Башҡортостан Ҡыҙы

«ТЫУҒАН ИЛЕ УНЫ ОНОТМАҺЫН»

«ТЫУҒАН ИЛЕ УНЫ ОНОТМАҺЫН» Ошо һүҙҙәрҙе үҙ эсенә алған был шиғри юл – аһәңле йырҙан. Йыр батырҙарса һуғышып, «билдәһеҙ юғалды» тип нарыҡланған Зоя-Зәйтүнәнең яҡты иҫтәлегенә бағышлап яҙылған. «Онотмаһын» теләге бик урынлы, сөнки тыуған иле уны хәтергә алғаны юҡ. Һәр хәлдә әлегәсә.

...1942 йылдың май айында Өфөнән бер-бер артлы ике ҡыҙҙар эшелоны фронтҡа ҡарай юл ала. Бөтәһе лә үҙ теләге менән, ғариза яҙып. Сибәр ҡыҙ Зәйтүнә – шуларҙың береһе. Яугир булырмын тип үҫмәгән, намыҫы ҡушҡанды үтәгән ул.
...Хыял ҡанаттарында осор мәле, буй еткереп, сәскәләй асылған сағы була Зәйтүнәнең. Башҡалар һымаҡ атлап түгел, осоп ҡына йөрөй, әйтерһең. Һөнәр һайлауға килгәндә, уҡытыусы йәки табип булыу теләге менән янмай. Хатта күптәр кеүек осоусы булыу ҙа ҡыҙыҡтырмай ҡыҙҙы. Кем булаһын күптән һайла­ған – сәхнә йондоҙо! Мәктәптә нисә йыл байрам концерттарын биҙәп, алҡыштарға күмелде. Ай-ҡояштай балҡып килеп сығыуына бөтәһе дәррәү ҡул саба һәм: «Һин ҡойоп ҡуйған артист!» – тип ҡанатландыра ине.

Башҡалар уйларға ла баҙнат итмәгән театр техникумына еңел инеп, ҡыҙ шундуҡ тиҫтерҙәре араһында танылыу тапты.
Һәләтленең бәхете үҙе менән. Бер йыл уҡыу ваҡытында Зәйтүнә күҙгә күренеп асыла барҙы. Күп­тәргә атамаһы ла билдәле булмаған «Фламенко» бейеүен өйрәнә алыуы дуҫтарса ҡарашлыларҙы шатландыр­һа, көнсөлдәрҙе хафаға һалды. Был испан бейеүенең асылы – бер нөктәнән сыҡмай тыпырлап тороуҙа, шуның аша музыкаға ҡушылып, ул көйҙө байытыуҙа. «Фламенко» испандарҙың бай рухын, ыласындай осорға әҙер кешеләрҙең донъяға ғашиҡлығын сағылдыра, имеш. Зәйтүнә ошо бейеүҙә үҙ оҫталығын үҫтерә килеп, барыр юлдарын ышаныслы билдәләп өлгөрҙө.
Ләкин һуғыш башланыуы бәхет ҡошоноң баш осонда осоп йөрөүенән ләззәтләнгән Зәйтүнәнең хыялдарын ҡыйратты. Техникум ябылды, ҡыҙҙар һәм егеттәр ауылдарына таралды. Зәйтүнә Стәрлетамаҡ янындағы совхозға ҡайтып эшкә егелде, шул уҡ ваҡытта медицина курстарына яҙылды. Һуғыштан ситтә ҡалмаясағын белә ине...

...Ҡапыл мотор гөрөлдәүе Зәйтүнәне һиҫкәндереп ебәрҙе. Ниндәй мотор? Һауала булһа, тиҙ таныр ине. Ә был ерҙә.
Ана-а, ауылдан ары ҡалҡыулыҡ аша мотоцикл күренә. Бер, ике, өс... Ауылға ингәс, туҡтамайынса, Песчанка тауына табан киләләр түгелме? Тап шулай! «Немецтар!» Зәйтүнә ҡото алыныуҙан ни эшләргә белмәй. Һәр береһе каска кейгән, автоматлылар. Вышкаға юл тоталар. Күрәһең, алдан белгәндәр.
Ихтыярын туплап, Зәйтүнә телефондан күрше посҡа хәбәр итә.
Фашистар, мотоциклдан төшөп, тауға үрмәләй. Ҡурҡыныс юҡлығын самалайҙар, ахыры, иркен һөйләшәләр. Автоматтары күкрәк тәңгәлендә эленгән. Һөжүм башлау уйҙарында юҡ. Ҡыҙҙарға ҡарап йылмаялар, аңлашылмаған һүҙҙәр әйтәләр, ҡул иҙәйҙәр. Береһе вата-емерә урыҫсалап маташа, етмәһә. Вышканан төшөргә саҡырғандары аңлашыла, йәнәһе, мотоциклда йөрөтәсәктәр. Уларҙың йылмайыуы йыртҡыс ыржайыуы һымаҡ күренә. Дошманыңдан ниндәй мәрхәмәт булһын.

Ҡыҙҙар кемуҙарҙан ут асты, немецтарҙың бер нисәһен атып йыҡты. Ике немец вышкаға күтәрелә башланы. Береһе Мурылеваны ҡулынан эләктереп алды. Оборона тотҡан Әлбаева, нисек кенә тырышмаһын, йыртҡыстарҙы ҡырып бөтә алманы. Уны ҡулға төшөрәм тип үрмәләгән икенсе немецҡа карабинын төбәп атып ебәрҙе. Бер ҡулы менән телефон трубкаһын тотҡан хәлдә, Зәйтүнә ауаз һалды: «Ҡыҙҙар, Ватаным өсөн үләм, хушығыҙ!» Шул мәлдә йөрәк тәңгәлен нимәлер сәнсеп үткәндәй булды, яндырып алды – дошман уны бер атыуҙа ҡолатты.
Тәнен тишеп үткән пуляларҙан ауғанда, Зәйтүнә, күҙҙәрен ҙур асып, болоттарға ҡарап алырға өлгөрҙө. Улар менән хушлашыуы, «Әсәйемә ҡайтып әйтегеҙ!» – тип ялбарыуы булғандыр...
Фәрит ВӘХИТОВ.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook