Башҡортостан Ҡыҙы

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Бала саҡты хәтергә төшөрөп, йыл буйына «ҡурсаҡ уйнаныҡ». «Селтәр» башҡорт халыҡ костюмы студияһы менән берлектә журналыбыҙ иғлан иткән «Башҡорт ҡурсағы» бәйгеһенә килгән үҙенсәлекле ҡул эштәре ҡыуандырҙы, ҡайһы бере журнал биттәрендә лә донъя күреп өлгөрҙө. Хаттарҙан күренеүенсә, эш барышында күп кенә тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнергә тура килгән бәйгеселәребеҙгә. Ҡурсаҡ эшләү ысулдарының (тегеү, бәйләү, йөндән баҫыу, ҡатырға һәм ағастан яһау, гипстан ҡойоу, әүәләү), материалдарҙың төрлөлөгө (туҡыма, йөн, еп, пластик, ладолл, паперклей, гипс, ағас, кәнфит ҡағыҙы) һоҡландырҙы.

Сепрәк ҡурсаҡ борондан ҡыҙ балаларҙың яратҡан уйынсығы булған. Ағас киҫәгенән йә сыбыҡтан, мал һөйәгенән дә эшләгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап ошондай боронғо халыҡ ҡурсаҡтары бәйгегә килмәне. Әсәй-өләсәйҙәрегеҙҙән, атай-олатайҙарығыҙҙан һорашып йә үҙегеҙҙең бала саҡты иҫкә алып, боронғо башҡорт ҡурсағын тергеҙәйек, йәмәғәт! Ошо маҡсатта «Башҡорт ҡурсағы» бәйгеһен быйыл да дауам итергә булдыҡ. Шарттары тураһында март һанында уҡырһығыҙ, шулай уҡ журналдың сайтында ла урын алыр.

Бәйгенең бар шарттарын теүәл үтәп, төньяҡ-көнсығыш (Балаҡатай), көнсығыш (Учалы), ҡурған, көньяҡ-көнсығыш (Бөрйән), көньяҡ-көнбайыш (Дим буйы) башҡорттарының кейем үҙенсәлектәрен һәм йөҙ һыҙаттарын үҙенсә асып биргән Әлфиә Әхтәриева (Өфө районы) Гран-приға лайыҡ булды (ҡурсаҡтары – һүрәттә)!

Номинациялар буйынса лау­реаттар билдәләнде:
«Этнографик кейемдәге ҡурсаҡ» – Өфө ҡалаһынан Рәмилә Әбсәләмова, Сәрүәр Аслаева, Ишембай районынан Эльмира Дәүләтова, Сибай ҡалаһынан Гөлсинә Дауытова;
«Автор ҡурсағы» – Учалы ҡалаһынан Алһыу Ишбирҙина, Баймаҡ ҡалаһынан Зөһрә Ишмырҙина, Өфөнән Рәмилә Талипова;
«Иң яҡшы композиция» тип Учалы ҡалаһынан Ольга Федотова, Ғафури районынан Гөлнара Шах­матова, Салауат районынан Люциә Йәнтүринаның эштәре табылды.
Бынан тыш, Нефтекаманан Зилә Аҙнабаева менән Эльвира Шаһиева, Өфөнән Ләлә Камалетдинова, Ләйсән Рәжәпова, Лилиә Хәмәҙиева, Силәбе өлкәһе Усть-Катав ҡалаһынан «Тамсылар» балалар коллективы, Сибайҙан Алһыу Фәтхетдинова, Мәләүез районынан Гүзәлиә Шаһманова, Архангел районынан Роза Баһауетдинова, Өфө районынан Фәнүзә Аллағолова, Рузанна һәм Айрат Яҡуповтар махсус бүләккә лайыҡ булды.

«Аллы-гөллө, селтәрле»


«Аллы-гөллө, селтәрле» бәйгеһенә килгән алъяпҡыстар ҙа күҙҙең яуын алырлыҡ.

1-се урынды Бишбүләк райо­нынан Зоя Ғәйнетдинова яуланы.
2-се урынға Белорет районынан Гөлсирә Салауатова сыҡты.
3-сө урынды Туймазынан Зөлфиә Краснова алды.
Эҙләнеүсән, тилбер ҡуллы, ижадкәр һәм ҡомарлы уҡыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Ҡул көсө, күңел йылыһы, күҙ нуры һалынған эштәрегеҙ менән быйылғы бәйгеләрҙә лә көтөп ҡалабыҙ!


Теги: Башҡорт ҡурсағы Аллы-гөллө селтәрле





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook