Башҡортостан Ҡыҙы

Ҡояштыр әсә йөрәге

Ҡояштыр әсә йөрәгеКүгәрсен районы Әлемғол ауылы ҡыҙы Фәйрүзә менән Түләбай егете Нурҙың мөхәббәт тарихы ябай. Нур ағай ҡыҙҙы өсөнсө класта уҡ бер сарала күреп оҡшата. Туғыҙынсыла улар осраҡлы ғына тағы күрешә. Бер төркөм әхирәттәре менән уйындан ҡайтып барған ҡыҙҙы ике туған ағаһы Сынбулат һаҡлап йөрөй. Егет унан ҡыҙҙарҙы оҙатып ҡуйырға рөхсәт һорай. Дуҫлашалар тип һаналһа ла, улар өйләнешкәнсе етәкләшергә лә ҡыймай хатта. Ул саҡта Нур ағай Стәрлетамаҡта телемастерға уҡый. Әрмегә китер алдынан оҙатыу кисәһенә саҡыра буласаҡ һалдат. Фәйрүзәгә әсәһе, барма, ҡыҙҙарға килешкән эш түгел, ти. Һөйгәне килә алмағас, табынға егеттәр генә йыйыла. Иртәгәһенә Нур үҙе поезда ҡыҙҙы Өфөгә тиклем оҙата, төнө буйы һөйләшеп баралар. Ике йыл буйы араны хаттар бәйләй. Егет әрменән ҡайтыуға атайһыҙ ҡалған һылыу Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡып йөрөгән була. Һалдат буласаҡ ҡәйнәһенә барып ярҙам итеп йөрөй. Йәштәр 1989 йылда ғаилә ҡороп, Өфөлә йәшәй башлай. Өнһөҙ генә аңлашҡан, йөрәк менән яратышып өйләнешкән парҙың тормош юлы фәһемле лә, һоҡланғыс та.

...Ҡайһылай бәхетле булғанмын тип уйлай Фәйрүзә Фәйзрахман ҡыҙы. Хыялына ынтылып, сәнғәт училищеһына уҡырға ингән ерҙән әсәһенең ебәрмәүенә лә үпкәләмәй ул хәҙер. Юғары белемле табип булыуы, үҙенә ышанысы уға улын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә. Быға тиклем терапевт булып эшләп йөрөгән 18-се дауахананы ҡалдырып, балаһын кеше итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Тәүҙә инвалидлыҡ юллауҙан баш тарталар, малай үҙе лә йәшәргә ынтыла, атаһы көн-төн эшләп мал табырға тырыша. Тик дарыуҙарҙың ҡиммәтлеге, унан бигерәк уларҙы табыу ҙур мәшәҡәткә әүерелеүе ҡағыҙҙарҙы теүәлләп алырға мәжбүр итә. Фәйрүзә апай балаһын һалдат һымаҡ теүәл тәртип менән ҡарай, бик талапсан һәм хәстәрлекле әсәй була. Мәктәпкә төшкәс, өйҙә уҡытыуға күсергә кәрәк тиһәләр ҙә, ризалашмай. Ни ғәжәп, ҡаланың Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡып йөрөгән Ринаттары юғары кластарҙа мәктәптең футбол, баскетбол, шаяндар һәм тапҡырҙар клубы командалары капитаны булып китә. «9-сы вал» тип аталған үҙ төркөмөн булдырып, йырлап та йөрөй. Үҫмер сағы үткәнсе йәшәтә алһағыҙ, артабан ҡурҡыныс кәмер, ти табиптар. Ун алтыһы тулғас, инвалидлыҡты яңынан юлларға кәрәк булғанда, мәсьәләләр килеп тыуып, республиканың баш балалар хирургына баралар. Айытбай Әхмәт улы Ғүмәров шундай диагнозлы баланың бәлиғ булыу йәшенә тиклем етә алғанына ышанмай, операция эшләнгән дауахананан ауырыу тарихын һоратып алдыра. Шунан донор табып, Австрияға операцияға ебәрергә уйлай, тик атай-әсәй ҡаршы төшә. Ринатҡа ныҡлы ҡарау кәрәк булғас, башҡа бала табыу тураһында уйлап та бирмәй Фәйрүзә ханым, улына иғтибары кәмеүҙән ҡурҡа. Тормош дауам итә, ата-әсәһенең кәңәше менән улдары юрист һөнәрен үҙләштерә. Диплом алғас, әсәһенән үҙен музыка өлкәһендә һынап ҡарарға бер йыл ваҡыт һорай. Ижадта уңмаһам, кире юристлыҡҡа ҡайтырмын, тип вәғәҙә бирә. Аллаға шөкөр, илһам килә. Шиғырҙар, көйҙәр яҙа, аранжировкалар эшләргә оҫтара, ШТК-ла ҡатнаша, рэп йырлай, яйлап үҙенең ижади студияһын булдыра.
Ҡояштыр әсә йөрәге
Бер йыл самаһы элек улының республикабыҙҙың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең иғтибарын йәлеп иттерә алған «Ҡыуанам» йырына ижад иткән клибы сыҡҡас, Фәйрүзә апай үҙенең «йондоҙ» әсәһе икәнлеген аңлай. Сәхнәлә Rnt псевдонимы менән сығыш яһаған, үҙенсәлекле йырлау стиле булған Ринат Ниғмәтуллин бөгөн яңынан-яңы клиптары менән йәштәр күңелен арбай. Килендәре Айгөл дә – иптәшенә һәр яҡлап терәк һәм таяныс. Улар ир менән ҡатын ғына түгел, иң яҡын дуҫтар ҙа, тип ҡыуана әсә...
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.


Теги: Rnt Фәйрүзә Ниғмәтуллина





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook