Башҡортостан Ҡыҙы

Күҙ нурҙары һеңгән китапҡа...

Ихласлыҡ, ябайлыҡ, ихтирам – уның асылында. Кешеләрҙең хәленә инә, тоя һәм аңлай белеү уның ошо күркәм сифаттарына нигеҙләнәлер ҙә. Абруйлы нәшерсебеҙҙең республикабыҙ һәм милләтебеҙ алдындағы бихисап хеҙмәттәрен теҙеп яҙыр алдынан нәҡ әлеге һәләттәрен һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә, сөнки тап шул һыҙаттары Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Булат Рафиҡов, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, халыҡ-ара ТӨРКСОЙ-ҙың, Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы ЮНЕСКО ойошмаларының махсус дипломдарына лайыҡ булған нәшерсе Ғәлиә Ғәлимованы баһалы шәхес итеп күтәрә.

Нәшерсе
Ул – булмышы менән ижадсы, кешеләрҙең кемлеген тоя белгән кеүек, китапты ла тоя, уның ниндәй булырын, күңелдәргә юл ярырын алдан һиҙемләй. Тышына ғына түгел, эске йөкмәткеһенә лә ул йән йылыһын, рухи көсөн һала. Шулай булмаһа, ул нәшер иткән китап сериялары, альбомдар, календарҙар донъя күрер инеме лә китап кәштәләребеҙҙә килер быуындарға затлы мираҫ булып теҙелер инеме!

Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең тормошо һәм ижадына арналған «Зәйнәб Би­ишева», «Мостай Кәрим», «Заһир Исмәғилев», «Салауат Юлаев», «Фәриҙә Ҡудашева», «Флүрә Килдейәрова», «Абдулла Солтанов», «Зәки Вәлиди», йәшмәләр тураһында һөйләгән «Уралымдың ғәжәп төҫтәре», мөғжизәле мәмерйә Шүлгәнташ, шифаһы менән дан тотҡан Янғантау хаҡында юғары зауыҡ менән төҙөлгөн фотоальбомдар күҙ алдығыҙға баҫтымы? Быларҙың барыһының да донъя күреүе Ғәлиә Ғәлимова эшмәкәрлеге менән туранан-тура бәйле. Йәнә лә ул баш мµхєррир саљта ныѓынѓан «Ҡәр­ҙәшлек кәштәһе», «Йәштәр тауышы» серияларында нәшер ителгән китаптар әле лә уҡыусылар араһында оло ҡыҙыҡ­һыныу уята.
1986 йылдан донъя күрә килгән башҡортса йыртма календарҙың иң уҡымлы һәм тиражлы баҫма булып китеүендә лә уның роле баһалап бөткөһөҙ. Нәшриәттә махсус бүлек асылып, Ғәлиә Ғәли ҡыҙы уның мөдире итеп ҡуйыла. Ҡайтарма, мосолман, балалар, мәктәп календарҙарын ойоштороп сығарыу юлға һалына.

Артабан республика кимәлендәге әллә күпме сәйәси, мәҙәни саралар теҙмәһе 1999 йылдан «Китап» нәш­риәтенең баш мөхәррире булып эшләгән Ғәлиә Ғәлимованың күңел түренән урын алып, халыҡ йөрәгенә юллана: Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған китаптар (бер йылда 17!), Бөйөк Еңеүҙең 55, 60, 65 йыллыҡтарына, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған тарихи баҫмалар тап уның эште ваҡытында, кәрәкле мәлендә оҫта итеп ойоштора белеүе арҡаһында донъя күрҙе.
Бай йөкмәткеле, кешенең аңын һәм зиһенен байытыр, мәғлүмәтлелеге ме­нән алдырыр бындай күркәм баҫмалар­ҙы нәшер итеүсе үҙе ниндәй кимәлдә фекер йөрөтөргә тейешлеген самалайһығыҙҙыр. Ғәлиә Ғәлимова заман талабын юғары кимәлдә ҡәнәғәтләндерерлек, нәшриәт эшен иң бейек баҫҡыстарға күтәрерлек етәксе булараҡ үҙен раҫланы.

Берҙәм ғаилә – ил күрке
– Беҙ бәләкәйҙән эшкә егелеп үҫкән балалар булғанғамы, донъямды тырышып көттөм, әммә мал йыйманым, зат­лы әйберҙәргә иҫем китмәне, – ти Ғәлиә Ғәли ҡыҙы. – Өс баламды кеше итеп тәрбиәләү тормош маҡсатым ине. Бала­ның күңелен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай, уның менән ул бәләкәй саҡта уҡ рухи яҡынлыҡҡа өлгәшергә кәрәк. Нәҡ шундай йылылыҡты булдырыу һәм һаҡлау – ҡатын-әсә елкәһендә.

...Тормош иптәше Фәнис Хәмит улы менән улар үҙҙәрен белә-белгәндән бирле бергә. Әлшәй районының Себенле ауылында донъяға килгәндәр, аҙаҡ ауыл мәктәбендә беренсе класҡа уҡырға төшкәндәр. Гел генә үсекләп йөҙәткән малайҙың артабан балаларының атаһы, һикәлтәле ғүмер баҫҡыстарын бергәләп үтер тормош иптәше булыр тип башына ла килтермәгәндер Ғәлиә апай ул саҡта. Иҫ киткес шуҡ, үткер ҡара бөҙрә сәсле буйсан егет бер ваҡыт Ғәлиәгә йөрәк серен сисә, оҡшатыуын әйтә. Шул күңеленә ойот­ҡо һала ла. Бик оҙаҡ дуҫлашып йөрөй­ҙәр, егеттең әрмелә тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡанын көтөп ала ҡыҙ: Ғәлиә апай БДУ-ла уҡып йөрөгән сағында өйләнешәләр.

Ер йөҙөндәге барлыҡ ғаиләләр ке­үек, төрлө ваҡыттарҙы үткәрергә тура килә уларға. Әммә, һынауҙарға биреш­мәй, ҡырҡ йылдан ашыу инде улар бер­гә. Иренең дә, үҙенең дә түҙемлелеге, сабырлығы ғаилә карабын тормош даръя­ларынан ҡаҡшатмай имен алып сыға. Киреһенсә, ауырлыҡтар сыныҡтыра ғы­на: улар гел бергә – көслө лә, күсле лә.

– Балаларым атай йылыһын тойоп үҫте, – тип һөйөнә ул. – Ирем хәрби юлды һайланы. Етди холоҡло, аҙ һүҙле булғанғамы, уның менән һөйләшмәй ҙә аңлаша инек. Уның тапҡанына, үҙемдең хәләл хеҙмәтемә риза булып йәшәнек. Булғанына шөкөр итә белеү ғаилә татыулығының, именлегенең нигеҙен тәшкил иткәндер ҙә. Ҡошсоҡтарыбыҙ – балаларыбыҙҙы ла шулай тәрбиәләнек.
Өлкән ҡыҙым, Айгөлөм, тормошта, Өфө ҡала хакимиәтендә бүлек етәксеһе булып эшләй, БДУ-нан һуң аспирантура, эше буйынса БР президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияћын тамамланы.

Фәнил улым БДУ-ла уҡыған сағында өйләнде. Килен менән байтаҡ дуҫлашып йөрөнөләр. Туған-тыумаса, теләктәре булғанда өйләнһен, тине. Беҙ ҙә ҡаршы килмәнек. Хәҙер улым үҙе өс бала атаһы. Гөлфиә киленем – балалар табибы, 15 йыл инде бик татыу йәшәйҙәр.
Төпсөгөбөҙ Әлиә БДУ-ның журналистика бүлеген тамамлағандан һуң, Башҡортостан Президенты грантына эйә булып, Бөйөк Британияныњ Глазго ҡалаһында халыҡ-ара Каледония университетында йыл ярым белем алып ҡайтты. Әле, шөкөр, республикабыҙ матбуғаты һәм мәҙәниәте өлкәһендә эшләп йөрөй.

Ир – баш, ҡатын – муйын, тиҙәр. Баш барыбер борола, тимәк, ҡатын теләгәнсә була. Ирем менән үҙ-ара ихтирамыбыҙҙы юғалтмаҫҡа тырыштыҡ, холҡобоҙға күндек, риза булыштыҡ. Асыу – ағыу, йотһаң – бал, ти халыҡ мәҡәле. Ғаиләлә ир менән ҡатынға бер-береңә түҙем булыу кәрәк. Ә түҙемлелектең төбө – һары алтын. Ейәндәрем ҡартатай, нәнәй тип өҙөлөп тора. Ошо үҙе бәхет түгелме ни?
Ярты быуатҡа яҡын бергә йәшәгән ир менән ҡатын араһындағы яратыу – йәш саҡтағы ҡапланып һөйөү түгел бит инде ул. Хөрмәтең, йылы мөнәсәбәтең ҡала икән, үҙ-ара ниндәй генә ғәйеп-кәмселек килеп сыҡһа ла, барыбер ғәфү итәһең. Балаларың хаҡына, ҡорған донъяң хаҡына! Бер ҡасан да тормошомдо селпәрємә килтерергә ашыҡманым һәм юл ҡуйманым. Ир менән ҡатын араһында хәл ителмәҫтәй ауыр мәлдәрҙә лә сабырлыҡ кәрәк, – ти Ғәлиә апай.

Фәнис Хәмит улының Рәсәй кимәлендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып ҡайтыуы ла ғаилә өсөн ҙур һынау була. Әммә үҙ-ара аңлашыу боҙолмай: бер-береһенә таянышып, ҙур, татыу күс булып ойоша Ғәлимовтарҙың ғүмер ҡәлғәһе. Әсә, ҡатын, ҡәйнә һәм нәнәй «вазифаһын» йөрәге менән үтәгән Ғәлиә апай Ғәлимованың, аҡылын теҙген итеп, теҙгенен белеп тартҡанға шундай ныҡлы нигеҙле ғаилә барлыҡҡа киләлер, минеңсә.

Сәйәхәтсе Ғәлиә
Уның донъя буйлап сәйәхәт итергә яратҡанын күптәр белмәйҙер ҙә әле. Ҡайҙарға ғына аяҡ баҫмаған ул!
Европаның күп кенә илдәрендә булған. Ғәрәп илдәрен дә урап ҡайтҡан.

«Сикһеҙ яратам диңгеҙҙе. Йылына бер тапҡыр барып суммаһам, күңелем булмай. Италияның Капри, Искья утрауҙарында ял итеү оҡшаны. Ҡояшлы кешеләр йәшәй унда. Аҡсаһы бармы, юҡмы, иҫе китмәй. Диңгеҙҙең буйынан-буйына теҙелгән эскәмйәләрҙә рәхәтләнеп гәп һатып ултыра бирәләр, тормоштоң йәмен, тәмен татып, барына ҡәнәғәт булып йәшәйҙәр. Рим, Ватикан, Колизей ныҡ иҫтә ҡалған. Чехияла – Карловы Вары хайран итерлек. Прагала булдым. Бер ҡала эсендә өс ҡала: боронғоһо, замансаһы, яңыһы. Ә ниндәй замоктар, һоҡланғыс архитектура! Европала бөтә нәмә лә кеше өсөн эшләнгән кеүек. Уларҙағы халыҡ та сәйәхәт итергә ярата. Франция – Париж, Сена йылғаһы… Александр Өсөнсө күпере. Ҙур фонарҙар беркетелгән ҡолас етмәҫлек суйын бағаналарҙа боронғо Рәсәй гербының уртаһында 1812 йылғы Ватан һуғышында дан алған башҡорт яугирының һынын күреп ғәжәпләндек. Бергә сәйәхәттә булған киң билдәле тележурналист Луиза Азамат был турала «Башҡортос­тан» гәзитендә яҙып та сыҡҡайны. Сена йылғаһы ярына баҫып, яугирҙарыбыҙ рухына доғалар ҡылдыҡ, фотоларға төштөк. Амстердам, Бөйөк Британия, Лондон, Темза йылғаһы. Глазго, Эдинбург ҡалалары... Мысыр, Ҡаһирә, Нил йылғаһы, Төркиә, Ғәрәп Әмирлектәре, Абу-Дабиҙағы Аҡ мәсет һәм башҡалар. Барыһы ла иҫтә, улар минең күңелемде байыта, зиһенемде яҡтырта. Әммә гел генә Башҡортостанымды, Өфөмдө һағынып ҡайттым», – ти ул.

...Мәҙәниәтебеҙҙәге, әҙәбиәтебеҙҙә­ге һәр күренешкә уның үҙ мөнәсәбәте, үҙ фекере төйнәлгән. Йәне әсенгәне лә, көйөнгәне-һөйөнгәне лә – рухиәтебеҙҙе нисек тә юғарыраҡ, зауыҡлыраҡ итеү. Был һүҙҙәр теләк булып ҡына ҡалмай, ә ул нәшер иткән китаптар аша тормошҡа ашырыла. Ғәлиә Ғәлимова, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Зәйнәб Биишева исемендәге Баш­ҡортостан «Китап» нәшриәтенән айырылмай, әҙәби, сәйәси баҫмалар сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Уның тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе, тос интеллектуаль багажы, китаптарға ҡа­рата нескә зауығы – үҙе бер хазина.
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги:




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook