Башҡортостан Ҡыҙы

Һәр сәскәлә – күңел нуры

Һәр сәскәлә – күңел нуры  Белорет районы Йөйәк ауылынан Гөлсирә Салауатова:
«Алъяпҡысым, алъяпҡысым
Сәскә менән сигелгән.
Һәр сәскәгә, әйтерһең дә,
Күңел нуры һибелгән.
68 йәштәмен. Район электр селтәре ойошмаһында контролер булып эшләп, күптән хаҡлы ялға сыҡһам да, өйҙә тик ятмайым, әлеге көндә кибеттә һатыу итәм. Ҡул эшенең төрлөһө менән шөғөлләнәм, район һәм республика кимәлендәге сараларҙа ла йыш ҡатнашып торам. «Ҡорамасылар бәйгеһе»ндә махсус бүләккә лайыҡ булдым. Әле «Башҡортостан ҡыҙы» журналына ейәнсәрем Гөлсәриә аша өс алъяпҡысымды ебәрәм. Араларында уға атап теккәне лә бар».

Һәр сәскәлә – күңел нуры
Өфө районы Шамонин ауылынан Фәниә Сәйетбатталова:
«Ҡул эше – яратҡан шөғөлөм. Үҙемә, ҡыҙҙарыма ғына түгел, күрше-тирәгә, туған-тыумасаға ла кейемдәр тегәм. Тап алъяпҡыс һорап йыш мөрәжәғәт итәләр – ябай туҡыманан көнкүрештә кәрәк булғанын да, туй-мәжлестәргә тантаналыһын да, мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙарға килешле селтәрлеһен дә күҙ яуын алырлыҡ итеп эшләйем. Таҫма, селтәр, сигеү менән биҙәйем. Әлеге алъяпҡыс яратҡан журналым иғлан иткән бәйге өсөн махсус тегелде».


Теги: Ҡул эше Аллы-гөллө селтәрле





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook