙыл диплом менән тамамланым – тимәк, беренсе имтихандан «бишле» алһам, ҡалғандарын тапшырып тормайынса, мединститутҡа инеү хоҡуғына эйәмен»…

… Яҡшыға өлгәшеүсе һылыуҙың үҙе һымаҡ уҡыу алдынғыһына ғашиҡ булыуы ла ғәжәп түгел. Шәп йүгерек, оҫта саңғысы ҡыҙ беренсе курстан һуң спорт лагерында Өфө егете Роберт Азаматов менән таныша. «Күкшел күҙлек аша баҡҡан ғәжәйеп аҡыллы ҡарашы йөрәгемә үтеп инде», – Миңнур апай тәү күрешкән көнөн хәтерләп, шулай ти. Йәштәр алтынсы курста, институтты бөткән йылда, «Башҡортостан» ресторанында гөрләтеп туй үткәрә. Роберт тиҙ арала талантлы хирург булып таныла, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, бер аҙҙан уны ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Хеҙмәт юлын акушер-гинеколог булып башлаған Миңнур көндөҙ эшләп, төнөн дежур итеп, бер-бер артлы тыуған ике ҡыҙына тейешле иғтибар бирмәүен аңлай һәм Өфөнөң 13-сө дауаханаһы поликлиникаһына терапевт булып күсә. «Участкамда өс мең кешенең һаулығы өсөн яуап­лымын. Ярты йылда һәр береһенең сәләмәтлек торошон ғына түгел, ғаилә хәлен, көнитмешен өйрәндем», – тип хәтерләй ул. Уларҙың һаулығын ҡайғыртыу менән генә сикләнмәйенсә, башҡа проблемаларын да хәл итергә тотонған табип үҙ участкаһында бик ҡәҙерле кешегә әйләнә. Әлбиттә, социаль әүҙемлеге иғтибарҙан ситтә ҡалмай: уны дауахананың профсоюз комитеты рәйесе итеп һайлайҙар. «Күҙемә ҡарап торған ауырыуҙарымды ташлағым килмәй. Әсәйем ҡуйған маҡсатты иң юғары үр тип күргән, ялан аяҡ сөгөлдөр утап үҫкән ауыл ҡыҙы булып ҡалам. Ләкин барыһы ла сигенерлек урын ҡалдырмайынса өгөтләгәс, ризалашырға тура килде», – ти ул.

Дауаханала эшләүселәрҙең тормош-көнкүрешен, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға ҙур көс һалған Азаматованы медицина хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы рәйесе урынбаҫары итеп һайлауҙары ла тәбиғи. Ике йылдан иһә ул ойошманың рәйесе булып китә…

…Теүәл дүрт йылдан егәрле ханым республика һаулыҡ һаҡлау министрының финанстар буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Аналитик аҡылы менән алдырыусы, тармаҡ хәлен ус төбөндәгеләй күреп белеүсе Миңнур Миңлеәхмәт ҡыҙы Башҡортостан дауаханаларының матди-техник базаһын нығытыуға ғәйәт оло тырышлыҡ һала.

2000 йылда уға Республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙы етәкләп, был хеҙмәтте өр-яңы кимәлгә күтәрергә тәҡдим итәләр. Диспансерҙың хәле үтә мөшкөл булыуын күреп, ул туберкулезға ҡаршы көрәште көсәйтеү хаҡында мәсьәләне республика Хөкүмәте эргәһендәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһына сығара…

…Оҙаҡ йылдар дауамында һаулыҡ һаҡлауҙың был етди тармағы бөтә Рәсәй кимәлендә беренсе урындарҙы биләп килә. Өфөнөң Октябрь проспектында медицинаның иң һуңғы талаптарына яуап биргән хирургия корпусын сафҡа индергәндән һуң Миңнур ханым, баш табип вәкәләттәрен һалып, уның урынбаҫары вазифаһында ҡала. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы фтизиатрия буйынса комиссия ағзаһы, Рәсәй фтизиатрҙары ассоциацияһы президиумы ағзаһы Азаматова – бөгөн ил кимәлендә лә ихтирамлы остаз.

...Миңнур апай арыш бешкән, нәжәғәйле августы йыл да һағынып көтөп ала. Йондоҙ ҡаплаған күктә ялт-йолт нәжәғәй уйнауын күҙәтергә ярата. «Ғүмер, нәжәғәй балҡышы кеүек, сер һәм тылсым менән тулы, – ти ул. – Эргәмдә яратҡан кешем, туғандарым булыуы, ҡыҙҙарыбыҙ Эльвира менән Азалияның эшебеҙҙе дауам итеүе, ғөмүмән, был донъяла йәшәүҙәребеҙ үҙе үк – әйтеп биргеһеҙ оло бәхет, минеңсә. Ожмахтарҙан ергә баҡҡан әсәбеҙ рухы беҙҙән ризалыр, тип ышанам. Ул теләгәнсә, дүрт балаһы ғына түгел, туғыҙ ейән-ейәнсәре юғары белем алып, үҙ өлкәләрендә уңыш ҡаҙанды, ил алдында аҡ йөҙлө булып ғүмер итә. Ун бер бүлә-бүләсәре матур нәҫел ебен дауам итә...»
Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ғаилә Ҡатын-ҡыҙ





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook