Башҡортостан Ҡыҙы

Ташта сәскә атҡан гөл

Ташта сәскә атҡан гөлЙән тартыуы, ҡәрҙәшлек тойғоһо булмаһа, аралашыу ҙа мөмкин түгелдер. Рушания ханым менән еңел генә танышып киттек. Истанбулда йәшәгәнен белгәс, унда юлым төшөүен әйттем. Килегеҙ, ҡаршы алырмын, хәлдән килгәнсә сәфәрегеҙҙә ярҙам итермен, тине. 16 миллион халыҡ йәшәгән, төрки донъяһында үҙенсәлекле мәҙәни һәм тарихи урындары, ләләләре менән дан тотҡан ҡаланы апрель айында күреүем онотолмаҫлыҡ хәтирәләр бүләк итте. Истанбул, сәскәләргә күмелеп, үҙенең мөғжизәүи ишектәрен асты. Татарстандың Сарман яҡтарында донъяға килгән Рушания Ғабдулхай ҡыҙы Алтай (Хәйруллина) яҙмышы аша Төркиәне таныным, уны сәйәхәтсе булараҡ түгел, ә унда йәшәүсе күҙлегенән тойомланым. «Иптәшем – башҡорт!» – тиеүе лә ҡыҙыҡһыныу уятты. «Кем ул, ҡайҙан?» – тигән һорауҙарым Рушанияның ире Ҡуршадтың атаһы 1916 йылда Ишембай ра­йоны Маҡар ауылында донъяға килгән, үҙен дворян титулына эйә Ҡарамышевтар нәҫеленән тип таныған Ахунйән Сафиуллинға алып барып тоташтырҙы. Бер ғаилә яҙмышы тотош ил, донъя тарихы биттәрен аҡтарырға, уйланырға, һығымталар яһарға мәжбүр итте.

Төркиәгә, белем алырға!
Әсәһенә 43 йәш тигәндә дүртенсе бала булып донъяға килгән Рушания Тәлғәт, Йәмил ағайҙарының хәстәрен тойоп үҫә, Дәриға апайына, егерме йәшкә оло булғанғамы, үҙе тыуғас та уҡырға киткәнгәме, ятһырап ҡарай. Шиғырҙар яҙған үткер ҡыҙыҡай Ҡаҙан дәүләт университетының журналистика бүлегенә уҡырға ингәс, радиоға ылыға, тапшырыуҙар әҙерләй башлай, телевидениеға ла саҡырыла. «Азатлыҡ» татар йәштәре ойошмаһы эшмәкәрлегенә килеп ҡушылғас, Төркиәлә уҡыу мөмкинлеген тәҡдим итәләр. Автобус менән Измирға юлланыуы, тәүге йылды тик тел өйрәнергә арнауы, уҡырға ингәс, кимәлде тағы ла күтәрергә кәрәклеген төшөнөп, баш баҫып шөғөлләнеүе, илде студент булараҡ яҡындан өйрәнеүе хаҡында тулҡынланып һөйләй.
Тамырҙары Башҡортостанға тоташҡан Ҡуршад менән ул измирле татар ҡыҙының туйында таныша. Егет хәрби бурысын тап ошо ҡалала үтәгәс, Зоңғулдаҡтан Измирға күсенә. Инженер һөнәрен үҙләштереп, донъяға, кешеләргә үҙ ҡарашы булған зирәк уҙаман Рушанияны ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ҡарар итеп, тимерҙе ҡыҙыуында һуға: «Сыҡ миңә кейәүгә!» – ти ул. Аҡ ебәктән туй күлдәге, алтын алҡа менән балдаҡтар, тағы әллә ниндәй затлы бүләктәр, тере сәскәләр менән биҙәлгән аҡҡош кеүек автомобиль, Төркиәлә йәшәргә ҡалыу ҡыҙыҡтырған тиһегеҙме Рушанияны? Нисәмә йыл эсендә илдең уңайһыҙ яҡтарын да белгән ҡыҙға күңел тартыуы, һөйөү хистәре, буласаҡ тормош юлдашы менән бер тулҡында тирбәлеү мөһимерәк була. Ҡуршад, тыуған илендә йәшәһә лә, атаһының һағыныуы һәр күҙәнәгенә һеңеп ҡалғандай, тәрән тетрәнеү ҡан аша күскәндәй тамырҙарын юҡһына. Рушания ла бик болоҡһой, үҙенең киләсәген тик Татарстанға бәйләй. Әммә һөйөү ялҡыны көслөрәк дөрләй. Ҡуршад туй сығымдарын, һөйгәненең ата-әсәһен Төркиәгә килтереү хәстәрен үҙ өҫтөнә ала. Рушания, был аҙымды үҙ файҙаһына бора тимәһендәр өсөн, төрөк ватандашлығынан баш тарта. Шуның арҡаһында диплом алғас та, эшкә алыныу нисек ҡыйын булыуын, башҡа уңайлыҡтарҙан мәхрүм ителеүен аңлай. Йылдар үткәс, мең ҡыйынлыҡ менән, уныһы ла яулана. Эшкә лә танышлыҡ түгел, гел осраҡлылыҡ буйынса, иғлан аша ғына урынлаша. Өйрәнеп киттем тигәндә, йөккә уҙғас, бик ҡаты токсикоз менән йонсоуы унан китергә мәжбүр итә. Ҡыҙҙары Таңһылыу тыуыуы, аҙаҡ Ҡубрат улдары донъяға килеүе балалар тәрбиәләүҙе алға ҡуя. Татарстан вәкиллегендә хеҙмәт итеүе бик ҙур тәжрибә бирә. Ниндәй генә саралар уҙғарырға тура килмәй уға! Ойоштороу һәләте, кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ генә тотоп алыуы, тауышы, һын-һыпаты байрамдарҙы алып барыусы булараҡ та йәмәғәтселеккә үҙен танырға, уның менән һанлашырға мәжбүр итә. Ҡуршад бар көсөн ғаиләһе етеш йәшәһен өсөн һалһа ла, бер заман үҙ эшен асып, ул иҫәпкә алмаған, көтөлмәгән сәбәптәр арҡаһында, яна. Әммә серәшеп тағы икенсе ысулдар уйлап таба бирешмәй алға бара. Рушанияның Ҡаҙан дәүләт университетында уҡыуын тамамлап, фәнни эшмәкәрлеген артабан дауам итеү теләгенә ҡаршы килмәй. Рушания ханым әлеге көндә диссертация өҫтөндә эшләй. Темаһы Төркиәләге телевидение үҫешенә бәйле. Архивтарҙа соҡонорға, тарихи ваҡиғаларға дөрөҫ баһа бирергә, күңел һәм рухи көс, матди сығымдар һалыуҙы талап иткән был ғилми эш ике илдең хеҙмәттәшлеген нығытыуға баһалап бөткөһөҙ бер хазина, килер быуындарға аманат буласағына иманым камил. Сөнки Рушания Ғабдулхай ҡыҙы тотонһа, һәр эште еренә еткереп, юғары кимәлдә башҡарырға өйрәнгән. Журналист булараҡ та уның исеме төрки донъяһында таныулы. Төркиә – Рәсәй араһындағы бәйләнештәр хаҡында тиҙ һәм ентекле мәғлүмәт бирә ул. Башҡа яңылыҡтар, донъялағы хәлдәр менән уның яҙмалары аша танышырға була. Аналитик фекерле, тормошҡа киң, фәлсәфәүи күҙлектән ҡарай белгән ҡәләмдәшем менән аралашыу үҙе бер бәхет тойолдо миңә.

Ташта сәскә атҡан гөлКем ул Ахунйән Сафиуллин?
Дворян Ҡарамышевтар нәҫеленән булыуын әйткән, Зәки Вәлиди менән Төркиәлә аралашып йәшәгән Ахунйәнде сит ярҙарға яҙмыш нисек ташлаған? Ҡарамышевтар кемдәр? Төркиәнән йөрөп ҡайтҡас, үҙен ошо зат вәкиле тип иҫәпләгән билдәле шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваға мөрәжәғәт иттем. Ул былай тип аңлатты: «Минең нәҫелем башҡорт ғәскәре майоры Мөхәммәтйософ Ибраһим улы Ҡарамышевтан (халыҡта уны Йософ майор тип йөрөткәндәр) килә. Ул тарихта Ырымбурҙың хәрби губернаторы В.А. Перовскийҙың 1853 йылда Аҡ мәсет походында күрһәткән батырлыҡтары менән билдәле. Йософ майорҙы 35 йәшендә генә Маҡарға ялға ҡайтҡанында, хәҙерге Ғафури районы Ташбүкән ауылында ҡунаҡ булғанында ағыулап үлтерәләр. Уның ике улы ҡала. Тәүге ҡатыны Ҡолгизәрҙән – Солтангәрәй, икенсе ҡатыны Сәғиҙәнән – Батыргәрәй. Батыргәрәйҙең бөтә улдары – Мөхәммәтгәрәй, Әмир, Мөхтәр, Сөләймән – дүртеһе лә Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәре. Солтангәрәйҙең биш улы ла – Бәхтегәрәй, Сәлимгәрәй, Арыҫлангәрәй, Сәйетгәрәй һәм минең олатайым Шәңгәрәй – золом ҡорбандары. Улар үҙҙәре аҡтар яғында ла, ҡыҙылдар яғында ла һуғышмай. Олатайымдан башҡа һәр ғаиләнән дә уларҙың улдары Вәлиди ғәскәрендә була. Маҡар ауылынан байтаҡ ғаиләләр менән улар аҡтарҙан да, ҡыҙылдарҙан да ҡасып, Учалы районы Ахун ауылы, Верхнеуральск, Хәйбулла яҡтары аша ҡаҙаҡ далаларына сығып китә. Ҡаҙаҡтарға ялланып эшләйҙәр. Әммә Граждандар һуғышы ул яҡтарға ла килеп етә. Бер ҡаҙаҡ ревкомы рәйесе минең бабамдарға тейешле документтар әҙерләп биреп, төрлө ғаилә төрлө йылдарҙа Маҡарға урап ҡайта. Минең олатайым 1923 йылда иң һуңынан килеп ултыра, ҡайҙа үткәргән улар йот йылдарын, белмәйем. Хәҙер һорар кеше ҡалмаған. 1927 йылда урап ҡайтҡан бер ҡасаҡ Ҡарамышевтарҙы ғәйепһеҙгә ғәйепләп, контрреволюционерҙар тип танып, Архангел крайы Холмогорск концлагерына ебәртә. Олатайымды – өс йылға, уның дүрт ағаһын ун йылға хөкөм итәләр. Олатайымдан башҡа уның дүрт бер туған ағаһы лагерға эләккән тәүге йылда уҡ аслыҡтан, һыуыҡтан, каторга эштәренән үлеп ҡала. Олатайым 30-сы йылда, ҡаҡ һөйәккә ҡалып, Маҡарға ҡайтып йығыла. Әммә ҡайтып бер ай үтер-үтмәҫтән уға тағы ГУЛАГ лагерына юлланырға тура килә. Был юлы инде уның ҡатыны, минең Зәйнәп өләсәйемде кулак, халыҡ дошманы ҡатыны яһап, Нарым крайына (хәҙерге Томск өлкәһенә) һөрәләр. Олатайым ғаиләһе менән китә. Сталин үлгәс, берәм-берәм Башҡортостанға ҡасып ҡайталар. Әлбиттә, ҡабат береһе лә Маҡарҙа төпләнмәй. Олатайым Нуриман районының Саруа тигән ауылында йәшәй, хәҙерге көндә бөткән ауыл Ҡурансының зыяратында ерләнгән. Күп туғандарыбыҙ Нуриман районының Сандар зыяратына ҡуйылды. Саруа менән Чандар махсус күсереп ултыртылғандар ауылы тип йөрөтөлгән». Ахунйән Абдулкәрим улы Сафиуллин хаҡында Таңһылыу апай ишетмәгән булып сыҡты. Әммә Маҡарҙа уның хаҡында белергә тейешле Иманғолов ҡартҡа был һорауҙы ебәрҙек.
Туғыҙ йәшенән Маҡарҙан киткән Ахунйәнде берәү ҙә белмәүе лә мөмкин. Атаһы Абдулкәрим баҫмасыларға эйәреп, ҡаҙаҡ далаларына сығып китеп юғала, әммә аҙаҡ өйләнеп, улы тыуғас, Таһир тип исем ҡушып, уға, Ахунйән ағайың тере булырға тейеш, уны эҙләп тап, тип нәҙер әйтә. Ә уның ҡатыны Хәмиҙә, Рәхим Зәйнуллинға кейәүгә сығып, Нурулла, Фәймә, Дамир исемле балалар таба. Ахунйән Өфөлә ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Троицк педагогия училищеһына уҡырға инә. Унан Белорет ҡалаһындағы мәктәптә эшләй, артабан Магнитогорск ҡалаһына математика уҡытырға ебәрелә. Киев ҡалаһындағы артиллерия хәрби уҡыу йортонан һуң, 1939 йылда, II Бөтә донъя һуғышы башланғас, финдарға ҡаршы фронтҡа алына. Бөйөк Ватан һуғышында, 1942 йылда, ҡамауҙа ҡалып, ҡулға алына.

Һөйәктәре ҡалған сит тупраҡта
Тотҡонлоҡта, ас, яланғас булғанда ла, концлагерҙа яфа сиккәндә лә йәшәргә ынтылыш уларҙы үҙ-үҙҙәрен һаҡлап, тере ҡалыр өсөн төрлө юлдар эҙләргә этәргән. «Иҙел-Урал» легионында хеҙмәт итеүе лә ошо зарурлыҡтан килеп тыуған аҙымдыр тип аңлашыла. Ахунйән унда ла офицер исемен ала, үҙе яуаплылығындағы һуғышсылар айырылып советтар яғына сыҡҡас, ул үлем язаһына хөкөм ителә. «Мылтыҡты төбәрбеҙ ҙә беребеҙ ҙә һиңә атмаҫбыҙ, ә һин ҡас!» – тиҙәр уға хеҙмәттәштәре. «Хоҙай биргән тиклеме йәшәрмен, ни булһа ла булыр», – ти Ахунйән. Шул ваҡытта ҡағыҙын болғай-болғай, туҡтатырға ҡушып, униформалағы немец йүгереп килә. Баҡтиһәң, ҡулында Ахунйәндең эше юғарыраҡ судта ҡараласағы хаҡындағы бойороҡ икән. Икенсе суд, дәлилдәр етмәү сәбәпле, уның ғәйебен танмай. Тиф менән сирләгәнендә үлектәр соҡорона ташланған була, күҙ ҡабаҡтары дерелдәүен аңғарып ҡалып, уны кире алып ҡайтҡас, лагерҙың татар табибы Абдусәләм кеше итеп ала.
Һуғыш бөткәс, әсирҙәргә илгә ҡайтырға рөхсәт ителмәй. Ҡайтҡан хәлдә лә бер генә ҡарар көтә – үлем язаһы. Билдәле, бындайҙар һатлыҡйән тип баһалана. Ахунйән Италияла ла, Австрияла ла була. Германияла өйләнә, ҡыҙ бала тыуа. Нишләптер, тотҡондарға йәшәү өсөн бер нисә ил тәҡдим ителгәс, телдәр ҙә оҡшаш, дин дә бер, тип иптәштәре менән Төркиәне һайлайҙар. Ҡатыны уның менән китергә риза булмай. Ҡыҙын үҙе менән алған ерҙән, полиция саҡыртып, пароходтан төшөрөп алып ҡалалар. Шулай итеп, Истанбулға 1950 йылдың 30 авгусында – Еңеү көнөндә аяҡ баҫҡан тотҡондар байрам хөрмәтенә оркестр уйнауын, байраҡтар елберҙәүен үҙҙәренең хөрмәтенә тип ҡабул итеп, шатланыша. Уларҙы Тузла районы лагерҙарына урынлаштырып, һәр яҡтан ентекле тикшерәләр. Паспорт алғанда һәр кем үҙенең исем-фамилияһын алмаштыра. Ахунйән «Алтай яғынан килгәнбеҙ» тигән риүәйәтте иҫенә төшөрөп, уны фамилия итеп ала. Ә исемде, әсәһенең ҡыҙ фамилияһынан сығып, Таһир ти. Шулай итеп, ул Таһир Алтай булып китә.

Ҡәрҙәшем ярлыҡар
Ахунйән-Таһир Төркиәлә лә яҡташтарын, ерҙәштәрен табырға тырыша. Зәки Вәлидиҙән барып аҡса һорағанында «ана, йөк ташып тап!» тигән ҡырҡа яуап ишетһә лә, был уның артабанғы яҙмышын хәл итә. Кемгәлер ҡарап ултырырға түгел, ә үҙеңә эшләп табырға, һөнәрле булырға тигәнде төшөнә. Анҡаралағы Ғәлимулла исемле татарҙа йыш ҡына яҡташтар йыйыла тигәнде ишеткәс, уны эҙләп таба. Өс ҡыҙының береһе, Сөйөмбикәһе, күңеленә оҡшап ҡала. Ҡулын һората, әммә кире ҡағыла. Бер нәмәһеҙ, билдәһеҙ яҙмышлы кешегә ҡыҙҙарын тоттороп ебәргеләре килмәй. Анҡара университетында Тел, тарих һәм география факультетының рус бүлеген тамамлап, тәржемәсе дипломын ала. Төркиә дәүләте уны Зоңғулдаҡтағы шахтаға эшкә тәғәйенләй, бынан тыш, ул сит илдән килгән пароходтарҙы ҡаршылап, тәржемәсе вазифаһын да башҡарырға тейеш була. Уға ҡорал йөрөтөү хоҡуғы биреп, махсус автомобиль дә беркетеп ҡуялар. Таһир курд ҡатынына өйләнә. Әммә уның менән килешеп китә алмай. Туғыҙ йылдан һуң утыҙға еткән Сөйөмбикәне яңынан килеп күреп, тағы тәҡдим яһай. Был юлы ҡыҙ ризалаша, атаһы ла ҡаршы түгеллеген белдерә, тик әсәһе генә йөҙ сира: бисәһе бар бит! Таһир, ҡатынынан айырылып, Сөйөмбикә менән никахын законлаштыра ла кәләше менән Зоңғулдаҡҡа ҡайта. Аккордеонда һыҙҙырған, моңло йырлаған уҙаман башҡорт-татар бейеүҙәрен профессиональ кимәлдә башҡарған, алпауыттай кәүҙәһен еңел генә йөрөткән. Тыуған илен һағынып, зарығып йәшәгән ул. Ҡатыны конверт тышына үҙ исемен ҡуйып хат ебәргәс, өсөнсө тапҡырына ғына яуап килә. Вафат тип һаналған Ахунйәндең имен, сит илдә йәшәп ятыуын белеү шатлығы әсәһе Хәмиҙә Таһированы аяҡтан йыға. Әммә хат яҙышҡандарын белеп ҡалып, туғандарын эҙәрлекләү башланғас, үгәй атаһы Рәхим Зәйнуллин яҙа: «Хаттарыңды туҡтатып тор, зинһар!» Тыуған ере менән һуңғы еп тә өҙөлөүен бик ауыр кисерә ул. 1975 йылда Измирға күргәҙмәгә килгән Фәрит исемле татар кешеһе аша туғандарына ебәргән бүләк тә тапшырылмай ҡала. «Мине Зоңғулдаҡтағы йөҙ лаз күмгәнсе, ләхеткә башҡорт менән татар индерһен», – тип ғаиләһен әсирлектә бергә булған башҡорт Абдулла һәм татар Әхмәт төпләнгән Маниса ҡалаһына күсерә. Немец теленән уҡытырға дәртләнеп тотонған мәлендә, инсульт кисереп, 1975 йылдың 20 декабрендә, 12 йәшлек Ҡуршад менән ҡатыны Сөйөмбикәне етем ҡалдырып, яҡты донъя менән хушлаша.
Артабан туғанлыҡ ептәрен нығытыуҙы килендәре Рушания дауам итә. Башҡортостанға хат яҙып, Үзбәкстанда йәшәп Учалыға ҡайтып төпләнгән үгәй атаһынан тыуған әсә бер ҡустыһын – Нурулла ағайҙы эҙләп таба. Аҙаҡ улар Ҡаҙан ҡалаһында Бөтә донъя татар конгресының ҡоролтайына ҡайтҡан туғандары Ҡуршад һәм килендәре Рушания менән килеп күрешә.
Ошоларҙы тыңлағас, бер нәмә лә бушҡа булмағаны, һәр ваҡиға сәғәте, минутына тиклем уйланып ҡуйылғанына төшөнөп хайран ҡалаһың. Ҡарамышевтар нәҫеле сылбыры дауам итә. Ер йөҙөндә йәшәп, үҙ асылына тоғро ҡалған көслө заттарҙың, мең һынауҙар аша үтеп, ниндәй хәлдә лә кеше булып ҡала алыуын раҫлаған бер ғаилә тарихы башҡаларға ла үҙ шәжәрәһенә ентеклерәк бағырға дәрт һәм сәм бирер.
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook