Башҡортостан Ҡыҙы

Көҙҙөң мул ниғмәттәре

Көҙҙөң мул ниғмәттәре Сәтләүекле ташҡабаҡ
2-3 йәш ташҡабаҡ, ярты стакан грек сәтләүеге, 2-3 теш һарымһаҡ, ярты бәйләм шәфәри (петрушка) үләне, тоҙ, зәйтүн майы кәрәк.
Ташҡабаҡты йыуып, 2 сантиметр самаһы шаҡмаҡтарға турайбыҙ. Шәп утта үҫемлек майында ҡыҙҙырып алабыҙ. Ҙур табаға бер ҡат ҡына һалып ҡыҙҙырғанда, ул иҙелмәй, кетерләп кенә тора.
Сәтләүекте ваҡлайбыҙ, шәфәри үләнен ваҡ итеп турайбыҙ, һарымһаҡты иҙәбеҙ. Тоҙ, 1 балғалаҡ зәйтүн майы һалып, яҡшылап бутайбыҙ. Был соусты ҡыҙҙырылған ташҡабаҡҡа һалып, ипләп кенә болғатабыҙ һәм табынға бирәбеҙ.
Был ризыҡ эҫе килеш тә, һалҡын көйө лә бик тәмле була.

Баклажан менән ит
500 грамм үткәрелгән ит, 2-3 баклажан, 2 баш һуған, 3-4 теш һарымһаҡ, 4 – 6 помидор, тоҙ, борос, тәмләткестәр кәрәк.
Баклажанды 1 – 1,5 сантиметр ҡалынлығында түңәрәкләп ҡырҡабыҙ ҙа, тигеҙләп тоҙ һибеп, ситкә ҡуйып торабыҙ. Ул арала һуғанды ваҡлап турайбыҙ, һарымһаҡты иҙәбеҙ. Үткәрелгән иткә һуған, һарымһаҡ, тоҙ-борос ҡушып, ҡул менән баҫабыҙ.
Помидорҙы 1-2 минут ҡайнар, унан һалҡын һыуҙа тотабыҙ ҙа тышын һыҙырабыҙ. Ваҡлап турап, майлы табаға һалабыҙ һәм, тоҙ-борос, тәмләткестәр ҡушып, бер нисә минут быҡтырабыҙ.
Майлы табаға баклажан түңәрәктәрен баҫтырып теҙәбеҙ (тәрилкәгә йыйылған һыуын түгәбеҙ) һәм араһына үткәрелгән итте самалап һала барабыҙ. Өҫтөнә үҙебеҙ әҙерләгән томат соусын ҡоябыҙ. 200 градус эҫелектәге мейестә 40 минут самаһы бешерәбеҙ.

Әсе турама
200 – 250 грамм кишер, 100 грамм сыр, 1-2 теш һарымһаҡ, тәменсә грек сәтләүеге, майонез, салат, әнис үләндәре кәрәк.
Кишерҙе һәм сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ һәм тоҙ менән яҡшылап ыуабыҙ. Сәтләүекте бысаҡ менән ваҡлайбыҙ (бер нисәһен биҙәр өсөн ҡалдырабыҙ). Майонез ҡушып, барыһын бергә болғатабыҙ.
Табынға йәшел тәмләткес үләндәр, сәтләүек менән биҙәп бирәбеҙ.

Ҡабаҡтан татлы урама
500 грамм ҡабаҡ, 1 стакан он, ярты стакан шәкәр, 3 йомортҡа, 200 грамм эремсек, ярты балғалаҡ аш содаһы, 1 балғалаҡ аш һеркәһе (соданы һүндерер өсөн), тәменсә тоҙ, шәкәр онтағы, 1 балғалаҡ крахмал, 1 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ дәрсен (корица), бысаҡ осонда ванилин кәрәк.
Ҡабаҡты таҙартып турайбыҙ, йомшарғансы бешерәбеҙ ҙә сәнске менән иҙәбеҙ. Ҡабаҡ иҙелмәһенә он, дәрсен, аш һеркәһендә һүндерелгән аш содаһы, ҡаймаҡта иретелгән крахмал һалабыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән туғыйбыҙ, ванилин өҫтәйбеҙ һәм ҡамырға ҡушабыҙ. Барыһын яҡшылап бутағас, майлы табаға нәҙек итеп йәйеп һалабыҙ. Ҡалын булһа, аҙаҡ урауы ҡыйынға төшөр. 180 – 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 15 – 20 минут бешерәбеҙ.
Эремсеккә ҡаймаҡ (йә һөт) һалып болғатабыҙ. Эслеккә шулай уҡ йөҙөм, сәтләүек, лимон цедраһы, төҫ бирер өсөн төрлө ҡайнатмалар ҙа өҫтәргә мөмкин.
Мейестән алып, йәймәгә эремсекле эслекте тигеҙ итеп һылайбыҙ һәм йәһәт кенә урайбыҙ. Эҫе килеш урамаһаң, ярылыуы бар. Бармаҡтарҙы бешермәҫ өсөн, ҡулдарҙы һалҡын һыуҙа сылатып алырға, таҫтамал ҡулланырға мөмкин. Ураманың өҫтөнә шәкәр онтағы һибәбеҙ һәм берәй сәғәт самаһы һыуынғансы көтәбеҙ.
Тәғәмегеҙ тәмле булһын!
Гөлшат РАФАТОВА әҙерләне.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook