Башҡортостан Ҡыҙы

ҺЫНАУ АША КИЛӘ БӘХЕТ!

ҺЫНАУ АША КИЛӘ БӘХЕТ! Ысын талант эйәһенең сәхнәлә һәр һүҙе, ым-хәрәкәте, ҡарашы күңелдә йөҙ төрлө тойғо уятырға һәләтле, сөнки ул йөрәк йылыһы менән йәнгә нескә генә ҡағылып үтә лә, зар-юшҡындарҙы йыуып төшөрөп, яраларҙы имләй, күктәргә сойорғота, бәхеткә сорнай. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Сәүиә Сираева – шундай оҫталыҡҡа эйә аҫыл актрисаларҙың береһе. Үҙебеҙ ҙә ул уйнаған спектаклдәрҙә тәрбиәләндек, уның героинялары кеүек сая ла, көслө лә, хисле лә, шаян да булырға өйрәндек, тиер инем хатта. Бөгөн 82 йәшендә лә ул һүнмәҫ йәшәү ҡеүәте һәм ҡабатланмаҫ образдары менән тамашасыларҙы һоҡландырыуын дауам итә. Аһәңле һөйкөмлөлөгө, сабыр аҡылы, тапҡыр һүҙе һәм сабыйҙарса ихласлығы менән арбай! Бөтә ғүмерен сәхнәгә бағышлаған данлыҡлы ханымдың ҡаҙаныштары һәм һыҙланыуҙары, үткәне һәм бөгөнгөһө йәшәүҙең үҙе кеүек ҡатмарлы һәм сағыу булыуы менән мәртәбәле.

...Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙының бала сағы аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килә. Дүрт ағаһы тәүгеләрҙән булып фронтҡа алына. Өлкәнәйеп кенә тапҡан Сәүиәне атаһы менән әсәһе, ел-ямғыр тейҙермәй, күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп кенә үҫтерергә тырыша. Терегөмөштәй теремек ҡыҙсыҡты туғандары ла ярата. Фин һәм Герман һуғыштарынан йәрәхәтләнеп ҡайтҡан атаһы ғаиләһен аслыҡтан интектермәҫ өсөн көсөнән килгәндең барыһын да эшләй. Туғайҙағы умарталыҡтарынан алынған шифалы бал ауыр йылдарҙы юғалтыуһыҙ үтергә ярҙам итә. Ғазаплы аслыҡ, ҡытлыҡ заманында ла кешеләрҙең рух ныҡлығы, яҡшыға ынтылышы, еңеүгә шаҡтай ышанысы ҡыҙҙың йәшәү асылына, холҡона йоғонто яһай...

...Башҡорт дәүләт филармонияһында дәртләнеп эш башлаған актриса балаларын бағып та, сәнғәт декадаларында ҡатнашып та, хорҙа йырлап та өлгөрә. Һәр атҡан таңға һөйөнә көләс ҡатын. Ләкин көтөлмәгән һынау бәхет таңын ҡараңғылыҡҡа мансыр, тип башына ла килтермәй. Мөхәббәттән бәпләп кенә ҡоролған тормошоноң уйламағанда селпәрәмә килеүен актриса ауыр кисерә. Бәләкәс улдары менән яңғыҙ ҡалған әсәнең киләсәккә, кешеләргә ышанысы һүрелер сиккә етә. Етмәһә, сабыйҙарын ҡалдырып тороу әмәле булмағас, яратҡан эшен дә юғалта. Шул ваҡыт оҙайлы күңел тетрәнеүен еңеп, үҙен ҡулға алырға һәм, бер нәмәгә ҡарамай, алға ынтылырға саҡ көс таба ул...

... Яҙыусылар һәм драматургтар әле лә уның өсөн ролдәр ижад итә. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, билдәле хирург Радик Нурлығаянов «Аҡ сәскә – һиңә бүләк» фәлсәфәүи пьесаһын тап уға арнап яҙған. Биш йыл буйына сәхнәлә барған тамашаға әле лә халыҡ ағылып килә. Спектаклдең уңышында, әлбиттә, Аҡ инәй ролен күңелдәргә үтеп инерлек итеп башҡарған Сәүиә Сираеваның да өлөшө ҙур...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook