Башҡортостан Ҡыҙы

Зөләйхалар булды йыйын күрке

Зөләйхалар булды  йыйын күрке Башҡорт һымаҡ батырҙары рухын азатлыҡ, иманға ынтылыш идеяһына тиңләп, күңелендә пәйғәмбәрҙәй итеп йәшәткән башҡа халыҡ бармы икән Ер йөҙөндә? Башҡортостан гербын биҙәгән Салауат Юлаев һынында халҡыбыҙҙың тарихы ғына түгел, асылы ла, күңел торошо ла, хыял-өмөтө лә сағыла. Салауат һүҙе генә лә ғәййәр көскә эйә. Юҡҡа ғынамы ни, оҙаҡ йылдар дауамында был исем тыйыу аҫтында булған. Бөгөн Салауат исеменә бәйле йолалар араһында иң мәртәбәлеһе, әлбиттә, Салауат йыйыны. Һәр күренеше халыҡ хәтерен тертләтер ҡөҙрәт менән һуғарылған был байрам быйыл унынсы тапҡыр үткәрелде.

Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Салауат районы хакимиәтенең тырышлығы менән уҙғарылды мәртәбәле байрам. Ул батыр исемен йөрөткән баһадир ир-егеттәребеҙҙе бер таҡтаға йыйған «Исемем Салауат» тип аталған парад, иң таһыл һәм һәләтле азаматтарҙы асыҡлаған «Батырҙар тоҡомо» бәйгеһе, тәү тапҡыр башҡорт этнотөркөмдәрен бер май­ҙанға туплаған «Егерме лә ике йәшендә…» конкурсы, «Көмөш өҙәңге» исеме аҫтында үткән оҫталарҙың ҡул эштәре, сувенирҙар күргәҙмәһе, Салауат Юлаев премияһы лауреаттарының концерты һәм башҡа бик күп саралар арҡылы хәтерҙә ҡалды.

Йыйын сиктәрендә гүзәл ҡыҙҙарыбыҙ, һыу һөлөгөләй егеттәребеҙ араһынан иң-иңдәрен һайлау йолаһы электән килә. Бәйгеләрҙең нескә зат­тарға тәғәйене бығаса «Сая ҡыҙҙар» тип атала ине. Бигерәк тә гүзәлдәрҙең һыбай ярышыуы, байрамға күркәмлек һәм мәғәнә өҫтәп, башҡорт һылыуҙарының борон-борондан усаҡ һаҡсыһы ғына түгел, ә йәмғиәттә ир-егеттәр менән тиң хоҡуҡлы һәм дәрәжәле булыуын тағы бер иҫкә төшөрөүе менән дә ҡиммәтле ине. Быйыл бәйгегә үҙгәрештәр ҙә индергәндәр. Уның күнегелгәнсә булмауы кемдәрҙелер кө­төлгән күңел байрамынан мәхрүм итер һымаҡ та ине. Ләкин тормош бер төрлөлөктән генә тормай, тәбиғәттә бөтә нәмә лә үҙгәреш, яңырыу кисерә. Шуға йәштәр араһындағы бәйгеләрҙә яңы талаптар ҡуйылып, бығаса иғтибар етмәгән, күләгәлә ҡала килгән милли үҙенсәлектәребеҙҙе күҙ уңына алыу байрамды яңыса балҡытып ебәрҙе. Ул күптәр күңелендә бәхәстәр уятып, артабанғы ижади эҙләнеүҙәргә, яңы ғәмәлдәргә тотонорға мәжбүр иткәндер, тип уйлайым.
Зөләйхалар булды  йыйын күрке
«Йыйын сиктәрендә республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан тәҡдим ителеп, дәүләт грантына эйә булған «Йор Үҙән» этнофестивале лә үткәс, һәр һылыу үҙ төбәге үҙенсәлектәрен күрһәтһен, тигән маҡсат ҡуйылғайны, – ти байрамдың координаторы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, – шуға ла, «Йөҙөк ҡашы – Зөләйха», «Көмөш өҙәңге» тип аталған, бөтөнләй икенсе форматтағы бәйгеләр иғлан ителде. «Йөҙөк ҡашы – Зөләйха» конкурсының финалына сыҡҡан ун дүрт һылыу үҙ яғында тыуған йыр, бейеү, бәйет, ҡул эштәрен, шул яҡҡа ғына хас милли кейем өлгөләрен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы».

Халҡыбыҙ – ырыуҙарға, ырыуҙар араларға бүленеп, аралар тағы ла зат-заттан тора. Йолаларҙағы, телдәге, донъя көтөүҙәге үҙенсәлектәр – мәҙә­ниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ байлығын билдә­ләүсе аҫыл хазина. Салауатҡа тиң Зөләй­халай булырға ынтылған һылыуҙарыбыҙ сәхнәләге сығыштары аша халҡыбыҙҙың ҙур тарихлы, тәрән мәҙәниәтле милләт икәнлеген тағы бер ҡат иҫбатланы.

Бәйге үткәс, Интернет селтәрендә, ҡыҙҙарҙың бәғзеләре башҡортҡа хас булмаған кейемдә булды, тип ғәйеп ташлаусылар ҙа осраны. Эйе, көньяҡ-көнсыѓыштағы ырыуҙаштарыбыҙҙың кейеме рәсми башҡорт милли кейеме итеп танылған. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеү ансамбле артистары баштан шуларҙа сығыш яһаған, хәҙер ҙә барлыҡ тиерлек сәхнә кейемдәре шул өлгөләр нигеҙендә тегелә. Ул кейемде бүтән бер милләттеке менән дә бутап булмай. Хатта төрки халыҡтар араһында ла беҙҙең кейемдәр сағыулығы, бөхтәлеге һәм зауыҡлығы менән айырылып тора. Сит илдәрҙә башҡорт кейемендәге артистар менән фотоға төшөргә, ҡамсат бүркен кейеп ҡарарға тырышалар. Ләкин был башҡорттоң башҡа милли кейеме булмаған йә булырға тейеш түгел, тигәнде аңлатмай. Сөнки хатта бер ырыу эсендә лә ҡатламға, йәшкә ҡарап төрлөсә кейенгәндәр. Кейәүгә бармаған ҡыҙҙыҡы йәш ҡатындарҙыҡына оҡшамаған, олораҡтарҙың үҙенә генә хас кейенеү йолаһы һаҡланған. Йәнә матди хәлгә ҡарап та айырмалыҡтар булған. Урман башҡорттарының кейемендә, тире, күн мулыраҡ ҡулланылһа, ялан яҡтыҡылар үҙҙәре һуҡҡан киндер, кесерткән һәм етен туҡымаларға өҫтөнлөк биргән. Тәбиғәт шарттары кешеләрҙең холҡонда, тышҡы ҡиәфәтендә, йәшәү рәүешендә лә сағылыш тапҡан. Унан тыш, көндәлек һәм байрам кейеме тигән төшөнсә бар. Ишембай һылыуы Ынйы Абдуллина күрһәткән тархан ҡатыны кейеменә, бигерәк тә башындағы осло торҡаһына, юрматылар үҙҙәре әйткәнсә, туйыс-бүреккә сәйерһенеп ҡараусылар булды. Ул да күктән алынмаған, уйлап сығарылмаған. 1812 йылғы һуғышта ҡатнашыусы башҡорттарҙың Европа музейзарында күпләп һаҡланған гравюраларҙағы һын-ҡиәфәтенә иғтибар итһәгеҙ, башҡорт һыбайлыларының бейек, ослайып торған кейеҙ башлыҡтарҙа булыуын күрерһегеҙ. Тархандар хәрби ҡатламға ҡараған һәм бындай төр баш кейемен тап тархан ҡатыныныҡы, тип билдәләүҙәре лә шунан киләлер. Асылда боронғо төрки халыҡтарҙың, тимәк, башҡорттарҙың да, баш осондағы энергия үҙәген һаҡлау өсөн торба, торҡа һымаҡ осло башлы, бейек баш кейеме лє йөрөтөүе билдәле. Ислам дине ундай башлыҡтарҙы тыйыу сәбәпле, беҙҙең халыҡта улар юғала яҙған. Ә бына һаман да тәңреселеккә табынған саха, тыва, алтай һәм башҡа халыҡтарҙа, христиан диненә күскән сыуашта ул төр кейем һаҡланған. Халҡыбыҙҙың дингә, иманға ныҡ етди ҡарауынан килә был. Өзләү хаҡында яҙған бер мәҡәләмдә лә ошоға оҡшаш мәсьәләне асыҡлап киткәйнем, ислам дине ингәс ул да беҙҙә яйлап юғалыуға табан киткән, сөнки өзләү – шамандарҙың ритуал башҡарғандағы төп ярҙамсы ҡоралы. Шамандар эшмәкәрлеге тыйылғас, өзләү ҙә онотола яҙған. Ә тәңресе тыва, саха һәм башҡаларҙа ул артабан үҫеш алған. Исламда һаналып та, күп йолаларын тәңреселеккә лә таянып башҡарған, хатта байраҡтарында ла Тәңре тамғаһы – ялбыр ҡояш төшөрөлгән ҡырғыҙ­ҙарҙа, мәҫәлән, ундай осло баш кейем­дәре әле лә киң ҡулланыла.
Зөләйхалар булды  йыйын күрке
Ҡыйғы, Балаҡатай, Ҡариҙел, Салауат, Нуриман районынан килгән һылыуҙарыбыҙҙың өҫ кейемдәрендә шул яҡҡа ғына хас тамбурлы сигеү өлгөләре өҫтөнлөк иткєнен күрґек. Ҡариҙел районы Урғыш ауылында йәшәүсе Шәмсикамал әбейҙең һандығында һаҡланып ҡалған, ике йөҙ йыл самаһы элек тегелгән күлдәк өлгөһөн Хәлил ауылы һылыуы Алһыу Мөбә­рәкова кейеп сыљты. Был кейем өлгөһө хаҡында «Салауат йыйыны» проектыныњ идеяћы авторы, төрлө ырыу кейемдәрен һаҡлап ҡалыу буйынса ҙур эш алып барған, ерле үҙенсә­лектәрҙең ҡиммәтен аңлап, ошондай төрлө саралар, бәйгеләр үткәреү идеяларын тормошҡа ашырыуға көсөн йәлләмәгән Гөлгөнә Баймырҙина: «Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән балыҡсы ырыуы башҡорттарының көндәлек тормоштаѓы кейә торған ҡатын-ҡыҙҙар кейеме өлгөһө был. Биҙәктәренә кил­гәндә: ҡара – уңдырышлы ҡара ерҙе, ҡараһыу күк – Ҡариҙел йылғаһын, йә­шел – урманды, ҡыҙыл төҫ емеш-еләккә бай тигәнде аңлата. Ул бала имеҙеү өсөн яраҡлаштырылған, түште ҡаплап торған ялпылдаҡ япмаһы булыуы менән дә үҙенсәлекле. Бәләкәй бєпесе булған ҡатындар өсөн хәҙерге заман модаһы ла тап шундай япмалы кейемдәр тәҡдим итә», – ти. Был күлдәкте «йәш балалы килен күлдәге» тип атаһаҡ та дөрөҫ булыр, моғайын. Тағы ла Алһыуҙың баш кейеменең түбә өлөшөндәге туҡы­ма эсенә туҙ һалып тегелеүе энергия үҙәген һаҡлау өсөн эшләнгән.

Бәйгеселәргә кем затынан булыуҙарын күрһәтер өсөн үҙҙәрен ни бары тәбиғи тотоу кәрәк ине. Әйткән­дәй, сәхнәлә йыш ҡына билдәле йондоҙҙарға оҡшарға тырышыу, уларҙың ҡыланыштарын ҡалып итеп алыу ҙа осрай. Зөләйхаларға рәхмәт, улар ихласлығы менән алдырҙы. Һылыуҙарҙың һынына, үҙҙәрен тотошона, тауышына ҡарап, ҡайһы ырыуҙан икәндәрен сырамытып ултырҙыҡ.

Ынйы Абдуллинаның түңәрәк ҡуңыр йөҙө, сикә соҡорайтып, аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайыуынан уҡ Юрматынан икәнен аңғараһың. Ынйы әсәһе менән атаһының тыуған ауылдары хаҡында һөйләгәндә: «Маҡарға ниндәй генә килмешәк барһа ла, уны яҡшылап ҡаршы алғандар, ҡунаҡ иткәндәр, әле лә шулай, ә Ғүмәр ауылында күберәк ең һыҙғанып эшләүселәр күп, тип көлә олатайым, бына бит кешеләрҙең генә түгел, ауылдарҙың да үҙ холҡо, үҙ йөҙө бар» – тине.

Балаҡатай ҡыҙы Физалиә Ғәлиуллинаның, Межгорьенан Ғәлиә Вәлиеваның нескә, әммә ышаныслы хәрәкәттәрендә лә ҡатайҙар холҡо сағыла. «Ҡатай ҡыҙҙары ҡыҙыл төҫ ярата, күлдәгенә өс балитәк, һаҡалына өс рәт тәңкә һала» – ти Ғәлиә. «Ҡыҙыл – башҡорт ҡыҙҙарының иң яратҡан төҫө, борон туй күлдәге лә шул төҫтә булған», – тип йөпләй уны Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы ла. Мәләүездән килгән моңло Дилбәр Ғиззәтуллинаның сәхнәгә төҙ баҫып сығып, батырҙарса ҡыйыу тауыш менән һүҙ башлап ебәреүе булды, уның атаҡлы ла, айбарлы ла Тамара Ғәниева һәм Тәнзилә Дәүләтбирҙиналарға ырыуҙашлығына, тамырҙарында яугир ҡыпсаҡ ҡаны ағыуына тамсы ла шик ҡалманы. Илештән Наилә Йосопованың ҡылҡумыҙҙа уйнауында сал далаларын буйлаған данлы йәнәй, гәрәй, ҡырғыҙ башҡорттары батырҙарының һай-һайлап үтеүе, ат тояҡтары тауышы ла ишетелгәндәй булды.
Туғыҙ ауыл Тырнаҡлының
Биҙәге кейемемдә.
Хас та Тырнаҡлыса итеп,
Йырлармын, бейермен дә! –
тип таҡмаҡ әйткән, һарыҡай әйле һылыуы Луиза Ғилметдинованың «Сыңрау торна» йырын һайлауы осраҡлы түгел. Ырыуҙаштарының йыш ҡына ихтилалдарға беренсе күтә­релгәнен, ерҙәренә иҫәпһеҙ заводтар, шахталар төҙөп, урыҫ крепостнойҙарын күсереп, үҙҙәрен дә суҡындыра башлағас, бихисап әйле ҡатындарының динен һатмаҫ өсөн үҙен-үҙе юҡ иткәнен тарихтан беләбеҙ. «Сыңрау торна» яңғырағанда ана шул әрнеүҙәр, иңрәүҙәр хәтерҙе һиҫкәндерҙе. Луиза – Ҡыйғы районы Мөхәммәт ауылы ҡыҙы. Уның ҡарт олатаһы Йәрмөхәмәттең тирмәһе алдында Ҡараһаҡалды халыҡ яу башлығы, хан итеп һайлап, аҡ балаҫҡа баҫтырған. Ҡараһаҡал шунда ошо ерҙә Мөхәммәт тигән ауыл буласаҡ, тигән. Данлы нәҫелдең көслө рухы быуындан быуынға күсеп, шулай һаҡланып килеүе – үҙе ғорурлыҡ.

«Яугир ҡыҙ» тигән йырҙы һайлаған Салауат районы Әлкә һылыуы Илүзә Ҡәнипованың сығышын ҡарағанда, Салауат батырыбыҙҙың ћөйөклө Зөлєйхаћына баѓышланѓан шиғыр юлдары тап уға арналған һымаҡ тойола. Илүзәнең айҙай яҡты йөҙөнә ҡарап, данлы шайтан-көҙәй ерендә батырҙарҙы рухландырыр Зөләйхалай һылыуҙар әле лә бар икәненә инанаһың. «Ошондай бәй­геләр күберәк ойошторолһон ине, уларҙан һуң дәрт-дарман өҫтәлә, рух күтәрелә, башҡорт ҡыҙы булыу үҙе күп нәмәгә бурыслы итә икәнен аң­лайһың», – ти һылыу.

Зөләйхалар булды  йыйын күрке Салауат батырыбыҙҙың тағы ла бер ҡәүемдәше, бүләкәй-көҙәй ырыуынан Лилиә Фәтҡуллинаның кейеме тәү ҡарашҡа Илүзәнеке менән бик оҡшаш. Әммә сигеүле алъяпҡыстың беселеше икенсерәк булыуы, ҡашмауы өҫтөнән тарттырып яулыҡ ябыныуы уларҙың бер ырыу булһа ла, ике араға ҡарауын аңғарта. «Өршәк буйҡайҙары» тип йырлап, «Өршәк һылыуы» бейеүен башҡарған меңле-меркет һылыуы Фирүзә Залилова ла Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылы ҡыҙҙарына хас байрам һәм көндәлек кейем өлгөләрен алып килгән. Асылыкүлем, тип өҙөлгән Дәүләкән һылыуы Гөлнара Тәүлейәрова ла меңлегә ҡарай. Ул иһә Дим буйын төйәк итеүсе ырыуҙаштарының байрам күлдәген тәҡдим итте. «Оҙонлоғо – тыйнаҡлыҡҡа, тәңкәләренең самаһы матди хәлгә ишара», – тип тәфсирләне ул күлдәген.

Зөләйхалар булды  йыйын күрке Архангел районы Тәүәкәс ауылынан килгән ҡумырыҡ-табын ҡыҙы Эльмира Аҫылбаева ла үҙ төбәгенә хас йәш килендәр кейгән көндәлек һәм байрам өсөн ҡыҫҡа бишмәт менән балитәкһеҙ күлдәктәрҙә, маңлай өлөшө тәңкәләр менән биҙәлгән француз яулығында сыҡты. Күлдәктәрҙең береһе Аҙау ауылында йәшәгән Фазила инәһенең ҡәйнәһенән ҡалған. «1888 йылда тегелгән, бик боронѓо был өлгөнө беҙ Өфөлә яңыртып алдыҡ, камзулын да реставрацияланыҡ. Бындай күлдәккә ҡата килешә ине, ти әбейҙәр, ә ҡата үҙе мотлаҡ ойоҡ өҫтөнєн кейелгән. Ҡата өлгөһөн тапманым әлегә. Элек ҡумырыҡ-табын ырыуы гүзәлдәрен башҡа табын ҡыҙҙарынан теркәмә айырып торған. Теркәмә – ул яға сылбыры — муйынға кейелә торған биҙәнеү әйбере, ҡиммәтле таштар менән биҙәлеп, сылбыр рәүешендә биш тармаҡлы итеп эшләнгән», – ти Эльмира, ҙур ғорурлыҡ менән.
Зөләйхалар булды  йыйын күрке Хәйбулланан Гөлшат Ишкилдина үҫәргән ҡыҙҙарының оҙон еләнендә ҡайындан да һомғол күренде. Уның рухындағы далалар иркенлеген, күктәр бейеклеген тоймау мөмкин түгел ине. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Гран-приға лайыҡ булып, бүләккә ҡашмау алған, Стәрлетамаҡтан килгән бейеүсе ҡыҙ Регина Салауатова юрматыларҙа бай ҡыҙы ҡашмауының кәләпүш һымаҡ түгел, ә кәпәс ише лә тегелеүен күрһәтте. Уның тамғалы нағыштары ла үҙенсәлекле ине. Тағы бер сығышында ул, яугир тархан ҡыҙының кейемендә сығып, ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән, «тартма» тип аталған баш кейеменә аҙашҡанда юл күрһәтеүсе өс мәрйен баҫылғанлығы хаҡында һөйләне. Бәрхәт күлдәк, күн камзул менән осло башлыҡ айырыуса килешле күренде.

Хәҙер күп кенә дизайнерҙар этностиль менән мауыға. Уларҙың милли кейемдән алынған деталдәр, нағыштар менән байытып теккән костюмдары менән милли кейемде бутарға ярамай. Әммә стилләштереүҙең дә ыңғай яҡтары бар, ул заманса сәхнә һәм байрам, шулай уҡ көндәлек кейемдәрҙә үҙебеҙ­ҙең орнаменттарҙы, милли биҙәктәрҙе ҡулланырға мөмкинлек бирә, боронғо нағыштарға, тамғаларға, өлгөләргә яңы ғүмер бүләк итә. Ҡыҙҙарҙың күбеһе үҙ ырыуҙарына хас кейемдәрҙән тыш, милли стилдәге күлдәктәр ҙә алып килгән ине. Уларын йырларға, бейергә сыҡҡанда кейҙеләр. Бигерәк тә Физалиә Ғәлиуллинаның һыбайлылар бейеүен башҡарғандағы, Илүзә Ҡәнипованың ҡумыҙ уйнарға сыҡҡандағы салбарлы кейемдәре тамғалар һалып тегелеүе, сағыулыҡтары менән хәтерҙә ҡалды. 

Өҫтәрендәге бишмәттәр, еләндәр, камзулдар, ҡашмауҙар, иҙеүҙәр уларға шул тиклем килешә, ҡыҙҙарҙы тағы ла гүзәлерәк, илаһийыраҡ итә. Күҙгә – байрам, йөрәккә ял ғына инде. Шул тиклем матурлыҡ, маһирлыҡ, нәзәкәтлелек ара­һынан кемделер айырып алыу, урындар билдәләү баһалама ағзаларына еңел бирелмәне. Сөнки уларҙың береһе лә осраҡлы эләкмәгән, үҙ төбәгендә иләктән үтеп килгән. Баһалама ағзалары рәйесе, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева: «Зөләйхалар бер нисә ай алдан, бик ентекле һайлап алынды. Билдәле сәнғәт әһелдәре тарафынан сәхнәлә үҙҙәрен нисек тотоу, уңышлы яғын ҡабартыбыраҡ күрһәтеү, ҡайһы яҡҡа иғтибар йүнәлтеү кәрәклеге буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә алдылар. Әйтергә кәрәк, берәү ҙә сәхнә кешеһе булып тыумай. Ҡара тир түгеп, тәжрибә аша килә йондоҙ булып балҡыу оҫталығы. Гүзәлдәр һәр сығышында үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә талант итеп күрһәтергә тейеш ине. Бәйге булғас, еңеүселәр һәм еңелеүселәр була. Уңыш үҙенә ышанған, дәрте һәм эске балҡышы менән арбағандарға йылмайҙы. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, һәләтле һәм өмөтлө. Тик өлгәшелгәндәрендә туҡталып ҡалмаһындар, милләтебеҙҙең ғорурлығы, йөҙөк ҡашы булып балҡыуҙарын, үҙҙәрен үҙҙәренә һәм башҡаларға асыуҙарын дауам итһендәр ине», – тиеп, зөләйхаларға киләсәктә лә ҙур өмөт бағланыуын аңғартты.

Призлы урындар тапшырылды, номинациялар билдәләнде. Сәхнәне шау гөллємәләй биҙәп торған, Зөләйха рухын аңларға, йөрәгенә һеңдерергә тырышҡан йәш кенә талсыбыҡтай һылыуҙарыбыҙға ҡарап, күңелдә өмөтлө уйҙар йүгерә. Һәр береһенең ата-бабаһы, нәҫелем үҙ ерендә ғүмер итһен, тип йәнен аямағандыр, Салауаттай батырҙары аманатына тоғро булғандыр, инәй-өләсәйҙәре балаларына туған телен, йолаларын өҙмәй тапшыра килгәндер. Шул ҡаһарманлыҡтарҙың һөҙөмтәһе лә булып баҫып тора бит ҡыҙҙар бөгөн! Үҙҙәре шуны аңлаһын, тойһон ғына! Нәҫел сылбырҙары өҙөлмәһен, һәр береһе башҡортҡа заттарын данлар улдар, бер көн килеп ағинәй булырҙай ҡыҙҙар бүләк итһен ине! Быуаттар буйы теҙелә килгән затлы нәҫелдәренә нөктә ҡуйып түгел, дауам биреп, салауаттарҙы илһамландырыр зөләйхалар булып йәшәһендәр!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Салауат районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook