Башҡортостан Ҡыҙы

Мөғәллимә булып тыуған ул

Мөғәллимә булып тыуған улӨфөнөң 85-се урта белем биреү мәктәбе директоры Әлфиә Ғәлинур ҡыҙы Ишморатова менән осрашҡас, бер аҡыл эйәһенең, мәктәптә иң фәһемле фән уҡытыусы булырға тейеш, тигәне иҫкә төштө. Бөгөнгө йәмғиәт шарттары уҡытыусы тигән бөйөк һөнәрҙең бәҫен төшөрөргә маташҡанда, үҙ тормошо миҫалында киреһен иҫбатлап, эшенә тоғро ҡалып, тыныс ҡына мөғәллимлек һәм тәрбиә эше менән шөғөлләнгән был ҡатынға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.

Бәләкәйҙән теүәл фәндәрҙе яратҡан Ғафури районы Юлыҡ ауылы ҡыҙы уҡытыусыларынан уңа. Ауылда Әхмәт Вафа улы Яҡуповтан математика нигеҙҙәрен ентекле үҙләштерә. Һуңғараҡ Өфөләге беренсе интернат-мәктәптә атаҡлы математика уҡытыусыһы Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы менән физика уҡытыусыһы Мәхтүмә Ислам ҡыҙында белем алыуын ул ҙур бәхет тип иҫәпләй. Башҡорт теле уҡытыусыһы Сажидә Хәмәтйән ҡыҙы Зайлалова ла зирәклеге өсөн бик ярата уны. Һинән бик шәп башҡорт теле уҡытыусыһы сығыр ине, ти. Үҙе лә ылығып бара шул әҙәбиәткә, әле лә фотоальбомында Назар Нәжми менән осрашыуҙа бергәләп төшкән рәсемде ҡәҙерләп һаҡлай Әлфиә ханым. Ләкин математик булыу теләге көслөрәк булып сыға, Башҡорт дәүләт университетын, ул саҡта әле институтын шул йүнәлештә уңышлы тамамлап, йүнәлтмә буйынса Төмән ҡалаһында өс йыл эшләп, тыуған яҡтарына ҡайта. Өфөнөң 85-се мәктәбенә уҡытырға төшөп, унда ла теүәл өс йыл уҡытҡандан һуң, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортона директор урынбаҫары итеп күсерәләр. Унда оҙаҡ тотҡарланырға насип булмай. Сәбәбе – тормош иптәше Хәләф ағайҙы осратыуында. «Беҙҙе таныштырҙылар, – ти Әлфиә Ғәлинур ҡыҙы. –Ипле егет шунда уҡ күңелемә ятты, ике аҙнанан өйләнешеп, уның эш урынына, Бөтә Рәсәй мал аҙығы институтының тәжрибә хужалығы урынлашҡан Киров өлкәһенә юл тоттоҡ. Барғас та фатир бирҙеләр. Хәләф, һиңә оҡшамаһа ҡайтырбыҙ, тип әйтеп алып китһә лә, шунда аспирантураға инергә йыйынғанын белгәс, уның хаҡына ҡалырға булдым. Тиҙҙән, ғаиләбеҙҙе бәхеткә күмеп, улыбыҙ тыуҙы. Ләкин күп тә тормай шатлыҡ даръяларыбыҙҙы хәүеф быуҙы. Улымдың үҙәк нервы системаһына зыян кил­гәнен ишеткәс, йөрәгем ярылырҙай булды. Һаулығы менән ныҡлап шөғөлләнмәһәгеҙ, атламаясаҡ, тинеләр. Аяҡ аҫтында ер убылғандай булды. Ярай әле юлыбыҙҙа гел яҡшы кешеләр осрап торҙо. Ул саҡтағы хужалыҡ етәксеһе, Дәүләт думаһының беренсе саҡырылыш депутаты, бик изгелекле кеше Вертоградская Ирина Александровна беҙгә Мәскәүгә ултырышҡа барған һайын кәрәкле, ул саҡта бик дефицит дарыуҙарҙы табып алып ҡайта ине. Уйлап ҡараһаң, беҙ уға кем инде, ҡул аҫтында эшләгән ябай хеҙмәткәрҙәр, ләкин улымдың хәлен бер ҙә күҙ уңынан ысҡындырманы. Мең рәхмәтлебеҙ уға. Яҡшы массажист ҡатын тура килде, бер килеп киткәндән әллә ни файҙа юҡ, баланы әйләнгән һайын һылап торорға кәрәк, тигәс, массажға үҙем өйрәнеп алдым. Бер йәшендә табиптарға тикшерелергә барғанда, нисә һүҙ белә, тип һоранылар. Берҙе лә белмәй, тигәс, телмәр үҫеше лә артта ҡалған, тип яҙып ҡайтарҙылар. Мин улымды нисек тә аяҡҡа баҫтырам тип маҡсат алған инем, логопед ярҙамында, көндәр буйы төрлө телмәр һәм хәтерҙе нығытыусы күнекмәләр менән шөғөлләндек. Һөҙөмтәлә, йәш ярымда балалар баҡсаһына биргәндә, төркөмөндә йәшкә бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, иң һәйбәт һөйләшкәне ул булды. Тырышыуҙарым, Хоҙайға ялбарыуҙарым, шөкөр, бушҡа китмәне. Улым нығынып, һауығып, музыка мәктәбенең баян класын уҡып бөттө, мәктәпте миҙалға тамамланы. Өфө дәүләт авиация техник университетын уңышлы уҡып бөтөп, яңыраҡ әрмегә лә барып ҡайтты, эшкә урынлашты. Бәләкәй сағында шөғөлләнеүҙәрҙең артабанғы тормошона ла файҙаһы тейҙе, бигерәк тә хәтеренең яҡшы булыуы уҡыуында ярҙам итте. Улыма биш йәштә икенсегә әсәй булдым: ҡыҙым Рушана тыуҙы. Киров өлкәһендә ете йыл йәшәгәс, кире тыуған яҡҡа ҡайттыҡ. Хәләф аграр университетта уҡыта башланы. Ә мин элек эшләп киткән мәктәбемә эшкә төштөм. Алдағы өс йылды ла иҫәпләгәндә, инде егерменсе йыл шул бер генә ерҙә эшләйем. Ун ете йыл – директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, һуңғы йылдарҙа директор ҙа булдым. Рушана ҡыҙым, мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, ағаһы уҡып сыҡҡан уҡыу йортонда, шул уҡ факультетта белем алып йөрөй. Хәләф кандидатлыҡ, шунан докторлыҡ диссертацияһын яҡланы. Ул уҡытыу эшен минән дә нығыраҡ яратып китте шикелле. Күберәк ауыл балаларына белем биргәс, уларҙың хәленә инергә тырыша, борсола, ярҙам итә. Ауылдағы баҡсабыҙҙа йорт та һалдыҡ», – тип тормошон ҡыҫҡаса бәйән итә әңгәмәсем.

«Баҡсала беҙҙең главнокомандующий Әлфиә апайығыҙ инде ул. Һәр емеште, йәшелсәне ҡасан, ҡайһы ергә сәсергә, нисек тәрбиәләргә – барыһын да алдан уйлап, беҙҙән шул планды теүәл үтәтә, – тип һүҙгә ҡушыла хәләл ефете. – Әлфиәне юлымда осратып бик уңдым. Ул – ысын уҡытыусы, тәрбиәсе. Эшен күңел һалып башҡара, беҙҙе, тормош иптәшен һәм балаларын, бер ҡасан да йөрәк йылыһынан мәхрүм итмәй».
Уларҙың үҙ-ара мөғәмәләһенә ҡарап та хайран ҡалырлыҡ. Егерме биш йыл бергә йәшәп тә, бер-береңә шулай наҙлы, хөрмәтле, ололоҡло булып ҡала алыу – үҙе бер сәнғәттер, моғайын. «Беҙ һәр ваҡыт бер-беребеҙҙең эшенә аңлап ҡарарға тырыштыҡ, – тип дауам итә Әлфиә апай. – Мәктәптән ҡайтып барған ерҙән йыш ҡына кире боролорға тура килә. Ғаилә ас ултырмаһын өсөн, ризыҡты гел алдан хәстәрләп китәм. Эштә иртәнге һигеҙҙә булырға кәрәк. Ҡыҙымдың бейеүгә бара торған көнө булһа, алтыла торғоҙоп, сәсен өҫкә йыям. Ул сәсен ҡуйҙыра ла, түшәккә кире ауып, артабан йоҡлап китә. Балаларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөттөк, өлгөрөр өсөн алмашлап алып бара торғайныҡ. Иң мөһиме – баланы иғтибарҙан ысҡындырмау, һәр саҡ уның проблемаларын, кисерештәрен һорашып, белешеп тороуҙыр, тип уйлайым. Балаларыма, нимә булһа ла дөрөҫөн һөйләгеҙ, беҙ һеҙҙең иң яҡын кешеләрегеҙ, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙербеҙ, тип әйтеп үҫтерҙек. Замана балаларына нимә генә юҡ, төрлө техника һәм сикһеҙ мөмкинлектәр, тип маҡтанырға яратабыҙ. Ләкин күҙәтеүҙәремдән сығып был шуны әйтәм: бөгөнгө балалар шул хәтлем ябай иғтибарға, кәңәшсегә, эс серҙәрен аңлап тыңлаусыға мохтаж. Ата-әсәләр ғаиләне аҫрар, баланы кеше итер, лайыҡлы кейендерер, аҡса табыр өсөн күп йүгерә, балаһының нимә менән шөғөлләнгәнен дә, кемдәр менән аралашҡанын да белмәй. Ә улар Интернетта ултыра. Бер яҡтан уҡыусылар өсөн бик файҙалы. Ләкин йыш ҡына кәрәкмәгән, был хатта зыянлы һәм бала психикаһы өсөн хәүефле мәғлүмәтте ла асып һала. Ата-әсәләр балаларының ниндәй сайттарға инеүен, әгәр ҙә махсус сикләүсе программалар ҡуймаһалар, бер нисек тә күҙәтеүҙә тота алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусыларҙың һаулығы, белеме һәм зиһен кимәле йылдан-йыл кәмеүен күрәбеҙ. Телмәр үҫеше аҡһаған балалар күбәйҙе. Тимәк, әсәйҙәр күкрәк һөтөн имеҙмәй. Шунлыҡтан баланың ауыҙ ҡыуышлығы һәм бит мускулдары дөрөҫ үҫешмәй, һөйләшеүгә бәйле ауырлыҡтар тыуа. Хәҙер күп кенә ата-әсәләр өйҙәрен артыҡ таҙа тота. Был да насар. Рәхәтләнеп пластилин әүәләп, ябай ҡәләмдәр менән һүрәт төшөрөп, ваҡ ҡына уйынсыҡтар менән уйнап үҫкән баланың зиһене асыҡ була. Юҡҡа ғынамы ни психологтар, баланың аҡылы – бармаҡтарында, тимәй. Һуңғы йылдарҙа яңғыҙ әсәйҙәр күбәйҙе. Бала әсәне күрмәй тиерлек, сөнки, балаһын кешенән кәм-хур итмәҫ өсөн, көнө-төнө эшләргә мәжбүр. Миҙалдың икенсе яғы ла бар, мәҫәлән, суицид осраҡтары ныҡ етеш йәшәгән ғаиләләрҙән килгән уҡыусылар араһында йышыраҡ була. Урта хәллеләрҙең, аҡса тип артыҡ сапмаусыларҙың үҙҙәренә лә, балаларына ла ваҡыты ҡала әле ул. Иртәнсәк өйҙә ашамай килгән балалар ҙа борсой. Әсәйем йоҡлап ҡалды, уянманы, тигәндәр бар. Икмәккә май һылап йә бутҡа бешереп ашатып ебәреү баланың һаулығын һаҡлап ҡалыр ине. Бала менән һөйләшергә кәрәк, әйткән-әйткән була, бала өйрәткәнде, аңлатҡанды аңлай ул. Күҙгә ҡарарға ғына торалар, тик уларҙы яҡынлатҡан, кескәй йөрәктәрен тойған кеше генә булмай сыға ҡайһы саҡ. Хәҙер теләһә ниндәй мәктәптә лә, әгәр баланың уҡырға теләге булһа, һәр фән буйынса өйгә эшкә сәғәттәр түгел, ә 10-20 минут ҡына бүлгәнендә лә, БДИ-ны ныҡлы «4»-легә бирерлек белемде алып сыға. Нимәгәлер өлгәшер өсөн ҡайһы бер рәхәтлектәрҙән ваз кисеп тә тораһың инде. Минең ҡыҙыма бик яҡшы уҡытыусы тура килде, әлбиттә, ләкин ул көн аша иртәнге һигеҙенсе ун биш минутҡа өҫтәмә дәрескә саҡыра торғайны. Түләп түгел, бушлай. Балаларым ныҡ тырышып уҡыны. Шулай ҙа икеһенә лә физиканан репетитор ялланыљ, сөнки ул иң ауыр фән һәм мәктәп программаһында уға бик әҙ урын бирелгән. Сығарылыш йылы, репетитор яллап, балаларға физиканы ныҡлы үҙләштерергә ярҙам итергә тура килде. Баланы махсус рәүештә тәрбиәләйем тип, йонсорға кәрәкмәй. Әсәй менән атайҙың үҙ-ара, тағы ла туғандарына, таныштарына мөнәсәбәте аша барыһын да үҙе һеңдерә ул».

Мөғәллимә булып тыуған улӘлфиә Ғәлинур ҡыҙы һүҙен уйламаҫтан осрашҡас та хәтеремә төшкән фекергә бәйләне. Мәктәптә иң фәһемле предмет – уҡытыусы. Ә тормошта иң фәһемле фән – ата-әсә миҫалы. 85-се мәктәпкә етәкселәре хаҡында яҙырға килгә­немде белгәс, уҡытыусылар бер тауыштан Әлфиә Ғәлинур ҡыҙының кешелеклелеген, ғәҙеллеген, яуаплылығын һәм ябайлығын айырып билдәләп китеүемде үтенде. Әлфиә Ғәлинур ҡыҙы менән Хәләф Ғәбделхай улы тигән дәрес минең дә йөрәгемә үтеп инде, был изгелекле, иманлы кешеләр янында үҙең дә яҡтыраҡ, яҡшыраҡ булып киткәндәй булаһың. Әйт­кәндәй, Ишморатовтарҙың балалары, Башҡорт­остандан ситтә тыуып, аҙаҡ Өфөлә урыҫ мәктәптәрендә белем алһа­лар ҙа, башҡорт телен яҡшы белә. Рушана әле авиация университетының мәҙәниәт-ағартыу һәм фәнни комиссиялары ағзаһы ла. Университетта үткәрелгән һәр сараны ойошторо­шоп йөрөүсе әүҙем студент ул. Ҡыҙҙарынан, шаяртып, әсә­йең менән атайың ниндәй кешеләр, тип һорайым. «Әсәйем теүәл фәндәрҙән өйгә эш тикшерә торғайны, атайым башҡа­ларынан ярҙам итте. Уҡыуға ҡағылышлы талапсан булдылар. Ләкин икеһе менән дә серҙәшбеҙ. Тыуған көнгә йә осрашыуға барыр өсөн атайымдан рөхсәт һораһам, ул, әсәйең нимә тине, ти. Беҙҙең ғаиләлә кем баш икән, тип уйланғаным да булды. Ысын әйтәм, берәү ҙә баш түгел, беҙҙә тигеҙлек», – тип көлә Рушана. Мөнәсәбәттәрҙәге тигеҙлек, хеҙмәттәге һәм уҡыуҙағы эҙмә-эҙлеклелек, тырышлыҡ, ихласлыҡ – бәхет хасил итер һыҙаттар ошолор, моғайын. Зыялы ла, хөрмәтле һәм бәхетле лә ғаилә миҫалында шулай тип әйтә алам.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook