Башҡортостан Ҡыҙы

«Урал ынйыһы» Рәшиҙә

«Урал ынйыһы» Рәшиҙә Өфө урамы буйлап ыҫпай,зауыҡлы кейенгән, көләс йөҙлө, ғәжәп һығылмалы кәүҙәле гүзәл ҡатын атлай. Юрғалап, бейеп тигәндәй килгән кем икән ул? Ханымды әллә ҡайҙан сәләмләүселәрҙә: «Аһ, әллә үҙебеҙҙең Рәшиҙәбеҙ инде»,– тип һоҡланып ҡала. Эйе, тап үҙе лә баһа! Башҡорт останыбыҙ, Өфөбөҙҙөң аҫыл биҙәге, ил эсендә – дан, ил тышында һан алған данлыҡлы бейеүсебеҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Ғ.Сәләм исемендәге йәштәр һәм Салауат Юлаев исемендәге премиялар лауреаты Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина!

... Ипле, итәғәтле, саф күңелле, сабыр, ярҙамсыл, ихлас, аҡыллы бейеүсебеҙ, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булып, донъябыҙҙы балҡытып йәшәй. Халҡыбыҙҙың бай тарихын, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм иң яҡшы әхлаҡи сифаттарын камил бейеү теле менән әйтеп биреүе – аҫыл сәнғәт өлгөһөнөң бер нәмә менән дә алыштырғыһыҙ ҡөҙрәтле сағылышы. Тормошта ла, сәхнәлә лә матур кеше ул, эске нуры, күңел таҙалығы шулай һөйкөмлө итә.

Ғорур Ирәндек буйҙарында уйнап үҫкән башҡорт гүзәле халҡыбыҙҙың сәнғәте ынйыһын донъяға күрһәтеү, башҡорт бейеүенең нәфислеген кеше йөрәгенә еткереү өсөн, Башҡортостан һәм Рәсәйҙән тыш, сит ҡитғаларҙы ла күп гиҙҙе: төрлө милләтле, төрлө динле халыҡтар йәшәгән Германия, Австрия, Франция, Италия, Швеция, Польша, Финляндия, Испания, Дания, Мали, Сенегал, Гвинея, Пакстан, Һиндостан, Вьетнам тамашасыларының ҡайнар алҡыштарын тойҙо ул. Ун-ун бишәр мең кешелек мәҙәниәт һарайҙары «Заһиҙә»нән һуң көслө ҡул сабыуҙарҙан дер һелкенеп торҙо был көйәҙ сит ил тамашасыларының башҡорт ҡыҙы йөҙөндә Урал тауҙарының хозурлығын, ҡыҙҙарыбыҙҙың нәзәкәтлелеген, һылыулығын һәм ғорурлығын таныу билдәһе ине. Швецияла сираттағы бер сығышынан һуң «Заһиҙә» бейеүен «Урал ынйыһы» тип баһалайҙар. Рәшиҙә апай үҙе: «Бейеү теле ябай түгел, тамашасы сәхнәләге бейеүсенең һәр аҙымына, ым-ишараһына, йылмайыуына, хатта күҙ-ҡаш хәрәкәттәренә, күҙ яҙҙырмай, ҡарап ултыра. Көс түкмәйенсә бейеклекте яулап булмай шул. Ҙур сәхнәгә сығыр алдынан был образды өр-яңынан ижад итергә тура килде: һәр хәрәкәт өҫтөндә ныҡышмалы эшләнем, көндәр буйына ҡара тирем сыҡҡансы шөғөлләнә торғайным. Ә йөкмәткеһе яғынан камил булһын өсөн күп уҡыйым, эҙләнәм. Рәссамдар, шағирҙар нисек һүрәтләй, уны шулай һынландырырға тырыштым», – ти...
Миләүшә ГОДБОДЬ.
Чехия.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook