Башҡортостан Ҡыҙы

Тән һәм йәндәй бер бөтөн

«Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» – әле икенсе генә йыл билдәләнеүсе йәш милли байрамыбыҙ – Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан ойошторолған республика асыҡ конкурс-фес­тивале шулай тип аталды һәм яҙ миҙгеле саҡ башланып торғанда баш ҡалабыҙ уны тантаналы йомғаҡлау ҡорона йыйҙы. Халыҡ һәм тел төшөнсәләрен, тән менән йән бер бөтөн булған кеүек, айырып ҡарау мөмкин түгеллеген, глобалләшеү шарттарында, телебеҙ яҙмышы өсөн мөһим дәүерҙә уны күҙ ҡараһылай һаҡлау тап ғаиләгә йөкмәтелеүен йәнә һәм йәнә милләттәштәребеҙ йөрәгенә еткереүҙе маҡсат итте ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы. Сара башында республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү хаты уҡып ишеттерелде, унда телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә ҡәҙерле ҡараш тәрбиәләүҙә ғаиләнең ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Башҡортостаныбыҙҙа иғлан ителгән Ғаилә йылында ғаилә ҡиммәтен данлаусы рухлы ваҡиғаларҙың береһе булараҡ иҫтә ҡалыр был байрам.

Район-ҡалалар буйынса иң-иңдәр тип табылған ун ғаилә мәркәзебеҙҙең төп тамаша һарайында – «Башҡортостан» дәүләт концерт залында сығыш яһап, дан-хөрмәткә күмелде. Улар араһында урындар билдәләмәйенсә, барыһының да номинациялар буйынса бүләкләнеүен зал тулы халыҡ алҡышлап ҡабул итте. Сөнки ғаиләләрҙең һәр береһе милләтте милләт итеүсе йолаларыбыҙҙы, күңелебеҙ, зиһенебеҙ, рухыбыҙ сағылышы булған телебеҙҙе, моң һәм һүҙ хәтерен киләсәк быуынға йәдкәрҙәй тапшырыуҙы мөҡәддәс бурыс күреүе менән оло ихтирамға лайыҡ ине.

Быуындар сылбырының мәңге өҙөлмәҫлеген дәлилләп, сәхнәгә саҡ тәпәй баҫҡан бәпәйҙәр менән бергә туҡһанды ҡыуған өләсәйҙәр һәм олатайҙарҙың да сығыуы таң ҡалырлыҡ күренеш булды. Баймаҡтан килгән Роза инәй: «Ауылымдың урамын көн дә ике урайым, һикһән бер генә йәштәмен, ниңә мин ҡарт булайым?» – тип, йөрәк гел йәш ҡалыуы хаҡында таҡмаҡлаһа, Хәйбуллала ғүмер итеүсе һикһән ике йәшлек Еҙбикә өләсәй өсө яңы тулған бүләһе менән: «Тыуған илем гөл баҡсаһы, үҙем башҡорт балаһы!» – тип өҙҙөрөп тыпырҙатты, уның йәштәше – Миәкә аҡһаҡалы Сәлих олатай ҙа, йәштәрҙән дәртлерәк баҫып, киң сәхнәне дер һелкетеп бейергә төштө. Благовещендан биш йәшлек Әмирҙең: «Мин – Әмир! Мин башҡортса һөйләшәм! Ә һин?!» – тигән һорау ҡатыш оранынан балалары, ейәндәре әсә телендә һөйләшмәгән өлкәндәр һиҫкәнеп, бурҙаттай ҡыҙарып ултырырға мәжбүр булғандыр.
Фестивалдәге иң бәләкәй бала – йәш ярымлыҡ Айназдың, иртәнге биштән тороп, оҙон юл үтеп, көнө буйы аяҡ өҫтө булһа ла, ата-әсәһе янында һис мыжымай, егеттәрсә ныҡлыҡ менән үҙ сығышын көтөп йөрөүе һоҡландырҙы. Йылайырҙа йәшәүсе Айгөл һәм Илфат Такаловтарҙың биш балаһы араһында иң төпсөгө ул. Тиҫтә йылдан ашыу республиканың төрлө фестивалдәрендә ҡатнашып, танылыу яулаған Такаловтар был юлы матур ғаилә тормошон сағылдырған «Бәхет ҡошсоҡтары» тигән дәртле бейеү алып килгән. Осоп ҡуныусы «йәш әтәстәр» булып бейегән малайҙары, «себешкәй»-ҡыҙҙары янына «тауыҡ»-әсәй менән «әтәс»-атай ҙур йомортҡа алып сыға. Шул йомортҡа эсенән, һары себеш һымаҡ тәгәрәп, Айназ пайҙә булмаһынмы! Такаловтарҙың татыу ғаиләһе «Ишле ғаилә – ил күрке» тигән номинацияла билдәләнде. Ҡалған туғыҙ номинация буйынса бүләктәр алған ярышсыларҙың да илһөйәрлек, ерһөйәрлек менән һуғарылған сығыштары күңелдәрҙә ғәм һәм сәм ҡуҙғытырлыҡ ҡөҙрәткә эйә ине.

Баймаҡ районынан Гөлдәр һәм Руслан Ҡотоевтар («Буранбайҙың йырсы вариҫтары»), Әбйәлилдән Гөлйөҙөм һәм Рәмил Вәлиевтар («Ергә ереккән, илгә береккән»), Иглиндан Римма һәм Шайморат Тимербулатовтар («Таштан йүкә һуйыр булдыҡлы ғаилә»), Сибай ҡалаһынан Зөбәржәт һәм Шамил Күсәмешевтар («Йола тотҡан яҙлыҡмаҫ»), Стәрлебаштан Фирүзә һәм Флорид Иҫәнсуриндар («Ижад ҡомарлы, маҡсатлы ғаилә»), Благовещен ҡалаһынан Зифа һәм Илшат Байморатовтар («Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух»), Мәләүез районынан Флүрә һәм Фәйез Бикташевтар («Илдә илле, һәр береһе елле»), Хәйбулланан Әлфиҙә һәм Ғәлимйән Ултраҡовтар («Ҡот ҡундырыр әүҙемлек»), Миәкәнән Нәсимә һәм Ғәзинур Шәйәхмәтовтар («Берҙәм өйҙә бәрәкәт бар») – был аҫыл ғаиләләрҙең һәр ҡайһыһы ялҡынлы тамаша бүләк итте.

Тантанала йолаларыбыҙҙың иң күркәмдәренән һаналған ҡолаҡ тешләтеү, һырға туйы, әйтеш күрһәтелде, интернет буйынса иғлан ителгән видеояҙмалар, фотоһүрәттәр конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде һәм... өр-яңы ғаилә барлыҡҡа килде: Илшат тигән ғашиҡ егет бар ғәләм алдында үҙенең һөйгәне Гөлдәргә сәскәләр һәм балдаҡ бүләк итеп, ғүмер юлын бергә үтергә тәҡдим яһаны...

Бала йәнле халҡыбыҙ өсөн борон-борондан ғаилә – иң ҙур байлыҡ, тормош асылы. Шул хәтерҙе яңыртыу, көсәйтеү, милләттең тере күңеле булған туған телде иң элек ғаиләлә ололау беҙҙе ялған ҡиммәттәрҙән, афәттәрҙән ҡурсалар. Байрамда һирпелгән был хистәр һәм уйҙар, әйтерһең, тереһыу...
Альмира Кирәева.
Александр Данилов фотолары.


Тән һәм йәндәй бер бөтөн
Тән һәм йәндәй бер бөтөн
Тән һәм йәндәй бер бөтөн
Тән һәм йәндәй бер бөтөн
Тән һәм йәндәй бер бөтөн
Тән һәм йәндәй бер бөтөн
Тән һәм йәндәй бер бөтөн
Тән һәм йәндәй бер бөтөн
Тән һәм йәндәй бер бөтөн


Теги: Ғаилә





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook