Башҡортостан Ҡыҙы

Апайлы-һеңлеле ҡорған бәрәкәтле донъя

Апайлы-һеңлеле ҡорған бәрәкәтле донъя
«Был ике тыйнаҡ һылыу үҙҙәренең ниндәй дәрәжәләге оло эштәр атҡарғанын төшөнөп тә бөтмәйҙер тип уйлайым», – ти жюри рәйесе, Рәсәй дәүләт китапханаһы генераль директоры Виктор Федоров «Деловой Мир Башкортостана» гәзите етәкселәре Ләлә Әйүпова менән Резидә Бикҡоловаға «Матбуғаттың алтын фонды-2006»ның Алтын билдәһен тапшырғанда. Улар, әлбиттә, был хаҡта белмәй түгел, белә, тик ҡысҡырып һөйләп йөрөүҙе кәрәк тип һанамай. Эске көс һәм тыныслыҡ сағылышы булған тыйнаҡлыҡ һәм таштар ярыр тәүәккәллек – ҡапма-ҡаршы ошо сифаттар бергә үрелеп, уларға тырышлыҡ ҡушылғанда, хайран ҡалырлыҡ уңыш көтөүен апалы-һеңлеле икәү – республикалағы эшлекле гәзиттең генераль ди­ректоры Ләлә Әйүпова һәм баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Резидә Бикҡолова яҙмышында күрергә мөмкин.


... Ләлә һәм Резидә Әҙһәм ҡыҙҙарының ғүмер дәфтәрҙәре был өлкәләге башҡа уңғандарҙыҡынан әллә ни айырылмаҫ ине, моғайын.
...Үҙгәрештәр еле ҡағылып, радиолағы үҙе эшләгән мәғлүмәт-реклама үҙәге тарҡатылғас, Ләлә ханым уйға ҡала: радиола тауыш операторынан реклама тапшырыуҙарын эфирға сығарыу буйынса яуаплы мөхәррир вазифаһына тиклем юл үтеп, егерме алты йыл эшләү осоронда тупланған оло тәжрибә менән ни ҡылырға? Яратҡан эшенән башҡа үҙен күҙ алдына килтермәгән Әйүпова, оҙаҡ аптырап тормай, видеофильмдар, видеороликтар төшөрөүсе ойошма асып ебәрә...

…Гәзит етәкселәре илебеҙҙәге генә түгел, халыҡ-ара кимәлдәге күргәҙмәләрҙә Рәсәй, Баш­ҡортостан иҡтисадын танытыуға үҙ өлөшөн һалыуҙы маҡсат итә. Әлбиттә, ул форумдарҙа «Деловой Мир Башкортостана» ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Партнер булырҙай сит ил ойошмалары менән яҡындан танышһындар тип, Резидә һәм Ләлә Әҙһәм ҡыҙҙары эшлекле кешеләр өсөн хатта бер нисә бизнес-тур ойошторған. Гәзит ярҙамында ситтән тороп Ҡытайҙағы, Төркиәләге, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге, Франциялағы һәм башҡа илдәрҙәге Сәнәғәт, Төҙөлөш, Нефть һәм газ форумдарында ҡатнашып, күп ойошмалар халыҡ-ара баҙарға сығыу мөмкинлеген алған...
Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.


Теги: Деловой Мир Башкортостана





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook