Башҡортостан Ҡыҙы

ЯРАТҠАН ШӨҒӨЛӨМ

ЯРАТҠАН ШӨҒӨЛӨМ Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Лилиә ИШМОРАТОВА:
«Гөл үҫтереү – яратҡан шөғөлөм. Өйгә ҡайтып инеү менән, яңы атҡан сәскәне күрһәң, шунда уҡ кәйефең күтәрелә. Бегония, глоксиния, пеларгония, радермахера, зефирантес, миләүшә, стрептокарпус... Гөлдәрем күп. Орлоҡтан сәсеп үҫтереү мәшәҡәтлерәк булһа ла, ҡыҙығыраҡ кеүек, сөнки тәүҙә – «ҡасан сыға» тип көтөп йөрөйһөң, артабан «нисек үҫеп китер» тип борсолаһың, аҙағынан сәскәгә күмелгәнен күреп ҡыуанаһың.

Гөлдө кибеттән алған тупраҡ менән баҡсаныҡын бергә ҡушып ултыртам. Баҡсанан алынған тупраҡты ярты сәғәт самаһы ҡыҙҙырып алам, шулай иткәндә бөжәктәре ҡалмай. Яҙҙан көҙгәсә ике аҙна һайын махсус комплекслы ашлама һибеп туҡландырам.
ЯРАТҠАН ШӨҒӨЛӨМ
Фотолағы абутилон гөлөн үҫтереүҙең әллә ниндәй сере юҡ. Алһыу төҫтәгеһе оҙон үҫеп китә, ҡуйы һәм матур булһын өсөн осон ҡырҡып торорға кәрәк. Аҡ төҫтәгеһе «Белла» тип атала. Ул шау сәскәлә ултыра, бер-ике аҙна ғына ял итеп ала ла тағы беҙҙе ҡыуандырып бөрөләнә башлай. Үҙенсәлеге – башҡалары кеүек оҙон булып китмәй. Абутилондың ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары төҫтәгеләре лә бар.

Гөл үҫтереү – күңелле эш. Ҡайһы саҡ ауырыу кеүек, был «сир»ҙән ҡотолоп булмай. Хәстәрлек күрһәткәнде улар ҙа һиҙә, сағыу сәскәләре менән ҡыуандыра!»

Хөрмәтле әхирәттәр! Ә һеҙҙең өйҙә ниндәй гөлдәр үҫә? Уларҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ? Һеҙҙән фотолар һәм хаттар көтәбеҙ! «Өйөм йәме гөл генә» бәйгеһе 31 октябргә тиклем дауам итә!


Теги: Өйөм йәме гөл генә





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook