Башҡортостан Ҡыҙы

Иң ҙур ғорурлығым – Вашингтония пальмаһы

Иң ҙур ғорурлығым –  Вашингтония пальмаһыСибай ҡалаһынан Гөлдәр ҠАДАЕВА:
«Баймаҡ районының Моҡас ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйем Ғилминиса Дәминдәр ҡыҙы Иҙрисова сәскәле гөлдәр үҫтерергә ярата. Айырыуса иртә яҙҙан шау сәскәгә күмелгән яран гөлгә өҫтөнлөк бирә. Сәскәләр яратҡанғалыр, миңә – алтынсы балаһына, ике ул һәм өс ҡыҙы янына иш булып тыуған сабыйға, апайҙарым, ағайҙарым икенсе исем тәҡдим итһә лә, Гөлдәр тип ҡуша. Кешенең исеме, есеменә тап килә, тиҙәр бит. Шуғалырмы, әллә әсәйемә оҡшапмы, мин дә гөлдәр яратам, әммә сәскә атҡандарына түгел, эре япраҡлы, экзотик үҫемлектәргә тартылам. Әлеге көндә өйөмдә каланхоэ, драцена, аҡса гөлө (толстянка портулаковая), диффенбахия, глоксиния, һомғол неомарика, апостол ирисы, каучуклы фикус, канар хөрмәһе, хризантема, миниатюр сенполиялар (миләүшә) кеүек бүлмә үҫемлектәре күп. Неомарика веер кеүек үҫә, ҡаты япрағы эсенән бөрө килеп сыға ла йылына бер мәртәбә генә үҙенсәлекле сәскә ата. Сәскәһе бер көн генә ултыра ла шул урында яңы үҫенте барлыҡҡа килә. Канар финигын орлоҡтан үҫтереп киләм. Фикустың да төрлөһө бар. Уларҙың баш яғындағы үҫентеһен даими өҙөп, олондарын ҡалынайтып, ботаҡландырып алам.

Ә өйөмдәге иң ҙур үҫемлек – Вашингтония пальмаһы. Уны мин 11 йыл үҫтерәм. Арек ғаиләһенә ҡараған был пальма Американың беренсе президенты Джордж Вашингтондың исемен алған. Ул Америкала, Мексикала ныҡ таралған. Ә беҙгә уны 2005 йылда Сочиға ял итә барғанда Зөбәржәт һеңлем һатып алып ҡайтып бирҙе. Сәскәләргә битараф булмаған Азат ағайым гөлдөң яртыһын ай-вайына ҡуймай бүлдереп алды. Миндә ҡалған өлөшө ауырый-ауырый саҡ терелеп китте. Башта бәләкәй өйҙә йәшәгәс, бик ҡалҡа алманы, әммә ҡуйырҙы. Ҙур йортҡа күскәс иһә буйға ныҡ үҫте, әле уның оҙонлоғо ике метрға етеп бара. Азат ағайымдағы өлөшө, киреһенсә, шундуҡ буйға китте, әммә япраҡтары шыйығыраҡ булды. Пальмаға һыу йыш ҡоям, махсус биоөҫтәмәләр индерәм. Һыу һиптергәнде ярата, япраҡтары ялтырап китә. Балаларға ҡыҙыҡ булһын тип ҡай саҡ яһалма банандар эләм, аҫтына маймылдар ултыртам. Яңы йылда уны шыршы урынына биҙәйем.

Йомортҡа ҡабығын, банандың тышын ташламайым. Уларҙы һыуға һалып, бер нисә көндән шул компост менән үҫемлектәрҙе туҡландырам. Ғөмүмән, гөлдәр иртәнсәк һәм мотлаҡ йылымыс һыу ҡойғанды ярата. Был эштәрҙе кискә ҡалдырырға ярамай. Ике аҙна һайын барлыҡ гөлдәремә лә гуми өҫтәлгән һыу һибәм. Төптәрендә бәләкәй себендәр күренә башлаһа, үҫемлектәргә зыяны теймәгән махсус ағыу һалам.

Тағы шуны күҙәткәнем бар – гөлдәргә күҙ ныҡ тейә. Ҡайһы бер «ҡаты» күҙле кешеләр һоҡландымы, шундуҡ шиңәләр. Үҙ гөлдәренә үҙҙәре һоҡланып, үҫемлектәрен юҡҡа сығарған кешеләрҙе беләм. Шуға ла кеше килеп инеп, сәскәләремә ҡарай башлаһа, эстән генә күҙ тейеүҙән һаҡлаған доғаларҙы уҡыйым. «Гөлөңдөң бер генә ботағын бир әле», – тиеүселәрҙән мотлаҡ ҡул хәйере алам. Шулай иткәндә, ҡулдың ҡото китмәй.


Теги: Өйөм йәме гөл генә





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook