Башҡортостан Ҡыҙы

Яҡтырт,ҡояшым...

Нисәнсе йыл булғандыр, «Башҡортостан ҡыҙы»нда бер әсәнең хаты баҫылғайны. Ғәрип булып тыуған сабыйынан үҙ мәлендә баш тартмауына бик тә үкенеп яҙғайны ул ҡатын. Юҡ, мин уны ғәйепләмәйем. Ғәйепләргә хаҡым да юҡ. Хоҙай уға артабан да сабырлыҡ бирһен. Бөгөн минең һөйләргә теләгәнем – йән дуҫым, әхирәтем Зөһрә менән уның тормош юлдашы Батыр Ҡотоевтар хаҡында. Былтыр уларҙың тыумыштан ғәрип улдары Азатҡа 25 йәш тулды. Азат бөтөнләй хәрәкәтһеҙ: атламай, тотоп та, сәйнәп тә ашай алмай, һөйләшмәй, ултырмай... Асыҡ ҡарашлы был матур малай эргәһендәгеләргә рәхмәт, һөйөү тулы күҙҙәре менән ҡарай ғына ала. Тулыһынса кеше көнлө булған Азаттың ҡарашы яҡты, ул үҙен уратҡан йор ғына донъяға эскерһеҙ ихласлыҡ менән баға, сөнки тыуа-тыуғандан ата-әсәһенең һөйөүенә солғанып йәшәй. Зөһрә менән Батыр иһә юғарынан ебәрелгән язалай, һынауҙай ҡабул итмәй был хәлде, улар улдарын тәрән һөйөү менән ярата, бары ярата ғына...

Ата-әсә мөхәббәте... Уйлап ҡараһаң, ни тиклем ябай, шул уҡ ваҡытта бер ни менән дә үлсәп булмай торған оло төшөнсә. Ә ҡайҙалыр төптә, ҡағыҙҙар араһында табиптарҙың бынан сирек быуат элек сығарған әсе хөкөмө һәм «Балағыҙҙан баш тартырға тәҡдим итәбеҙ» тигән һалҡын, бер ниндәй хис-тойғоһоҙ яҙма...
– Шул саҡта табиптарҙы тыңлаһам, был донъяла нисек йәшәр инем? – ти Зөһрә. – Ә бит диагнозды ла улыҡайына ете-һигеҙ айлыҡ булғас ҡына ҡуялар.
Аҙ ғына айырылып торһа ла, ул Азатты һағынып ҡайта.
– Эй-й, бәпәйем, бигерәк һағындым! Йә, хәлдәрең нисек? – тип барып ҡосаҡлап-үбеп ала. Әйтерһең, бына хәҙер улы ла уға ҡаршы ҡосағын йәйер һәм: «Мин дә һағындым һине, әсәй!» – тип өндәшер кеүек. Зөһрәгә иһә әленән-әле сәфәр сығып ҡына тора: Өфөлә йәшәүсе ҡыҙы Лилиә менән кейәүе Альберттың, ейән-ейәнсәренең хәлдә­рен белергә кәрәк, «Ҡотоева» шәхси предприятиеһы эшенә етәкселек итеү ҙә көс һәм ваҡыт талап итә. Ә предприятие улай-былай ғына түгел, күп ирҙәр алып бара алмаған урман эшенә бәйле.
– Беләһеңме, тормоштағы бөтә уңышым өсөн мин Батырыма бурыслы, – тигәйне ул бер заман. – Тәүҙә ауыр 90-сы йылдарҙа урамда һатыу иттем. Үҙе эшләп йөрөүгә ҡарамаҫтан, Батыр Азатты тәрбиәләшергә ярҙамлашты. Балама әсә иғтибары етмәй тип, алыпһатарлыҡты ҡалдырҙым, өйгә күстем. Әммә бер эш хаҡына ғына йәшәү, балаларға ярҙам итеү мөмкин түгел. Оҙаҡ уйлашҡандан һуң, йәнә Батырҙың булышлығы менән шәхси предприятие астыҡ. Улыбыҙ Ринат та үҙ эшен булдырып, өйләнеп, ҙур хыялдар менән йәшәй ине, һис уйламағанда фажиғәле һәләк булды... Шундағы ҡайғырыуым... Әгәр эргәмдә Батырым булмаһа, нишләр инем?! Ул – миңә терәк, таяныс, ярҙамсы, кәңәшсе.
Эйе, Ринат бешеренергә ярата торғайны, үҙ ресторанын асыу хаҡында хыялланды. Йәш кенә кәләшен, сабыйын етем ҡалдырып, юл һәләкәтенә тарыны.
Зөһрә менән Батырҙың тәүге балалары Лилиә донъяға килгәс, ҡасандыр бер синыфта уҡыған класташтар йыйылып, танышырға барғайныҡ. Ул саҡта йәш ғаилә бәләкәй генә иҫке өйҙә йәшәй ине.
– Марсель менән Сәлимәгә килен таптым, – тип көлдөргәйне шунда беҙҙе Зөһрә. Ә Сәлимә менән Марселде бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, береһе Асҡар мәктәбендә уҡыта, икенсеһе – дауаханала табип. Лилиә тыуғанда Мирхәй­ҙәровтарҙың улы Альбертҡа өс йәш самаһы булғандыр.
– Ҡыҙың һине тыңлармы икән һуң? Бөтөнләй икенсе кешене һайлап ҡуйһа... – тине кемдер.
Баҡтиһәң, сабыйға сирләй башлағас, буласаҡ әсәне бала табыу йортона алып киләләр, ә бүлмәлә икенсе бер ҡатын, урын буш түгел. Егерме туғыҙ йәшлек Зөһрә «һуңлап» бала табыу хәүефлеге тураһында әллә ниҙәр ишетеп, ҡурҡып бөткән, дер ҡалтырап ята. Шул саҡ эргәһенән Марсель Мөғәлләм улының үтеп барғанын күреп ҡала, уның ҡулына сат йәбешә, «Марсель, эргәмдән китмә инде, ҡурҡам», – тип ялбара башлай. Бөтөнләй башҡа өлкәлә эшләгән табиптың тыныс тауыш менән үҙен йыуатыуы килешәме, әммә Зөһрә имен-аман ҡыҙыҡайын таба. Һуңғараҡ эргәһенә хәлен белергә килгән Марсель:
– Ярай, Зөһрә, минең малайға кәләш тыуҙы, – ти.
Хоҙайҙың «Амин» тигән сағына тура килгәндер, бөгөн Лилиә менән Альберт Мирхәйҙәровтар ҡыҙ менән ул үҫтерә. Лилиә юрист һөнәрен үҙләштергән, кешенең эшмәкәрлеге һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, ә Альберт – табип-пульмонолог. Ә ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер ғаилә кеүек татыу, аралашып ғүмер итә.
Әбйәлил урман хужалығында оҙаҡ йылдар баш инженер булған хеҙмәт ветераны Батыр Ҡотоев хәҙер хаҡлы ялда, шуға күрә улдары Азатты тәрбиәләүҙе тулыһынса тиерлек үҙенә алған. Мунсаға икәүләп күтәреп алып баралар, ашатып-эсереүҙе кем бушыраҡ – шул башҡара. Ғаилә матди яҡтан етеш, матур йәшәй. Иркен йорт зауыҡ менән йыһазлан­дырылған, баҡсала күҙ яуын алыр сәскәләр, йәшелсә-емеш үҫә. Зөһрә ҡыҙы Лилиә менән сит илдәрҙә сәйәхәт ҡылырға ла өлгөрә. Батыр ситкә сығып йөрөүҙе бик яратмай, унан ҡатынының тынғыһыҙ, эшлекле булғанын яҡшы аңлай: йән тыныслығын көйлө тотоу өсөн ҡатын-ҡыҙға, бигерәк тә уның Зөһрәһенә кешеләр араһында булырға, яңы ерҙәрҙе күрергә кәрәк. Өйҙә иһә ул – яҡшы хужабикә, хәстәрлекле ҡатын һәм әсәй. Доғалар ятлай, мәсеткә йөрөй, баҡса ҡарай, тәмле бешеренә, улдары Азатҡа етди иғтибар бүлә. Донъя хәлдәре тураһында ла һәр саҡ хәбәрҙар, күп уҡый.
Яҡтырт,ҡояшым...
Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәттән көслө рухлы итеп яратылған. Ир-атҡа ҡарағанда яҙмыш елдәренә сыҙамлыраҡ, тиемме. Сирле сабый тыуған күп ғаиләләрҙән ғәҙәттә атай кеше китә. Әсәләрҙең күбеһе нарасыйын бәләлә яңғыҙ ҡалдыр­май, сөнки бала менән әсә араһындағы бәйләнеш ғүмерлек. Быныһы инде ғалимдар билдәләүенсә. Атайлыҡ той­ғоһо ла ирҙәрҙә һуң ғына ярала, тип тә өҫтәйҙәр. Ләкин һуңғы егерме-утыҙ йылда бала тапҡан ҡатындарҙың (ҡайһы ваҡыт уларҙы Әсә тигән юғары исем менән дә атағы килмәй) психологияһы үҙгәрҙе. Йыш ҡына һау-сәләмәт сабый­ҙарҙы ла ташлап китәләр, еңел, бер ниндәй яуаплылыҡ йөкмәтмәгән тормошто һайлайҙар.
– Азатты дауаханала ҡалдырыуҙан ҡырҡа баш тарттым. Табип миңә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла: «Ирең түҙә алһа ярар ине», – тине. Мине аңлағаны, сирле балаға хәстәрлекле мөнәсәбәте өсөн ғүмер буйы рәхмәт уҡыйым Батырға. Үҙем бер генә минутҡа ла үкенгәнем булманы, улыҡайым ошо көндө ҡайҙа, кемдәр ҡулында булыр, был йәшкә етер инеме икән? – Зөһрәнең тауышы ҡалтыранып китә.
Дуҫымдың ихтыяр көсөнә генә түгел, тормоштан йәм табып йәшәүенә, һәр саҡ ғәмле була белеүенә һоҡланам. Беҙ бер класта уҡыныҡ, бер урамда уйнап үҫтек. Зөһрә Ҡолғана ауылынан булһа ла, бала сағы гел тиерлек район үҙәгендә үтте. Яҡын ғына апайы менән еҙнәһендә фатирҙа торған ҡыҙыҡай бәләкәйҙән эшһөйәр, ныҡышмал ине. Миңә уның һәр саҡ тура һүҙле, намыҫсан булыуы, ҡылана, ике йөҙлөләнә белмәүе оҡшаны. Һигеҙенсене тамамлағас, әсәһе уны артабан уҡытмаҫҡа, кейәүгә бирергә тырышып ҡараны, ләкин Зөһрәлә уҡыуға ынтылыш бик көслө ине. Сәғиҙә апайҙың нишләп улай ҡыланыуын хәҙер үҙемсә аңлаған да кеүекмен, күрәһең, һигеҙ бала өҫтөнә килеп, һуңынан Зөһрәнең үгәй атаһынан да әллә күпме бала тапҡан апай донъяуи мәшә­ҡәттәрҙән арыған булғандыр. Юғиһә ул үҙе белем ҡәҙерен белгән затлы тоҡомдан ине бит.

Урта мәктәптән һуң Зөһрә ҡапыл ғына Владимир өлкәһенә туҡыу фабрикаһына эшкә сығып китте.
– Күбеһенсә төнгө сменала эшләргә тура килде. Йәшәү, эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа бар, планды 125–130 про­центҡа үтәйем. Партияға инергә өгөтләй башланылар. Инеүен инермен дә, уҡырға китеп барһам, тип уйланым... Фото төшөрөргә, бесеп-тегергә өйрә­неп алдым. Аҙаҡ был һөнәрҙәр бик ярап ҡалды. Уҡыуға һыуһап ҡайттым, тик артабан уҡыу бәхете теймәне.
Эйе, Зөһрәнең туғандарына нисек ярҙам итеүен, әсәһе иңендәге ауырлыҡ­тарҙы уртаҡ күтәрешеүен яҡшы хәтерләйем.
Үҙе донъя ҡорғас та, күңелендә: «Минең балаларым етеш йәшәргә тейеш», – тигән фекер нығына. Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар, һәр төрлө боларыш-болғаныштар башланып киткәс, тәүге­ләрҙән булып урамға һатыу итергә сыҡҡаны ла иҫемдә. Сатнама һыуыҡ­тарҙа, елле-ямғырлы йонсоуҙарҙа ауыр-ауыр йөктәр күтәреп йөрөй торғас, уның быуындары һыҙлай башланы. Өҫтәүенә, эшҡыуарлыҡты ташламаһаң, пенсияға ваҡытында сыҡмайһың, тигәнерәк мәғә­нәһеҙ ультиматум да ҡуйылды үҙенә. Ғаиләлә кәңәшләшкәс, ире Батыр: «Азат эргәһендә, өйҙә ултыр, уға һин кәрә­герәк», – ти. Тик Зөһрәме инде пенсияға ғына ҡарап, ир тапҡанға мөрхәтһенеп ултыра торған кеше! Ана шунда тыуа ла инде үҙ бизнесыңды асырға кәрәк, тигән ныҡлы уй. Эшен теүәл, яҡшы башҡар­ғаны өсөн Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы уны Почет грамотаһы менән дә бүләкләне.

...Ә артҡа боролоп ҡараһаң, сабыйы донъяға килгәс, табиптарҙың бер ниндәй диагноз ҡуя алмай, әле унда, әле бында ҡыуалауҙары, 30-35 градуслыҡ һыуыҡ­тарҙа Азатын күтәреп, дауахана эҙләү­ҙәре, ҡайҙа туҡтарға белмәй, Мәскәү йә Өфө урамдары буйлап йөрөүҙәре, ҡиммәтле дарыуҙарға аҡса еткерә алмай ҡаңғырыуҙары, һәр төрлө әр-һүҙҙәр ишетеүҙәре... һәм өмөт, өмөт, өмөт... Ҡайҙа ла булһа «һәйбәт доктор бар» тигәнде ишетеү менән шунда мөрәжәғәт итеүҙәр, табиптың һис бер өмөткә урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп сығарған хөкөмө­нән үлеп-терелеүҙәр, йәнен усына йомарлап, ҡабат йәшәп китеүҙәр... Кем белә Әсәнең өнһөҙ һыҡтауҙан һығып алмалы булып әсе күҙ йәшенә сыланған мендәрҙәре, күкрәген ярып барған әрнеүҙәрен яҡындарына һиҙҙермәҫ өсөн тештәрен әлеге мендәргә батырып, керпек ҡаҡмай таң аттырыуҙарын...
– Түҙә алмай башлаһам, улымдың сибек кенә кәүҙәһенә һыйынам да, юҡ, миңә көслө булырға кәрәк, тип бойорам үҙемә. Батырға һиҙҙермәҫкә тырышһам да, һиҙмәй буламы ни! Йыуатырҙай һүҙен әйтә, сәстәремдән һыйпап, ҡулдарымдан тотһа ла, йәнемә йылы инә. Мин дә, ул да сабыйыбыҙҙан баш тартмаған өсөн үкенмәнек, үкенмәйбеҙ. Беҙ бер уй менән йәшәнек: нисек тә дауаларға, һауыҡтырырға! Республикаға үҙаллылыҡ даулап йөрөгән мәлдәр. Азатты Магни­тогорскиға дауаханаға алып барҙым. «Һеҙ бит хәҙер үҙ аллы халыҡ, беҙгә килеп йөрөмәгеҙ, дауала­майбыҙ», – тиҙәр. Башыңды ташҡа бәреп тә Гиппократ антын һанға һуҡмаған таш бәғерҙәрҙе иретерлек түгел... Шулай, тәүҙә йүнәлтергә тырыштыҡ, һауығы­уынан төңөлгәс, улыбыҙ өсөн бөтә шарттарҙы тыуҙырыу маҡсаты килеп баҫты. Ул бер нимәгә лә, айырыуса беҙҙең һөйөүгә мохтажлыҡ кисерергә тейеш түгел. Әлбиттә, хәҙер ҡиммәтле дарыуҙар алыу мөмкинлеге лә бар, шөкөр...
Йәнә әсенеү хаты яҙған ҡатынды хәтерләнем. Моғайын, уның эргәһендә хәсрәтен уртаҡлашырҙай, ярҙам итерҙәй кеше юҡтыр. Хоҙай сабырлыҡтар бирһен үҙенә. Зөһрәнең эргәһендә иң-иң ғәзиз йән эйәһе – сабыйы. Әсә мөхәббәте бөтә ҡыйынлыҡтарҙы ла еңә.

Гөлшат Әхмәтҡужина.


Теги: шағирә хәтер





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook