Башҡортостан Ҡыҙы

«Алъяпҡыс кейгән ханым – һоҡланғыс...»

«Алъяпҡыс кейгән ханым – һоҡланғыс...»Бишбүләк районы Дүсән ауылынан Зоя Ғәйнетдинова:
«Яратҡан журналымды биҙәгән береһенән-береһе матур рубрикаларҙы ҡалдырмай уҡып барам. Бәйгеләрҙә ҡатнашырға тырышам, быйылғыһынан да ситтә ҡала алманым. Дүсән урта мәктәбендә 35 йыл уҡытыусы булып эшләнем. Мәктәптә ҡул эштәре түңәрәге алып барҙым, ҡыҙҙар әле лә килеп рәхмәт әйтеп, эштәрен күрһәтеп, кәңәш һорап китә. Үҙем тегәм, сигәм, бәйләйем. Алъяпҡысты бәләкәй саҡтан кейергә яратам. Өйҙә аш-һыу әҙерләгәндә лә, көйәнтә-силәк менән һыуға барғанда ла, әрәмәлә ҡомалаҡ, балан йыйғанда ла кейәм. Килен булып төшкән саҡтар ҙа иҫкә төшә...
Алъяпҡыс бәйләгән ханымдарға һоҡланып ҡарайым. Ҡатын-ҡыҙға нәфислек, һомғоллоҡ, нәзәкәтлек, тыйнаҡлыҡ өҫтәй, уны серлерәк, йыйнаҡ, зифа буйлы итеп күрһәтә».

«Алъяпҡыс кейгән ханым – һоҡланғыс...»Балаҡатай районы Яңыбай ауылынан Нуриҙә Нәж­метдинова:
«Беҙ, Яңыбай ауыл модель китапханаһында эшләп килгән «Һау күңел биҙәктәре» клубы ағзалары, сәскәләр үҫтерәбеҙ, ырғаҡ, энә менән шәлдәр, таҫтамал баштары, сәскәләр бәйләйбеҙ. Сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәйбеҙ, инде беҙгә ҡушылып, ауылда иллеләгән кеше скандинавса атлау менән шөғөлләнеүгә күсте.
«Башҡортостан ҡыҙы»нда иғлан ителгән бәйгене күргәс тә, бер һүҙһеҙ ҡатнашырға булдыҡ. Алъяпҡыстарҙы клуб ағзалары менән бергәләп тектек, биҙәү өсөн махсус рәүештә беҙҙең тарафтарҙа айырыуса таралған тамбурлы сигеү ысулын өйрәндек».


Теги: Аллы-гөллө селтәрле бәйгеләр





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook