Башҡортостан Ҡыҙы

Әжәлдәрҙе еңә йәшәү көсө

Әжәлдәрҙе еңә йәшәү көсө
Октябрь – түш яман шешенә ҡаршы көрәш айы. Шул уңайҙан медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Республика клиник онкология диспансерының маммология бүлексәһе мөдире Марат Ғәлиәкбәр улы ҒӘЛИЕВТЫҢ түш яман сиренә ҡаршы көрәшеүсе ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп үтәбеҙ: «Мин уларҙың йәшәү ҡөҙрәтенә, сикһеҙ сабырлығына таң ҡалам. Һәр береһенең яҙмышы – ҡаһарманлыҡ өлгөһө, китап яҙырлыҡ бер тарих». Утыҙ дүрт йыл ошо бүлексәлә эшләү дәүерендә меңдәрсә ғүмерҙе ҡотҡарған Марат Ғәлиәкбәр улы, яҙмыштан көслө булып, ҡаты сирҙе еңеүгә өлгәшкән өс гүзәл зат хаҡында бәйән итә. Уларҙың тарихы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға саҡырыр, һәр сирҙе мөмкин тиклем иртә асыҡларға кәрәклеген иҫтәренә төшөрөр, тип уйлайбыҙ.

Асылмаған сер
Ул ваҡытта Гөлмәрйәмгә 40 йәш ине. Күкрәгендәге борсаҡтай төйөрҙө ҡатын осраҡлы асыҡлай. Ваннала сайынғанда ҡулы ҡағылмаһа, белмәҫ тә ине, моғайын. Эштән ҡайтҡас, ун өс йәшлек улына дәрес әҙерләшеп, алтыһы саҡ тулған ҡыҙын көйләп, эштән арып ҡайтҡан ирен ҡайғыртып, кис буйы өйөрөлгән һылыуҙың үҙенә ваҡыты ла ҡалмағандыр.
– Шеш икенсе стадияла, операцияға ятырға кәрәк, – тигәнде ханым тыныслыҡ һаҡлап ҡабул итте. Ләкин уның яуабы мине хафаға һалды:
– Бөтә дарыуҙарға ла бик көслө аллергия миндә. Иң еңеленән дә тәнем сабыртып сыға, ҡыҙарып-бүртенәм, тыным ҡыҫыла башлай. Һалҡын тейеүен дә мәтрүшкә менән генә дауалайым.
Баҡһаң, йәш сағында уҡ уның йөрәгендә ҙур кәмселек тапҡандар. Әммә дарыуҙарға үтә һиҙгер булыуы арҡаһында операция яһай алмағандар. Леп-леп тибеп, туҡтай яҙып эшләгән йөрәк менән ул ике балаға ғүмер биргән, мәктәптә уҡыта, донъяһын матур итеп көтә.
Ә түш яман шешенә операцияны улай оҙон-оҙаҡ йылдарға кисектереү мөмкин түгел. Йәшәү менән үлем хаҡында һүҙ барғанда һайлар урын ҡалмай. Тик йөрәге насар эшләгән, дарыуҙарға аллергия булған ауырыу наркозды нисек күтәрер? – күңелдән шул уй китмәне.
Операцияға ятыу хаҡында ҡарарҙы Гөлмәрйәм үҙе ҡабул итте:
– Хоҙайға тапшырып, тәүәккәлләйек!.. – тине ул эске ышаныс менән.
Тәрән наркоз кәрәклеген, операцияның оҙаҡ дауам итәсәген аңлай ине ҡатын. «Мөлдөрәшеп ҡарап торған балаларымды, етемһерәп киткән иремде һуңғы тапҡыр күрәмдер, бәлки», – тигән уй ҙа килмәгәндер түгел, килгәндер. Ләкин үтә тәүәккәл аҙымды әсә сабыйҙарын ят ҡулдарға ҡалдырмау, ирен етем итмәү, ғаиләһен яҙмыш ҡосағына ташламау хаҡына яһай ҙа инде.
...Ни мөғжизә?! Операция ваҡытында көслө препарат унда аллергия әҫәрен дә тыуҙырманы, фиҙакәр йөрәк тә, көйлө сәғәт кеүек, тек-тек килеп эшләп торҙо. Бөтәһе лә уңышлы тамамланды!
Һағайып, артабанғы ҡатмарлы дауаға организмдың нисек тәьҫир итеүен көтәбеҙ. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ – Гөлмәрйәм химия терапияһын да өҙлөгөүһеҙ үткәреп, ғаиләһе янына ҡайтып китте. Йәнә хикмәт – ул һауығыу менән, дарыуҙарға аллергия яңынан барлыҡҡа килде.
Күптән түгел Гөлмәрйәмгә алтмыш ете йәш тулды. Һөйөклө әсәй генә түгел, бәхетле өләсәй ҙә ул. Хәл иткес минуттарҙа эргәһенән китмәйенсә, ҡулдарынан һыйпап ултырған тормош иптәше менән ғүмерҙең алтын миҙгелен кисерәләр. Бер нисә йыл элек, тағы ҡыйыулығын туплап, йөрәгенә операция яһатҡан.
37 йыл элек: «Күрәсәгемде күрергә, Хоҙай күпме биргән, шунса йәшәргә тейешмендер инде, яҙмыштан уҙмыш юҡ», – тип башын эйеп, яман сиргә бирешһә, ошо рәхәт көндәрҙе күрер инеме? Юҡ, әлбиттә.
Ә беҙгә, табиптарға, кеше организмының эске ҡеүәте мөмкинлектәре һаман асылмаған оло сер булып ҡала. Аспирин да эсә алмаған ҡатын нисек итеп ғәйрәтле наркозды күтәрҙе лә ниндәй мөғжизәүи көс ярҙамында һынылышлы мәлдән сыҡты? Тәбиғәттәге иң ҡөҙрәтле хис – әсәлек хисенең сикһеҙ бөйөклөгө хаҡында һөйләйҙер, тим, был тарих.

Миһырбанлыҡ дәресе
Таң ҡалырлыҡ был ханымдың тетрәндергес яҙмышын ҡат-ҡат иҫкә төшөрәм һәм йәнә бер мәртәбә ҡатын-ҡыҙҙың ҡаты һынауҙар аша ир-аттан күп тапҡырға лайыҡлы үтеүенә, көслө заттан нығыраҡ булыуына инанам.
1985 йыл. Баш ҡалабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында белем биреүсе Сабира табипҡа бик һуң мөрәжәғәт итә. Беҙгә килгәндә күкрәгендәге яман шеш өсөнсө стадияға еткәйне. Ғүмерен ҡотҡарыу өсөн бер түшен генә түгел, метастазалар күсеү ҡурҡынысы янаған түллек биҙҙәрен дә алырға тура килде.
Сәскә кеүек 35 йәшлек ҡатын һигеҙ айҙа танымаҫлыҡ үҙгәрҙе: тал сыбығылай сибәркәйҙең ауырлығы махсус дарыуҙар йоғонтоһонда ике тапҡырға артты.
Оҙайлы, ҡатмарлы дауалар көсөн алған, бер түшен юғалтыуҙан былай ҙа үҙен кәм тойған Сабира кәүҙәһе килбәтһеҙләнеүен бик ауыр кисерә. Тән һыҙлауына йән ауыртыуы ҡушыла. Ғәзиз кешеләренең күңел йылыһына интизар саҡта иренең, киреһенсә, һыуына барыуы йөрәген ашай. Һөҙөмтәлә бер етди сир янына икенсеһе ҡушыла – ҡалҡан биҙе шешеү сәбәпле, аҡыш күҙлелек өҫтәлә.
Көндәрҙән бер көндө иртән эшкә тип киткән ире һыуға төшкәндәй юҡ була. Баҡһаң, ҡатыны үлем менән айҡашҡанда ул икенсе ғаилә ҡороп йөрөгән. Заманалар боларып, үҙгәртеп ҡороу зилзиләһе башланған осорҙа Сабира өс йәшлек улы, ете йәшлек ҡыҙы менән япа-яңғыҙы ҡала.
Иренең арҡаға бысаҡ ҡаҙағандай хыянаты, сабыйҙарын бер телем икмәкһеҙ ташлап китеүе баш күтәрергә, шәхси дәрестәр бирә башларға мәжбүр итә лә инде Сабираны.
Хеҙмәт хаҡы түләнмәгән, кибеттәр буш ваҡыт. Йөҙҙәренә бәхетһеҙлек сырайы ингән бәләкәстәренә ҡарай ҙа: «Мин йәшәргә, ҡыҙым менән улымды аяҡҡа баҫтырырға тейеш!» – тип көн дә ҡабатлай әсә. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйған юлына тигәндәй, абруйлы инглиз теле уҡытыусыһынан түләүле дәрес алырға теләүселәр артҡандан-арта. Сир сигенә. Шулай аҡрынлап сыға ғаилә һынауҙар менән тулы йылдарҙан.
…Алтмышҡа етәрәк, сәстәре салланған ир ҡасандыр үҙе упҡын ситендә ташлап киткән кешеләрҙең ишеген шаҡый. Күҙ йәштәрен түгеп, тубыҡланып: «Кисерегеҙ, ҡабул итегеҙ…» – тип ялына. «Индермә, әсәй, шул һатлыҡ йәнде!» – ти балалары. Бер кемгә лә кәрәкмәгән, ауырыуға һабышҡан ирен ҡыуып сығарырға йөрәге етмәй миһырбанлы ҡатындың. Әлбиттә, яндырылған яланды хәтерләткән йөрәгендә уға ҡарата хис юҡ. Ләкин иң һуңғы сиктә лә кеше булып ҡалырға кәрәк, тип балаларына шәфҡәтлелек һабағы күрһәтә оло йөрәкле әсә.

«Матур булып килә ҡалаһым!»
Рубенс, Кустодиев картиналарындағы тулы һылыуҡайҙарҙы хәтерләтә ине Рәсимә. Йөҙөнән йәшәү дәрте, сәләмәтлек бөркөлөп торған ҡатындың ҡаты ауырыуға тарыуын күптәргә күҙ алдына килтереүе лә ауыр булғандыр. Ләкин сир берәүгә лә һорап килмәй. Үкенескә ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың байтағы кеүек, ул да һаулығын ҡайғыртмай йөрөп, күкрәгендәге шеш тамыр йәйгәс кенә үҙенә иғтибар иткән. Операция ярҙамында шеш менән бергә бер түшен дә алырға тура киләсәген ишеткәс, ул миңә былай тип белдерҙе: «Тик бер шарт менән – миңә яңы түш эшләп ҡуяһығыҙ!» «Ярай, тик был мәсьәләгә беҙ һуңғараҡ, ярты йылдан ҡайтырбыҙ», – тинем.
Операциянан һуң һауығыу осоро Рәсимә өсөн бик ауыр булды, яралары бөтәшмәй яфаланы. Артыҡ ауырлыҡлы кешеләрҙең күбеһе кеүек, ул юғары ҡан баҫымынан, шәкәр сиренән интегә ине, былар ялҡынһыныуға килтерҙе. Ләкин, ныҡ һыҙланһа ла, «аһ» тигәнен ишетмәнек. Киреһенсә, аҡ халатлылар менән дә, ауырыуҙар менән дә уйнап-көлөп, барыһының күңелен күтәреп йөрөнө. Кем-кем, ә ул, ғүмере буйы шәфҡәт туташы булып эшләүсе һылыу, йылы һүҙҙең, ихлас йылмайыуҙың дауалау көсөн яҡшы белә шул.
…Яңыраҡ мин кабинетта ауырыуҙарҙы ҡабул итеп ултырғанда ҡояштай балҡып Рәсимә килеп инмәһенме:
– Ярты йыл үтте. Мин түшемде тергеҙергә килдем!
Шуны әйтеп үтергә теләйем: беҙ, хирургтар, операция яһағанда түште һаҡлап ҡалыу мөмкин булһа, бөтәһен дә эшләйбеҙ. Ә күп туҡымалар зарарланып, шеш менән бергә түште лә алырға мәжбүрбеҙ икән, ҡатын-ҡыҙға эс туҡымаларын алып, түште тергеҙеп булыуы хаҡында әйтәбеҙ. Сөнки гүзәл заттың кәйефе, үҙбаһаһы өсөн был ҙур әһәмиәткә эйә – түштәр матурлыҡ, һаулыҡ билдәһе бит. Юғары технологиялы медицина ярҙамы программаһы сиктәрендә техник яҡтан ҡатмарлы ул операция бушлай башҡарыла.
Ләкин Рәсимәнең артыҡ ауырлығын, юғары ҡан баҫымын, шәкәр диабетын иҫәпкә алып, йәнә бысаҡ аҫтына ятыу организм өсөн ҙур һынау буласағын аңлатырға, кире һүрергә тырышам. Тик уның ныҡышмалығына ҡаршы торор көс юҡ ине.
– Мин кешеләр араһында эшләйем. Улар янында, ирем алдында матур булып килә ҡалаһым! Мин – ҡатын-ҡыҙ!
Операция һигеҙ сәғәт дауам итте. Наркоздан айнып, күҙҙәрен асҡан Рәсимә былай тине: «Мин яңынан матур! Мотлаҡ бәхетле буласаҡмын. Рәхмәт һеҙгә!» Бындай минуттарҙа бөтә арыуҙар юҡҡа сыға. Шул һүҙҙәрҙе әйткән ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә үҙебеҙҙе лә бәхетле тоябыҙ.
Альмира КИРӘЕВА яҙып алды.



Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook