Башҡортостан Ҡыҙы

Фәриҙәнең гөл баҡсаһы

Фәриҙәнең гөл баҡсаһы
Хәйбулла районы Бүребай ауылынан Фәриҙә ӘЛБӘКОВА:
«Әсәйемдең ботаника баҡсаһы», – тип йөрөтә ҡыҙҙарым гөлдәремде. Гөл үҫтереү теләге, уларға һөйөү бала саҡтан киләлер, тип уйлайым, сөнки бәләкәй генә өйөбөҙҙә әсәйем ниндәйен генә ултыртмай ине... Ғаилә ҡороп, үҙемдең донъям булғас, мин дә ныҡлап гөлдәр менән мауыға башланым. Япраҡтары матурҙарына өҫтөнлөк бирәм. Йәй етеү менән күбеһен (гиппеаструм, канна, абаға, пеларгония) баҡсаға сығарам, һеҙгә ебәргән фотоларҙа өйҙәгеләре генә төшөрөлгән.

Фикустың өс төрө үҫә, бик тә әрһеҙ гөл. Калатея һыу ярата, тупраҡ һәр саҡ дымлы булырға тейеш, япраҡтарына һыу һиптереп тороу мотлаҡ. Көндөҙ калатеялар япраҡтарын йәйеп ултыра, кис төп-төҙ булып ябыла. Аглаонема – бәләкәй ҡыҙымдың Екатеринбургтан алып ҡайтҡан бүләге. Уға тура ҡояш нурҙары ярамай, тәҙрә төбөндә япраҡтары яна, матурлығын юғалта.

Фәриҙәнең гөл баҡсаһы
Глориоза тип аталған үрмә гөлдө орлоҡтан үҫтерҙем. Сәскәләре иҫ китмәле матур! Беҙҙә һирәк осрай ул, ысынын әйткәндә, мин бер кемдә лә күргәнем юҡ. Орлоҡтарын Мәскәү өлкәһенән яҙҙырып алған инем. Гөлдөң төбөндә бүлбеһе була, берәүһенән бер генә һабаҡ шытып сыға. Шәп үҫә, йәш сағында каркас эшләп урап барыр кәрәк, сөнки тиҙ генә һына. Көҙгә тиклем сәскәләре менән ҡыуандыра. Аҙаҡ үҙенән-үҙе һулый, ҡышҡа һауыты менән баҙға төшөрөп ҡуям, апрель айында сығарып ерен алмаштырып, һыу ҡойһаң, 4-5 аҙнанан үҫә башлай. Орлоҡтан сәсһәң, икенсе йылы сәскә ата, улар 2 аҙна тирәһе тора.
Катарантус (барвинок) сәскәһен өйҙә лә, баҡсала ла үҫтерергә була. Бик матур гөл, йыл әйләнә­һенә сәскә ата ла ултыра. Орлоҡтан да, ботағынан да үрсетергә мөмкин, әрһеҙлеге тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Драцена ла күп иғтибар талап итмәй. Ваҡытында һыу ҡойоп, тупрағын йомшартып, саңдарын һөртөп торһаң да етә.

Минең шөғөлөмдө белгән яҡындарым, дуҫтарым күберәк гөл бүләк итә. Уларҙы яратып ҡарайым. Хәҙер мәғлүмәткә ҡытлыҡ юҡ, барыһын да өйрәнеп, һирәк осраған гөлдәрҙе лә уңышлы ғына үҫтерергә була.

Махсус ашламаны орхидея өсөн генә алдым. Өлкән ҡыҙым Раушания тыуған көнөмә орхидея алып ҡайтҡас, был наҙлы гөл үҫһә ярар ине, тип борсолған инем. Өс йыл инде матур сәскәләре менән ҡыуандыра. Тик һыуҙы өҫтән түгел, һауытының аҫтындағы тәрилкәгә генә ҡоям, айына бер тапҡыр махсус ашлама һалам.

Һуған ҡабығын ташламайым: һыуға 2–3 көнгә һалып торам да шул һыуҙы гөлдәргә ҡоям. Ашлама төрлө ауырыуҙарҙан да һаҡлай.
Берәй ят гөл күрһәм, ботағын йә орлоғон табыр кәрәк, тип уйлай башлайым, тапмайынса тынысланмайым. Яңыраҡ азалия (рододендрон) ботағын алып ҡайттым еңгәйемдән, наҙлы гөл тип яҙалар, шуға ла түҙемһеҙләнеп эшемдең һөҙөмтәһен көтәм… Үҫәме, юҡмы?!

Гөлдәрем күп тип яҙһам да, ниңәлер роза сәскәләренә битарафмын… Күреп һоҡланам да шуның менән ҡыҙыҡһыныуым бөтә.
Гөлдәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү өсөн күпме көс, ихласлыҡ кәрәк! Шулай ҙа, әхирәттәр, донъябыҙҙы матур гөлдәр менән биҙәйек, уларҙы үҫтереү серҙәре менән бүлешәйек».


Теги: Өйөм йәме гөл генә





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook