Башҡортостан Ҡыҙы

Нурҙар сәсә сағыу таҫмалар

Нурҙар сәсә сағыу таҫмалар Рима апай Абакова (Ғайсина) менән Интернет селтәре аша таныштым. Төркөмөндә төҫлө ептәр, таҫма, мәрйен менән сигелгән үҙе һәм башҡа оҫталар башҡарған береһенән-береһе матур ҡул эштәре теҙмәһен күреп, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алманым һәм Рима апайға беренсе хәбәремде яҙып ебәрҙем.

Таҫма менән сигә башлауына күп тә түгел икән. «66 йәштә, хаҡлы ялға сыҡҡас, шөғөлләнергә тотондом. Башта ҡыҙыҡ өсөн генә, әхирәттәремә эйәреп сигеп ҡараным. Бик оҡшап китте миңә был шөғөл! – ти ул. – Үҙ ҡулдарым менән гобеленда (биҙәкләп эшләнгән стена балаҫы) төрлө төҫтәге, киңлектәге таҫмаларҙан шундай мөғжизәләр тыуҙыра алыуыма ҡыуанып бөтә алманым. Шулай итеп, был эшем күңел талабына әйләнде. Башта үҙем өсөн генә сикһәм, һуңыраҡ балаларыма, яҡындарыма ла бүләк итә башланым». Ә инде Туймазы ҡалаһында үткәрелгән «Ижад һәм матурлыҡ донъяһы» тигән бәйгелә «Фәрештәнең татлы хыялы» эше менән икенсе урынды яулағас, күңеле тағы ла үҫеп китә Рима апайҙың. «Йәйге көн» тигән эше иһә «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеүсе була. Әле йөҙҙән ашыу әҙер эше бар. Тотош бер күргәҙмә ойошторорлоҡ.

Ҡул эштәренә һөйөү ҡайҙан килгән был һөйкөмлө ханымға? «Мин – һуғыштан һуң тыуған бала. Ғаиләбеҙ ишле – 4 малай һәм иң төпсөктәре мин – бишенсе бала. Хәтерем дә, әсәйем аш-һыуға, ҡул эштәренә бик уңған булды. Кейем-һалымды беҙгә үҙе текте, тишелгәндәрен ямап, йүнләп бирҙе. Ә минең күлдәктәремде айырыуса матур итеп тегә ине. Уларҙы әберкәләр, таҫмалар ҡуйып та биҙәгәне хәтеремдә. Күрше-тирәләргә лә ярҙам итте. Мин, ҡыҙ бала булараҡ, гел уның эргәһендә, шунда өйрәнгәнмендер инде», – ти Рима Абакова.

Һигеҙенсе класты тамамлағас, Өфөләге педучилищела дүрт йыл белем ала. Яҡшы уҡый. Училищенан һуң Мәскәүҙәге В.И.Ленин исемендәге пединститутҡа, ул ваҡытта беҙҙә бөтөнләй булмаған һөнәргә өйрәнергә – дефектология факультетының логопедтар әҙерләү бүлегенә ебәрәләр. Уҡытыусы-логопедтың Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән исемдәре лә бар.

– Сер булмаһа, бәлки, ғаиләгеҙ тураһында ла әйтеп китерһегеҙ?

– Иптәшем Өфө дәүләт нефть техник университетында белем бирҙе, хәҙер хаҡлы ялда. Азамат һәм Салауат исемле ике ул үҫтерҙек, ике ейәнебеҙ бар – Алмаз менән Самат. Килендәребеҙ ҙә бына тигән! Аллаға шөкөр, донъябыҙ етеш, балаларыбыҙ тәүфиҡлы. Сәләмәтлек булып, йәшәргә лә йәшәргә яҙһын. Аңлап, тормоштоң йәмен, тәмен белеп хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына йәшәй башлайһың икән! Шул ғына бер аҙ үкендертә. Кеше ғүмере бик ҡыҫҡа бит.

Иптәше менән театрға, концерттарға йөрөргә яраталар. Йоҡо алдынан сығып, төнгө Өфөнөң саф һауаһын һулайҙар, ейәндәрен ҡунаҡҡа саҡыралар. «Аҡыллы баш – ҡулдарҙы, ә һөнәрле, уңған ҡулдар – башты өйрәтә», – тип ҡабатларға ярата Рима апай.

Уның эштәрен ҡулдарыма тотоп ҡарап, йылыһын тойоу мөмкинселеге лә тейҙе миңә. Был картиналарға ҡарап, күҙҙәр ҡамаша. Сағыу төҫтәр, бер-береһенә үрелеп, нурҙар сәскән кеүек. Күпме йөрәк йылыһы, күҙ нуры, алтынға тиң ваҡыт ул эштәрҙә! Был ихлас, һәр ваҡыт йылмайып ҡына торған, уйлап, яйлап, матур итеп һөйләгән апай күбебеҙгә матур өлгө була ала. Етмешкә бына-бына аяҡ баҫырға торған инәйҙең киләсәккә уй-ниәттәрен тыңлап, ҡулына әле саҡ диплом алып, оло тормошҡа аяҡ баҫырға әҙерләнгән үҫмер ҡыҙ күҙ алдына баҫа. Һәм, ысынлап та, ни өсөн кешенең ғүмере шул тиклем ҡыҫҡа була икән, тигән уйға киләһең. Был тиклем хыялды тормошҡа ашырыр өсөн кешегә теүәл өс ғүмер кәрәк бит?!. Шундай осрашыуҙар, танышыуҙар була – йәнгә рәхәтлек бирә!
Шундай кешеләр була – улар менән аралашҡандан һуң донъя тағы ла матурлана, гүзәлләнә, сафлана! Рима апай менән осрашып танышыуымдан һуң күңел бәхеткә тулышты.
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook