Башҡортостан Ҡыҙы

ЙӘНДЕ ИМЛӘР КҮҢЕЛ БАЛҠЫШЫ

ЙӘНДЕ ИМЛӘР КҮҢЕЛ БАЛҠЫШЫ Был сағыу, егәрле ханымдың яҙмышы заман көслө булырға мәжбүр иткән меңдәрсә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына оҡшаш. Кисерештәре лә дәүерҙәштәренең уй-тойғоларына ауаздаш. Холоҡ-фиғелендәге байтаҡ сифаттарҙы күреп, күп гүзәл зат унда үҙен сырамытыр. Федераль дәүләт статистика хеҙмәте Башҡортостан буйынса территориаль органының ауыл хужалығы һәм тирә-яҡ мөхит статистикаһы бүлеге етәксеһе Нурия Һәүбән ҡыҙы Хафизованың ғүмерендә ул йәшәгән осор бөтә шатлыҡ-һыҙланыуҙары, өмөттәре, фиҙакәрлеге менән сағыла кеүек.

...Благовещен районының Александровка ауылында донъяға килгән ҡыҙ иҫ белгәндән башлап өләсәһе янында үҫә. Өфө яҡын булғас, әсәһе менән атаһы шунда йөрөп эшләй. Әсәһе Флүрә Әфтәх ҡыҙы агрегат заводы уңғаны була, һүрәте Почет таҡтаһынан төшмәй, атаһы Һәүбән Ғабдрахман улы коммуналь хужалыҡ алдынғыһы һанала. «Заводта ла, ғаиләһендә лә өлгөрөргә тырышҡан әсәйемдең ултырып хәл алған ваҡытын да хәтерләмәйем...

...Хеҙмәт һөйөү, оло яуаплылыҡ, тәрән выждан – ата-әсәһенең төп сифаттары, әлбиттә, Нурияға күсеп, уның булмышын билдәләй. «Комсомолка, спортсы, әүҙем йәмәғәтсе һәм тик «бишле»гә уҡыусы, шартлап тороп ғәҙеллекте яҡлаусы – ул мин инем. Ауырлыҡтан һығылып төшөргә, балауыҙ һығырға хаҡы булмаған әсәйем мине лә хас үҙе һымаҡ итеп тәрбиәләне. Ата-әсәң өсөн яҡшы ҡыҙ булыу, һәр эште тел тейҙергеһеҙ башҡарыу, бар тәңгәлдә өлгө күрһәтеү, матур ғәмәлең менән илдә абруй яулау – яҡындарым, йәмғиәт, үҙем алдына ҡуйылған һанап бөткөһөҙ бурыстарҙың иң мөһимдәре генә ине былар». Баш бала булараҡ, өй эштәрендә булышыу ҙа кесе йәштән йөкмәтелә. Әлбиттә, тап тырышлығы, мөкиббән китеп хеҙмәт яратыуы уға үҙ юлын ярырға, бөгөнгө һөнәри бейеклеккә күтәрелергә, ихтирам ҡаҙанырға булышлыҡ итә. Тик тормоштоң баш күтәрмәйенсә эшләүҙән генә тормауын, күрә белгән кешегә ғәйәт киң яҡлы икәнен ул һуңыраҡ төшөнәсәк...
Өләсәһенән матур итеп тегергә өйрәнгән Нурия мәктәпте тамамлағас, Өфө сервис һәм технология институтына уҡырға инергә теләй, әммә бер балл етмәү сәбәпле, конкурстан үтмәй. «Радионан Өфө халыҡ-ара телефон станцияһына телефонисткалар талап ителеүе хаҡында иғлан ишетеп, шунда урынлаштым. 07 һаны буйынса телефондан шылтыратып, тауышымдан әҫәрләнгән егет күңелемдә тәүге иң саф хистәрҙе уятҡан кешем ине. Миңә ул мәлдә ун һигеҙ ҙә тулмағайны. 1980 йылда һөйөүебеҙ емеше булып тыуған улыбыҙға Олег тип исем ҡуштыҡ. Ләкин ярһыу тойғолар солғанышында ҡоролған ғаиләбеҙ өс йыл да үтмәй тарҡалды. Бөгөн килеп, нәҡ минең хаттиндар ашып яуаплылыҡ алырға тырышыуым сәбәпсе булғандыр быға, тием, – тип уртаҡлаша Нурия ханым. – Улым тыуған йылда Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы техникумын тамамлап, Башҡортостан статистика идаралығына эшкә индем. Шул ваҡыттан 36 йыл ғүмер үтеп киткән».
Нурия Һәүбән ҡыҙының кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел табыуын, ойоштороу һәләтен, юғары һөнәри кимәлен баһалап, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе итеп ҡуйыуҙарына ла сирек быуат уҙған. Республикабыҙҙың аграр төбәк икәнен иҫәпкә алғанда, бүлек эшмәкәрлегенең ни тиклем мөһимлеген, ул атҡарған бурыстарҙың дәүләт әһәмиәтенә эйә булыуын һөйләп тороу артыҡтыр. Бүлектәге егерме кеше райондарҙың, ауыл хужалығы ойошмаларының, бөтә төр шәхси хужалыҡтарҙың иҡтисади үҫеш күрһәткестәрен бөртөкләп йыйып, һандарҙа сағылған мәғлүмәтте тәрән анализлап, йыйынтыҡтар, бюллетендәр сығара. Тап шул мәғлүмәттәр нигеҙендә республикабыҙҙың ауыл хужалығы үҫеше планлаштырыла, йүнәлештәре билдәләнә һәм был сығанаҡтарҙан башҡа уның иртәгәһен бөтөнләй күҙаллап булмай...

...Тап шул яғы – бәләкәйҙән үҙен уратып алған мөхит өсөн үтә ҙур яуаплылыҡ бөгөнгө бейеклеккә күтәрелергә ярҙам итһә, миҙалдың икенсе яғы ла булған кеүек, ул сифаты арҡаһында, баҡһаң, бик оҙаҡ йылдар кереше тартылған уҡтай йәшәгән икән...

...Йәмғиәтебеҙгә афәт килтергән социаль бәләләр ҙә уның ғаиләһен урап үтмәй. Хәтеренә үткер бысаҡ менән уйылған ваҡиғалар – мәңгелек йөрәк һыҙланыуы. Улы наркомания тоҙағына эләккәс, әсә йәшәүҙән туҡтай, тик көн итеүгә күсә. Һынауҙарҙың иң олоһон күтәрерлек рухи көс, зиһен киңлектәре биргәне, юлдарыма Хызыр Ильястай изге кешеләрҙе сығарғаны өсөн Хоҙайыма рәхмәт уҡып бөтә алмайым. Ҡара болот менән ҡапланған көндәр күптән артта. Мин дә, балам да өр-яңынан тыуғандай, икенсе ҡараш менән баҡтыҡ тормошҡа», – тип бәйән итә йөрәк уты менән улының юлын яҡтыртҡан ҡаһарман әсә.
Ул саҡтарҙа селпәрәмә килергә торған тормошон, улының, үҙенең теткеләнгән йәнен аңларға тырышып, әле бер, әле икенсе китапҡа үрелә. Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтенең ғәжәйеп дауалау ҡөҙрәтенә эйә булыуын тап шул мәлдә аса. Ә Ер кендеге тип аталған Ирәмәл уның өсөн мөғжизәүи көс биреүсе урын булып ҡаласаҡ. Һыҙланыуҙарҙан көслөрәк, шәфҡәтлерәк, тәрәнерәк булып сыҡҡан ханыма һәммәһенең «Нур һибеүсе Нурия» тип тартылыуҙары һис ғәжәп түгел...

...– Теләгәнемдең барыһын алдарыма сығарып ҡуйған яҙмышыма рәхмәтлемен. Миңә үҙенсәлекле шәхес, ҡәҙерле һөнәр эйәһе, баһалы етәксе булараҡ асылыу мөмкинлеген биргән эшемә һөйөнәм. Етмеште ҡыуыусы хәләлем – Алинамдың атаһы Мөхәмәтша Зөфәр улының да һау-сәләмәт булып, көндәремде балҡытыуына шөкөрана ҡылам. Ҡыҙыбыҙ янына йылына бер нисә тапҡыр барыуыбыҙ, араларҙың йыраҡлығын тоймайынса, скайп аша көн дә һөйләшеүебеҙ ҙә, улыбыҙ менән йәшәйештең бер тулҡынында булыуыбыҙ ҙа – шатлыҡ. Йәннәт еҫе килгән ебәк сәсле ейәндәремде ҡыҫып яратҡанда үҙемде бәхеттең етенсе ҡатында һиҙәм. Тел ҡөҙрәте етмәгән, тик йөрәк менән һиҙгән ҡабатланмаҫ ләззәтле мәлдәрем, баҡһаң, әле йәш саҡтағыға ҡарағанда мең тапҡырға күберәк! – Нурия ханымдың был торошо ла бихисап замандаш ҡатын-ҡыҙҙарҙың халәтенә ауаздаштыр.
Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се һанында уҡығыҙ.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook