Башҡортостан Ҡыҙы

«Йөрәк серен йәшерен тотҡан һәр саҡ ота!»

«Йөрәк серен йәшерен тотҡан һәр саҡ ота!»
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына – 110 йыл.


Зәйнәб Биишева. Был исем әҙәбиәтебеҙ йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән теркәлгән. Йылдар үтеү менән бөйөк яҙыусының ҡабатланмаҫ таланты нығыраҡ баҙыҡлана бара, уның шәхесенә һәм әҙәби мираҫына ҡыҙыҡһыныу ҙа көсәйә.

Ырымбур губернаһының Бөрйән-Ҡыпсаҡ волосына ҡараған Байыулы (хәҙерге Туйөмбәт) ауылында йәшәгән Ғабдулла Биишевтарҙың көнитмеше күпселек башҡорт ярлыларының ХХ быуат башындағы тормошонан әллә ни айырылмаған тиерлек. Был дәүер Рәсәй тарихында юҡҡа ғына «ҡара реакция йылдары» тип аталмаған. Батшалыҡ үткәргән сәйәсәт һөҙөмтәһендә, ер-һыуҙары талап алынып, йәшәү сығанаҡтарынан мәхрүм ителеп, башҡорт халҡының тамам бөлгөнлөккә төшөүе ул замандарҙа күп кенә демократ рухлы рус уҡымышлыларын хатта «башҡорт үлә, башҡорт бөтә» тигән һығымталарға ла этәрә. Әйткәндәй, ярлы хәлфәнең ишле ғаиләһендәге балаларҙың етемлеккә дусар булыуы, 1908 йылдың һалҡын ғинуар уртаһында тыуған төпсөк Зәйнәбтең михнәтле бала сағы – ошо осорҙа донъяға килгән күпселек башҡорт яҙыусыларының биографияһына хас күренеш. Батыр Вәлид, Рәшит Ниғмәти, Сәләх Кулибай, Мөхөтдин Тажи, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Хәбибулла Ибраһимов, Әмир Чаныш, Хәбибулла Ғәбитов, Афзал Таһиров, Хәй Мөхәмәтйәровтар – үкһеҙ, бөтөнләй ата-әсәһеҙ, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғабдулла Амантай, Ғәлимов Сәләмдәр – атайһыҙ, ярым етем... Зәйнәб Биишеваның «етем тормошоноң бер һәйбәт яғы бар: ул – йәшәргә лә, үлергә лә тулы ирек, шуға етем кеше үҙе уйлап, үҙе хәл итергә өйрәнә» тигәнендә әсе дөрөҫлөк бар, ундайҙарға бәләкәйҙән үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, тормош нужаһын үҙ елкәләрендә татырға тура килә. Нисек кенә булмаһын, бала сағы әллә күпме ваҡыттан һуң да Зәйнәб өсөн ҡараңғылыҡ упҡыны, ҡурҡыныс, шомло донъя булып кәүҙәләнә, шуға ла Октябрь алып килгән үҙгәрештәрҙе ул, яҡтылыҡҡа алып сыға торған оло юл, тип ҡыуанып ҡаршылай.

«Бөйөк Октябрь беҙгә бөтәһенән элек ошо ҡырағайлыҡтан ҡотолоу, үҙеңде бәхетле итеп тойоу юлын асты» – шулай асыҡлап яҙасаҡ һуңынан әҙибә иҫтәлектәрендә. Уныңса, яңы тормоштоң бәхете тап белем алыуҙан башлана, һәм 1920 йылда Хәлимә апаһы уҡытҡан Аҡман ауылындағы мәктәп тупһаһына аяҡ баҫыу менән ул белем донъяһына сума: бер ҡышта уҡ башланғыс мәктәпте тамамлай, ауыл китапханаһындағы барлыҡ әҙәби китаптарҙы уҡып сыға. 1924 йылдың йәйендә Ташлыла ике айлыҡ уҡытыусылар курсынан һуң Каруанһарайға уҡырға йүнәлтмә биреүҙәрен ул үҙе өсөн мөғжизә – бәхет ҡапҡаһы асылыу һымаҡ ҡабул итә. Асылда, Зәйнәбте генә түгел, бик күптәрҙе 1920 йылда асылған Башҡорт милли мәғариф институтында (БИНО) уҡыу мөмкинлеге оҙаҡ көтөп алынған яҡты киләсәктең реаль кәүҙәләнеше рәүешендә уғата рухландыра.

…Шул саҡтағы студент – буласаҡ журналист, сәйәси репрессия тамуғын үткән Ҡасим Аҙнабаев яҙыуынса, «Башҡортостандың Шәһит Хоҙайбирҙин, Дауыт Юлтый, Хафиз Ҡушаев, Әхсән Мөхәмәтҡолов, Зиннәт Булашов, Шаһиәхмәт Дауытов, Фәтхи Әхмәҙуллин кеүек күренекле партия һәм совет хеҙмәткәрҙәре, Ғөбәй Дәүләтшин, Булат Ишемғол, Төхфәт Йәнәби һәм Имай Насыри кеүек йәмәғәт эшмәкәрҙәре – яҙыусылар төрлө ваҡытта Ырымбурға килгәндә, иң тәүҙә Каруанһарайҙа була һәм студенттар менән һөйләшмәйенсә китмәй ине».

…Бындай рух күтәренкелеге БИНО 1924 йылда педагогик техникумға үҙгәртелгәс тә һүрелмәй, киреһенсә, дөрләп китә. Зәйнәбтең уҡырға килеүе тап ошо күтәрелеш мәлдәренә тура килә…

…Өсөнсө курста уҡып йөрөгән Зәйнәбкә иң-иң кәрәге, әлбиттә, дәфтәр. Студенттарса һыҙғыслай-һыҙғыслай, ҡулында ни бар – ҡәләмме-ручкамы, ҡыҙылмы, күк ҡарамы, шуның менән ашыға-ашыға теркәгән шиғыр үрнәктәре, йырҙар, күҙәтеүҙәр, сценарий өлгөләре, «Сәсән» журналында тәүләп баҫыласаҡ (1930) «Гөрләүектәр араһында» исемле хикәйәһе...

Шулар эсендә тотош бер бүлек – «Көндәлек». Ҡыуаныстың сиге юҡ: кәрәгенсә шымартып, ваҡ-төйәктән таҙартып, олоғайғас матурлап яҙылған иҫтәлек-хәтирә түгел бит был, ә күрһәтелгән датала (1928 йылдың 14 июненән 23 авгусына тиклем) көндәге тәьҫораттарҙы нисек бар, шулай теркәгән ысын документ!

…Шуны ғына өҫтәге килә: текстың тел-стиленә артыҡ төҙәтмәләр индермәйенсә, йәғни Зәйнәб Биишева үҙе яҙғанса, мәшһүр әҙибәнең өлкән улы Тельман Ғәзиз улы Әминевтың фатихаһы менән беренсе тапҡыр баҫыла.
Зәйтүнә ШӘРИПОВА,
филология фәндәре докторы,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2018) һанында уҡығыҙ.


Теги: Зәйнәб Биишева





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook