Башҡортостан Ҡыҙы







Дарина владимировна денисова денисова дарина www.youtube.com/watch?v=MOob7EUuggM.

Таяныс та, терәк тә һин...

Таяныс та, терәк тә һин...«Атайың нимә әйтер?», «Атайыңдан һора!», «Атайыңа әйтәм!» – өлкәндәр генә түгел, урта быуын да һәр ғаиләлә тиерлек ошо һүҙҙәр яңғырап торған саҡты, «атай» тигән һүҙҙең үҙе үк ғәйәт ҙур тәрбиәүи көскә эйә булған заманды хәтерләйҙер. Көндө төнгә ялғап эшләп, илде күтәргән атайҙар балалар менән, әлбиттә, иркенләп һөйләшеп ултырмаған, улар күркәм фиғеле, лайыҡлы тормошо, үҙен өлгөлө тотошо менән тәрбиәләгән. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙа борон-борондан атай тел тейҙергеһеҙ абруйға эйә булған.

– Әммә һуңғы осорҙа ғаилә тураһында һүҙ алып барғанда, тик әсә һәм бала хаҡында ғына һөйләйҙәр. Әйтерһең, ғаиләлә атай кеше бөтөнләй юҡ, – тип әсенеп һөйләй Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова. – Ирҙәрҙең абруйы төшөүе ниндәй касафатҡа килтереүен әйтеп тороу кәрәкме икән? Был күренеш ҙур социаль бәләгә әүерелеп бара. Уның эҙемтәләре төҙәтелмәҫлек төҫ алмаҫ борон, сараһын күреү мөһим. Беҙ иң башта урындарҙа атайҙар советтарын ойоштороу кәрәк, тип таптыҡ. Быйыл 30 районда һәм ҡалала шундай совет төҙөлдө. Был йәмәғәт ойошмалары атайлыҡ абруйын, яуаплылығын күтәреү, матур ғаилә тәжрибәһен таратыу буйынса ифрат ҙур эш алып бара, уңышлы атай булыу хаҡында йәмғиәттә ыңғай фекер тыуҙырыуға баҫым яһай.

«Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары – атайҙар ҡорҙары өсөн» проекты сиктәрендә иғлан ителгән «Атай – ғаилә терәге» тигән конкурс республикабыҙҙа һәр тарафта хуплап ҡаршы алынды. Ул төбәгебеҙҙә «ғаиләм» тип йән атҡан, донъя терәге, ысын-ысындан таяныс һәм өлгө булған оло йөрәкле аҫыл ир-азаматтарҙың иҫ киткес күп булыуын асыҡланы.

Матур бәйгегә йомғаҡ Өфөлә ҙур байрам итеп, гөрләтеп уҙғарылған I республика атайҙар форумында яһалды. Гран-приға Балтас районында йәшәүсе ишле ѓаилє атаһы Винер Хәйҙәршин лайыҡ булды. «Күп балалы атай» номинацияһында еңеүселәр өсәү ине: Күгәрсен районынан Рөстәм Ишарин, Бишбүләктән Фәүзир Әхмәтйәнов, Миәкәнән Винер Фәсхетдинов. «Тәрбиәгә бала алған ғаилә башлығы» номинацияһында Яңауыл районынан Рәлиф Нуретдинов менән Балтастан Филүс Шәймөхәмәтов еңеүсе тип билдәләнһә, «Иң ҡыйыу һөнәргә эйә атай» булып дүрт быуыны «Ватанға хеҙмәт итәм!» девизы буйынса йәшәүсе Нефтекама егете Альберт Һөйөндөков танылды. «Спорт һөйөүсе ғаилә башлығы» номинацияһында Дәүләкәндән Айнур Ҡорманаев еңһә, «Ғаилә династияһын дауам итеүсе атай» тип нәҫелдәре менән яҙмыштарын мәҙәниәткә арнаған Дүртөйлө уҙаманы Азат Гәрәев табылды. «Ижади һөнәрле атай» тигән исемгә Федоровка районы Кирюшкин мәҙәниәт йорто директоры, сыуаш халыҡ фольклор коллективы етәксеһе Иван Федоров лайыҡ булды. Бәйгегә тәҡдим ителгән күп эштәрҙе жюри ағзалары күҙ йәштәре аша уҡыны. Был ғаиләләрҙең тарихы һеҙҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, тип уйлайбыҙ.

Таяныс та, терәк тә һин...«Ҡыҙҙарыбыҙҙың бәхетле буласағына ышанам»
Беҙ – совет осоро балалары, тип ғорурлыҡ менән әйтә алам. Бала сағыбыҙ ҙа иҫ киткес бәхетле булды! Олоно оло, кесене кесе итеү, хеҙмәт яратыу, ҙур, татыу ғаилә булып йәшәү – ҡатыным Нурия ла, мин дә ошо ҡиммәттәрҙе һеңдереп үҫкәнбеҙ. Тик шул ҡиммәттәрҙе тапшырырға үҙебеҙҙең бәпесебеҙ булмауы ғына эсебеҙҙе бошорҙо. Оҙаҡ уйланғандан һуң, балалар йортонан сабый алырға ҡарар иттек.
...Ангелинаның бәләкәс ҡулдарын усыма алған саҡта кисергәнемде аңлатырлыҡ һүҙҙәр тапмайым... «Был беҙҙең ҡыҙыбыҙ!» – күҙ йәштәре аша ҡатыным шулай тип шыбырҙаны һәм беҙ әйтеп бөткөһөҙ бәхетле инек!

Шул уҡ көндә төркөмдә шау-гөр килеп йөрөгән балалар араһында шып-шым ғына ситтә ултырған Гөлсинә тигән ҡыҙсыҡҡа иғтибар иттек. Уның моңһоулығы йөрәгемә төштө. Ҡайтҡас, төшөмә Гөлсинә инде, хас өндәгесә, аҡыллы, һағышлы күҙҙәре менән ҡарап тора ине... Ҡатыным менән һөйләштек тә уны ла үҙебеҙгә алырға булдыҡ. Һаулығы насар икәнен белгәс, был теләк көсәйҙе генә.

Шулай итеп, ике йыл элек 22 сентябрҙә өйөбөҙ Ангелина менән Гөлсинәнең шат тауыштарына күмелде. Өфөгә икәүләп киткәйнек, дүртәүләп ҡайтып төштөк. Хәҙер был көндө байрам итеп билдәләйбеҙ.

Эш минең күп ваҡытымды ала. Оҙаҡ ваҡыт өйҙә булмайым. Балалар хаҡында хәстәрлек күбеһенсә ҡатыным иңенә төшә. Ләкин һәр кис телефондан һөйләшәбеҙ. Ҡыҙҙарымдың бәхетле көлөүен ишетеү, мин ҡайтҡас, «Атай, атаҡайыбыҙ, һағындыҡ!» тип, йүгереп килеп муйыныма һарылыуҙары – иң оло шатлыҡ.

Ҡатыным менән икәүләшеп уларҙы дауалауға, физик, рухи үҫештәренә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Һәр уңыштарына ҡыуанабыҙ. Гөлсинә бассейнда беренсе күнекмәнән һуң уҡ йөҙә башланы, Ангелина ла хәҙер кәүҙәһен һыуҙа тоторға өйрәнде. Һылыуҡайҙарыбыҙ рәхәтләнеп велосипедта йөрөй, конькиҙа шыуа. Улар менән геү килеп бергәләшеп уйнарға яратабыҙ.

Ир кеше булараҡ, ғаиләмде матди тәьмин итеүҙе, мохтажлыҡһыҙ йәшәтеүҙе төп бурысым итеп һанайым. Быйыл яңы йорт һала башланыҡ – тап күңелебеҙҙә йөрөткәнсә, ҙур, иркен итеп.
Ҡатынымдың ата-әсәһе, туғандары ла балаларҙы тәрбиәләүҙә беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Бөтә байрамдарҙы бергә үткәрәбеҙ. Бер нисә быуын бергә татыу йәшәгән ғаиләбеҙҙә ҡөҙрәтле көс, һөйөү, ихтирам тантана итә. Ошоларҙың бөтәһен дә ҡыҙҙарыбыҙға күрһәтә, тапшыра алыуыбыҙға бик шатмын. Уларҙың бәхетле, һау-сәләмәт булып үҫеп, был тормошта үҙ юлын табасаҡтарына ышанам.

Әмир ЗАКИРОВ,
«Тәрбиәгә бала алған ғаилә башлығы»
номинацияһы лауреаты. Асҡын районы.

Таяныс та, терәк тә һин...«Хыялды ысын итеп йәшәйбеҙ»
Альбинаға 38 йәш, Винерға – 42. Был һоҡланғыс пар туғыҙ бала үҫтерә. Элита, Артур, Альмир, Айгиз, Айназ, Айзилә, Нурсилә, Инзилә, Айнур әле әсәһенең күкрәк аҫтында тибешеп ятҡан йән эйәһенең – унынсы туғандарының донъяға килеүен көтә.
Күмәк баланы нисек тәрбиәләйһегеҙ, тип йыш һорайҙар Хәйҙәршиндарҙан. Альбина менән Винерҙың үҙ тәрбиә сере бар. Ул – хеҙмәт. Уңған атай менән әсәйҙең балалары ла эшһөйәр. Ялҡаулыҡты ситкә ҡуйып, үҙен еңергә, хеҙмәте һөҙөмтәһен күреп ҡыуанырға өйрәнгән балалар киләсәктә лә юғалып ҡалмаясаҡ, ти улар.

Егеттәр, атайҙарына оҡшап, техника менән дуҫ, рулгә буйы етер-етмәҫтән машина йөрөтөргә өйрәнгән. Алтын ҡуллы атайҙары механик та, слесарь ҙа, балта оҫтаһы ла бит. Оҙаҡ йылдар алдынғы комбайнсы булған. Үҙ тракторына эйә иргә әле лә ауылда эш етерлек. Тик Винер эшкә күмелеп кенә ғүмер итмәй, ҡәҙерле кешеләренең күңелен үҫтереп, бәләкәй һәм ҙур хыялдарын тормошҡа ашырырға тырышып йәшәй. Мәҫәлән, ҡатыны «боҙло һыуҙа ҡойонғом килә», тигәс, февралдә эргәләге күлде ҡарҙан таҙартып, мәке уйып биргән.

Уңған ғаилә йәйҙәрен һәм көҙҙәрен урман ҡыҙыра. «28 биҙрә ер еләге йыйып һаттыҡ», – тип һөйләй Альбина. Өс һандыҡ-туңдырғыс тултырып, еләк-емеш әҙерләгәндәр. Йыл һайын 40-50 ҡаҙ үҫтерәләр. Кәртәләге биш һыйырҙы бишәүләп һауалар – әсәйҙәренә ҙурыраҡ балалар ярҙамлаша.
«Был заманда ул хәтлем бала табырға нисек ҡыйыу­лығығыҙ етте?» – тип һораусылар бар икән Альбинанан. Өс йәштән өләсәһе ҡулында ҡалған Альбина һәр ваҡыт ҙур ғаилә хаҡында хыяллана, бәләкәй сағында гел «минең ун балам буласаҡ!» тип шаярта. Ун һигеҙе тулыр-тулмаҫтан десантсы егеткә кейәүгә сыҡҡанда имән янындағы ҡайындай йәшәйәсәген тойҙомо икән һылыуҡай? Ҡалҡандай ҡурсалап, хәстәрләп торған бәһлеүәнең булғанда, ун балаға ғүмер биреү – бәхеттең иң олоһо, тип уйлай ул.

Хәйҙәршиндар хан һарайҙары, зәңгәр диңгеҙ буйҙарында ял итеү хаҡында хыялланмай. Улар үҙ көстәренә таянып, ауырлыҡтарҙы ҡыйыу еңеп йәшәргә өйрәнгән. Хәләл көс менән тапҡандарын бәрәкәтле тотоналар. Балалар ғаилә тарихы менән ғорурлана, йылъяҙмаларын алып баралар.
Бейеүсе Айназ, йырсы Нурсилә, шағирә Айзилә, артистка Инзилә сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә алһын тип, ғаилә башлығы район үҙәгендә йорт һалырға ниәтләй. Хәйҙәршиндар был хыялдарының да, башҡалары кеүек, һис шикһеҙ ысынға әйләнеүенә, шатлыҡтарҙың уйламаған ерҙән килеп, донъяларын балҡытыуына ышана. Күмәкләшеп әкиәттәгеләй матур ҡала Сочиға барып, ил башлығы ҡулынан «Ата-әсәлек даны» миҙалын алыу, ҡайтҡас, үҙҙәренә «республика бүләге» тип, «ГАЗель» тапшырыуҙары – ҡапыл ғына инеп, тормоштарын нурға күмгән ҡатлы-ҡатлы һөйөнөс түгелме һуң?!

Гран-приға лайыҡ Винер ХӘЙҘӘРШИН
хаҡындағы яҙманан.
Редакциянан:
Яҙма баҫыуға әҙерләнгәндә был күркәм ғаиләлә Айгүзәл исемле ҡыҙ донъяға килеүе билдәле булды. Хәйҙәршиндарҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм Айгүзәлдең бәхетле, аҡыллы ҡыҙ булып үҫеүен теләйбеҙ!


«Атайсал» менән «атай» – тамырҙаш һүҙҙәр
...Бөрө педагогия институтын тамамлағас, мине алыҫ бер ауылға физика һәм математика уҡытырға ебәрҙеләр. Тәүге көндә үк унда үҙемдең уҡыусыма ғашиҡ булдым. Ләкин ҡайҙа ти ул хаҡта белдереү! Хистәремдән үҙем тартынып, армияға киттем. Хеҙмәтемде тултырып, йөрәгемде яулаған ҡыҙ артынан ҡайттым. Бына шулай башланып китте ғаиләбеҙ тормошо. Бер-бер артлы өс ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Йорт һалдым, баҡса ултырттым, трактор, мотоцикл, машина алдым. Күрше малайҙарын тракторҙа йөрөткәндә: «Ни эшләп балалар йортонан берәй малай алмаҫҡа?» – тип уйлана башланым. Был ваҡытта ҡыҙҙарыбыҙ үҫеп етеп, кейәүгә сығып, үҙ тормошо менән йәшәй ине инде. Ҡатыным менән кәңәш ҡороп, Өфөгә 1-се балалар йортона юл тоттоҡ. Бер генә малай алып ҡайтырға теләгәйнек, ике уллы булдыҡ – игеҙәктәр Риф менән Ритты айырырға теләмәнек. Ауылға ҡайтҡас, бөтәһе лә «аһ!» итте, кире һүрерҙәр, тип, береһенә лә әйтмәгәйнек. Баштан уҡ малайҙар «атай, әсәй» тип өндәшә башланы.

Көндәрҙән-бер көндө ҡатыным былай тине: «Өйҙә һеҙ өс егет, әйҙәгеҙ, миңә лә иптәшкә бер ҡыҙ алып ҡайтайыҡ!» Балалар йортонда сабыйҙарҙың документтарын ҡарап ултырғанда атайҙарының исеме минеке кеүек булған ике малайҙы күргем килде. Береһенә дүрт, икенсеһенә алты йәш ине. Бәләкәсе беҙ инеү менән «Ниңә оҙаҡ килмәнегеҙ?! Беҙ һеҙҙе шул тиклем көттөк!» – тип ҡосаҡлап алды. Сабый беҙҙе үҙҙәренә ғүмер биргән атаһы һәм әсәһе тип уйланы. Шулай итеп, улдарыбыҙ дүртәү булып китте. Ҡатыныма ла серҙәш кәрәк тип, ике ҡыҙ – апалы-һеңлеле Эльмира менән Эльвираны ла ғаиләбеҙ ҡосағына алдыҡ.

...Минеңсә, атай – ул ғаиләне тәьмин итеүсе, ҡайғыртыусы, яҡлаусы ғына түгел, илһөйәрлек тойғоһон һалыусы, яҡындарыңа, тыуған ереңә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүсе кеше лә. Юҡҡа ғына «атайсал», «атай йорто» тигән төшөнсәләр «атай» һүҙенән алынмаған бит.
Малайҙарымды сүкеш, көрәк, һәнәк тоторға, малҡайҙарҙы тере йән эйәһе итеп яратып ҡарарға өйрәттем. Ергә төшкән сүп орлоғо, тиртеп сығып, һин ултыртҡан гөлгә баш күтәрергә ҡамасаулаған кеүек, әҙәм балаһындағы насар ғәҙәттәр ҙә уға яҡшы кеше булып үҫергә ҡамасаулай бит, уларға иң матур сифаттарҙы һалырға тырыштыҡ.

Ҡошсоҡтарыбыҙҙың үҫеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Улар осоп киткәс, ике ҡатлы ҙур йортобоҙ етемһерәп бушап ҡалды. Унда йәнә сабый тауышы яңғыраһын тип, балалар йортона барырға теләмәгән ике малайҙы һәм ике ҡыҙҙы алып ҡайттыҡ. Бергәләшеп бөтә һынауҙарҙы үтәсәгебеҙгә, уларҙың һау-сәләмәт булып, тормошҡа зарланмайынса йәшәргә өйрәнәсәгенә шиклән­мәйем.

1993 йылда ойошторолған фермер хужалығыбыҙҙа малайҙар ауыл хужалығы техникаһы менән таныша, ҡыҙҙар хужалыҡта булыша. Үҙебеҙ үҫтергән игенде тирмәнебеҙҙә тарттырып, үҙ онобоҙҙан бешерелгән икмәкте ашайбыҙ.
Оло юлға аяҡ баҫҡан балаларыбыҙ күңелдәренә беҙ һалған ҡиммәттәр менән йәшәй, бәхетле бәләкәй саҡтары үткән йортто һағынып ҡайта. Уларҙың рәхмәте, матур тормошо – минең өсөн иң ҙур бүләк.
Рәлиф НУРЕТДИНОВ,
«Тәрбиәгә бала алған ғаилә башлығы»
номинацияһы еңеүсеһе.
Яңауыл районы.

Таяныс та, терәк тә һин...«Ҡояшлы донъя астыҡ»
...Беҙ – мин дә, ағайҙарым Константин менән Кирилл да – бөтә донъяға рәнйеп йәшәй инек, бер кемгә лә кәрәкмәй инек. Ләкин бер мәл бөтөнләй таныш булмаған ҡояшлы, яҡты донъя барлығын күрҙек. Уны беҙгә тәрбиәгә алған әсәйебеҙ Зөлфиә һәм атайыбыҙ Риза Саниевтар асты. Ғаилә тип атала икән ул тылсымлы донъя! Атайыбыҙ – ғаиләлә төп кеше. Уның ышаныслы, көслө ҡулдарын, йөрәк йылыһын тойоп, үҙебеҙҙе һәр саҡ яҡлаулы итеп һиҙәбеҙ. Әсәйебеҙ ғәжәйеп мәрхәмәтле, аҡыллы, ғәҙел. Ул бешергән күмәстәр ашап туйғыһыҙ!

Яҙмышҡа булған үпкә лә томандай таралды. Был тормошта бөтә нәмә булыуы ихтимал. Ләкин бер ҡасан да тәүге ата-әсәбеҙ яһаған хаталарҙы ҡабатламаясаҡбыҙ. Артабан беҙҙең бөтәһе лә һәйбәт буласағына ышанам. Сөнки беҙ донъялағы иң яҡшы әсәй менән атай ҡосағында. Үҫеп еткәс, әлеге кеүек матур, татыу ғаилә ҡорасаҡбыҙ. Беҙҙе ата-әсәбеҙ нисек яратһа, балаларыбыҙҙы беҙ ҙә шундай уҡ һөйөү менән солғаясаҡбыҙ, бер-береһен ҡәҙерләп йәшәргә өйрәтәсәкбеҙ...

«Тәрбиәгә бала алған ғаилә башлығы»
номинацияһы лауреаты Риза САНИЕВ
хаҡында улы Никита һөйләгәндәренән.
Бишбүләк районы.

Альмира КИРӘЕВА әҙерләне.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook


Дарина владимировна денисова денисова дарина www.youtube.com/watch?v=MOob7EUuggM.