Башҡортостан Ҡыҙы

ЙӘШЛЕК – ҮҘЕ МАТУРЛЫҠ

ЙӘШЛЕК – ҮҘЕ МАТУРЛЫҠЙәмле яҙ тормошобоҙға яңы һулыш алып килә, дәртләндерә, илһамландыра, ҡанатландыра. Йыл да ҡабатланып тороуына ҡарамаҫтан, беҙ уны һәр саҡ ашҡынып, ниндәйҙер мөғжизәгә ышанып көтәбеҙ.Тәбиғәттә тереклек тантана иткәндә күңелдәр ҙә наҙға, нәфислеккә, камиллыҡҡа ынтыла. Юҡҡа ғына һәр төрлө матурлыҡ бәйгеләре тап ошо көләс миҙгелдә үткәрелмәйҙер. Март аҙағында баш ҡалабыҙҙың Актерҙар йорто сәхнәһендә үткән «Урал аръяғы гүзәле – 2016» республика конкурсында ла, Яҙһылыуҙың һынланышы булып, ете һылыуҡай сибәрлектә, тапҡырлыҡта көс һынашты.

...Бәйгеселәрҙең барыһына ла төрлө номинацияларҙа еңеүсе таҫмаһы, бағыусылар әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Лилиә Мирхәйҙәрова – «Яҙ һылыуҡайы», Сөмбөл Ҡотлошина – «Мисс-Һомғоллоҡ», Ильвина Шәкирова – «Мисс-Зирәклек», Аделина Вәлиева «Талантлы һылыуҡай» булып танылды. Өҙә баҫып бейеүсе Әлиә Әбдрәшитова менән Карина Сәлмәнова беренсе һәм икенсе урындарҙы бүлеште.
ЙӘШЛЕК – ҮҘЕ МАТУРЛЫҠ
Сая рухлы Әлиәгә «Башҡортостан ҡыҙы» журналының махсус бүләге лә тапшырылды, уның менән киләһе һандарыбыҙҙың береһендә яҡынданыраҡ таныштырырбыҙ әле. Ә быйылғы бәйгенең еңеүсеһе исеменә Салауат районы һылыуы – Башҡорт дәүләт медицина университеты студенткаһы Гөлшат Манапова лайыҡ булды. Уға еңеүсе тажын 2015 йылғы «Урал аръяғы гүзәле» Диана Аҡбутина кейҙерҙе...

...Әлбиттә, бәйгелә ҡатнашҡан ете гүзәлдең һәр береһе үҙенсә матур, талантлы, ҡабатланмаҫ ине. Тормошта ла шулай ерҙе йәмләр яҙғы гөл-сәскәләр кеүек балҡып йәшәргә яҙһын уларға!..
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook