Башҡортостан Ҡыҙы

Ергә төшкән зөһрә ҡыҙ

Ергә төшкән зөһрә ҡыҙ
Өфө ҡалаһынан Рәмилә Талипованың йөндән ҡурсаҡ эшләүгә ныҡлап тотоноуына бер нисә генә йыл. Әлеге Алһыу исемле йөн ҡурсаҡ та еүеш һәм ҡоро ысул менән баҫылған, эстән тимерсыбыҡ каркас менән нығытылған. Күҙҙәре – полимер балсыҡ, биҙәү өсөн акрил буяу, ялтыр әйберҙәр файҙаланылған. Ҡурсаҡ менән уйнау бәләкәстәрҙе йөн кеүек тәбиғи сүс менән таныштыра. Йәтеш кенә йомшаҡ уйынсыҡты ниндәй бәләкәс яратмаһын? Ҡурсаҡ менән уйнау уларҙың бармаҡ остарындағы тойоу һәләте үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Милли кейем иһә баланың үҙаңын уятыуға булышлыҡ итә, зауыҡ тәрбиәләй.


Теги: Башҡорт ҡурсағы





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook