Башҡортостан Ҡыҙы

БЕЛӘҘЕГЕМ ТҮГЕЛ КӨМӨШТӘН...

БЕЛӘҘЕГЕМ ТҮГЕЛ КӨМӨШТӘН... Донъяға килгәс тә ижади мөхиткә сума был ҡыҙыҡай. Әсәһе рәссам булғас, ул да төҫтәр донъяһы менән ҡыҙыҡһына. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк ниндәй күлдәген ҡайһы туфли менән кейергә, ниндәй пальтоға ҡайһы төҫтәге башлыҡ һайларға икәнлеген һеңдереп үҫә. Бәләкәстән ҡул эштәренә ылыға, һүрәт төшөрә, художество мәктәбендә белем ала. Әле Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура-төҙөлөш факультетында диплом яҡларға әҙерләнә. «Ике йыл элек ҡулыма сәйлән килеп эләкте, – тип һөйләй Карина. – Ҡыҙығып китеп, әллә күпме нәмә эшләп ташланым. Үҙ ҡулдарым менән яһаған биҙәүестәрҙе күреп, әхирәттәрем дә эшләп биреүҙе һораны». Һәр башҡарған әйберенә яңылыҡ өҫтәй бара Карина. Шулай төрлө салондар менән хеҙмәттәшлек итә башлағанын да һиҙмәй ҡала. Тора-бара үҙе оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, күргәҙмәләр ойошторорға тотона. Бөгөн Карина МӨФТАХОВА уҡыусыларыбыҙға беләҙек эшләргә өйрәтә.

БЕЛӘҘЕГЕМ ТҮГЕЛ КӨМӨШТӘН...БЕЛӘҘЕГЕМ ТҮГЕЛ КӨМӨШТӘН...БЕЛӘҘЕГЕМ ТҮГЕЛ КӨМӨШТӘН...БЕЛӘҘЕГЕМ ТҮГЕЛ КӨМӨШТӘН...БЕЛӘҘЕГЕМ ТҮГЕЛ КӨМӨШТӘН...
БЕЛӘҘЕГЕМ ТҮГЕЛ КӨМӨШТӘН...















Беләҙек өсөн 60 сантиметр самаһы оҙонлоҡта күк һәм зәңгәр төҫтәрҙең төрлө сағылышында, бөтнөк төҫөндә сутаж ебе, төҫө менән ошо сағылыштарға тап килгән мәрйендәр, сәйләндәр, махсус ҡаптырмалар, ҙур булмаған күн йә тығыҙ туҡыма киҫәге, ҡармаҡ ебе, 12-се һанлы сәйлән энәһе, елем, ҡайсы кәрәк була.

Иң тәүҙә һүрелмәһен өсөн сутаж ебенең осон яндырып алайыҡ. Ҡармаҡ ебен 1 метр үлсәп алып, энәгә кейҙерәбеҙ, төйнәйбеҙ. Сутажды төҫтәрен үҙебеҙгә оҡшаған тәртиптә ҡабырғаһы менән теҙеп сығабыҙ. Энәне бер ҡат сутаж аша сығарып нығытабыҙ, шунан бөтә сутаждар аша бер нисә ҡат үткәрәбеҙ. Сутаждың уртаһы нәҙегерәк була, епте шул урындан үткәреү йәтеш.

Түңәрәк таш мәрйен алабыҙ, уны сутаж менән уратабыҙ, энәне мәрйен һәм бөтә ҡат сутаж аша бер нисә ҡат сығарабыҙ. Артабан икенсе һәм башҡа мәрйендәр менән дә шуны уҡ ҡабатлайбыҙ. Энәне эштең тиҫкәре яғынан сығарабыҙ, шулай йыйнағыраҡ була. Сутажды төрлө яҡҡа бороп ебәрәбеҙ.

Кәрәкле оҙонлоҡҡа еткәс (ҡулға ҡуйып үлсәп ҡарайбыҙ), артыҡ сутажды ҡырҡабыҙ ҙа ситен өтәбеҙ. Ике ситенән дә тиҫкәре яҡҡа түңәрәкләтеп бөгөп, ҡырҡылған урынын беләҙектең тиҫкәре яғында ҡалдырып «йәшерәбеҙ».

Беҙ беләҙекте өс өлөштән торған итеп эшләнек. Был мотлаҡ түгел, уны бөтөн бер өлөштән дә башҡарырға мөмкин. Бер нисә өлөштән торғанда иһә араларына шулай уҡ мәрйен йә сәйлән ҡуйып беркетәбеҙ.

Беләҙектең ике яғына ҡаптырмалар беркетәбеҙ. Ныҡ торһон өсөн ҡыпһыуыр (плоскогубцы) ҡулланырға мөмкин. Беләҙекте күн киҫәгенә һалып, ручка менән юллап сығабыҙ. Һуңынан уны ҡырҡып алабыҙ ҙа беләҙектең эске яғына ныҡлы елем менән йәбештерәбеҙ, кипкәнен көтәбеҙ.
Беләҙегебеҙ әҙер.
Гөлшат ҠУНАФИНА ойошторҙо.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook